Фонотов Михаил Саввич

яҙыусы

Фонотов Михаил Саввич (3 август 1937 йыл — Донецк өлкәһе, Красная Поляна ауылы) — Көньяҡ Уралдың күренекле журналистарының береһе, яҙыусы, төбәкте өйрәнеүсе. «Рәсәйҙең алтын пероһы» менән бүләкләнгән (2009 йыл). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Журналистар союзы ағзаһы (1964 йылдан).

Фонотов Михаил Саввич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Красная Поляна[d], Великоновосёлковский район[d], Донецк өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Саввич Фонотов 1937 йылдың 3 авгусында Донецк өлкәһе, Красная Поляна ауылында тыуған[1].

1959 йылда Ростов университетының тарих-филология факультетын тамамлаған.

1960 йылда Силәбе өлкәһе Бредин районының «Путь Ильича» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй башлай, 1964 йылға мөхәррир урынбаҫары вазифаһына күтәрелә[2].

1964 йылда Фонотов Верхнеуралдың «Челябинский рабочий» гәзитенә үҙхәбәрсе итеп йүнәлтелә.

1966 йылдан 1970 йылға тиклем Силәбе ҡалаһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1971 йылдан 1979 йылға тиклем «Комсомольская правда» гәзитенең Силәбеләге үҙ хәбәрсеһе була.

1980 йылда «Челябинский рабочий», гәзитенә кире ҡайта, 2016 йылға тиклем унда ижад итә.

Михаил Фонотов Силәбе, Көньяҡ Урал кешеләре, тирә-яҡ мөхит, тарих, архитектура, тәбиғәт һәм экология тураһында яҙа, күп сәйәхәт итә. Был юлъяҙмаларын китап сығара.

Төп әҫәрҙәре үҙгәртергә

М. С. Фонотов — аике тиҫтәгә яҡын китап авторы:

  • «Мир открыт для добра» (1989),
  • «Соловьиный остров» (2001) — за это произведение Михаил Фонотов удостоен премии имени Максима Клайна (2003).
  • «Голубые зеркала Каменного пояса» (2004),
  • «Мы и наше здоровье» (2006),
  • «В поисках Рифея: книга для чтения» (2008) — неизвестные факты об основании Челябинска
  • «Геометрия растений. Как природа изобретала зелёный мир» (2008),
  • «У горы Извоз. Верхнеуральск: всё, что знаю» (2008),
  • «Варненские родники» (2008),
  • «Родная старина: Очерки истории Южного Урала» (2011),
  • «Река Миасс и другие» (2012)
  • Времена Антона (2013) — документально-биографическая повесть-размышление о воспитательно-педагогическом вкладе А. С. Макаренко. За это произведение писатель удостоен «медали Макаренко».
  • «Парень из Верхней Санарки. Пётр Иванович Сумин — народный губернатор» (2016)

Башҡорт топонимикаһы буйынса мәҡәләләре үҙгәртергә

М. С. Фонотов Көньяҡ Урал топонимикаһын өйрәнә, уларҙың башҡорт теленән ингәндәрен теркәп бара. Мәҫәлән, ул Һилейә Башҡортостан яғынан килеп сығып Әйгә ҡойған Һилеяҙ тигән йылға атамаһынан алынған булыуы ихтимал тип фараз итә, топонимдың башҡорт телендәге «һил» һәм «уяҙ» тигән һүҙҙәрҙән тороуына төплө дәлилдәр килтерә[3] Көньяҡ Урал төбәге, шул иҫәптән башҡорт атамалы географик объекттар тураһында бик күп мәҡәләләре интернетта баҫылған[4]

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

Журналистика буйынса бик күп маҡтаулы исемдәр бирелгән</ref>[5]

Һылтанмалар үҙгәртергә

2013.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Фонотов М. С. (о нём) из книги «Краткая история челябинской детской литературы». Челябинск: Изд-во Марины Волковой, 2013.
  2. Фонотов М. С. (о нём) на портале «Писатели Земли Уральской»
  3. Под именем Сулея надо иметь в виду, прежде всего, хребет
  4. Краеведение Челябинской области
  5. Владимир Спешков. Гений места 2018 йыл 26 май архивланған. (к 80-летию М. С. Фонотова) на портале Медиазавод, август 2017 г.