Флоринский Дмитрий Тимофеевич

Флоринский Дмитрий Тимофеевич (2 июнь 1889 йыл — 20 февраль 1939 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР дипломаты. 1922—1934 йылдарҙа Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариатының протокол бүлеге мөдире. СССР дипломатик протоколына нигеҙ һалыусы. 1934 йылда «Флоринский эше» менән совет дипломаттарына ҡаршы Сталин репрессиялары башлана.

Флоринский Дмитрий Тимофеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 (14) июнь 1889
Тыуған урыны Киев, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (48 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Атаһы Флоринский Тимофей Дмитриевич[d]
Һөнәр төрө дипломат
Уҡыу йорто Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Изге Владимир Император университеты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Дмитрий Тимофеевич Флоринский 1889 йылдың 2 июнендә Киевта профессор Тимофей Дмитриевич Флоринский һәм Вера Ивановна Кремкова ғаиләһендә тыуған[1].

Урта белемде Киев 1-се гимназияһында ала, артабан Изге Владимир университетының юридик факультетында уҡый[2]. Хәрби йөкләмәне 14-се сапер батальонында үтә, 1912 йылдың 17 сентябрендә инженер ғәскәрҙәренең запастағы прапорщик чинында отставкаға китә[3]. 1911—1912 йылдарҙа Киев округ судында хеҙмәт итә[4].

1913 йылда Сит ил эштәре министрлығына хеҙмәткә инә, Константинополдә Рәсәй илселеге студенты итеп тәғәйенләнә[5]. 1914 йылда Алеппола секретарь һәм драгоман вазифаларын биләй, әммә Беренсе донъя һуғышы башланыу менән эштән китергә тура килә[6]. Шулай уҡ Софияла эшләй. 1915 йылда Рио-де-ЖанейролаКонсуллыҡ секретары итеп тәғәйенләнә[7]. 1916 йылдан алып Нью-Йорккта вице-консулвазифаһын башҡара[8]. Британия МИ-6 хеҙмәткәре Генри Ландауҙың хәтирәләре буйынса, Флоринский был эшенән Германия менән хеҙмәттәшлек иткән өсөн бушатыла. 1917 йылда — Бразилияла миссия секретары, титуляр советник[9].

Революциянан һуң Флоринский дипломатик хеҙмәттән бушатыла. 1919 йылдың йәйендә Төньяҡ өлкәһе армияһына хеҙмәткә килә, шул уҡ йылдың 22 июленән Архангельск гарнизоны начальнигы адьютанты була[10], генерал Е. К. Миллер штабы ҡарамағында хеҙмәт итә.[9]. 1920 йылда аҡ армия сит илгә эвакуацияланғанда Рәсәйҙә ҡала.

1920 йылдың аҙағында Флоринский нарком Г. В. Чичерин саҡырыуы буйынса Сит ил эштәре наркоматына эшкә килә. 1920—1922 йылдарҙа нарком (М. М. Литвинов) урынбаҫарының секретары була. 1921 йылда Чичериндың тәҡдиме буйынса ВКП(б) ағзалығына кандидат итеп ҡабул ителә (1928 йылғы таҙартыу ваҡытында сығарыла). 1922—1934 йылдарҙа протокол бүлеге мөдире вазифаһын биләй, бер үк ваҡытта бер үк ваҡытта скандинав илдәре буйынса подотдел мөдире була[11][9]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, Флоринскийҙың разведкаға ҡағылышы була[12].

Совет Рәсәйендә Флоринский Ҙур театр балеринаһы К. К. Петипа-Чижова менән никахҡа инә, һуңынан айырыла[9][13].

1919 йылдың майында Киевта большевиктар Дмитрий Флоринскийҙың атаһын атып үлтерәләр, әммә был фажиғәнән һуң да Флоринский яңы хөкүмәткә хеҙмәт итеүен дауам итә[14].

Дмитрий Флоринский демократик протокол һәм этикет буйынса яңы стандарттарҙы баштан-аяҡ эшләй. Яңы протоколда совет һәм капиталистик этикеты араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарға сик ҡуйыла. Мәҫәлән, совет дипломаттары өсөн тантаналарҙа традицион цилиндр эшләпәләрҙе ҡулланыу идеологик яҡтан мөмкин булмай, шуға күрә Дмитрий Тимофеевич РККА штабы ҡарамағындағы резервҡа инә һәм дипломатик осрашыуҙарҙа ул рәсми рәүештә хәрби кейемдә ҡатнаша һәм башына будёновка кейә. Шулай итеп Флоринский совет дипломаттары кейемен булдырыуға нигеҙ һала. Флоринский этикет буйынса сит илдә эшләгән совет вәкилдәре өсөн тәүге практик әҫбап эшләй. Бынан тыш, ул үҙе, театрға барыу кеүек формаль булмаған осрашыуҙарҙы һәм сараларҙы йәки бридж уйынына саҡырыуҙарҙы ҡулланып, вәкиллек эшен алып бара. Сит ил эштәре наркоматы эшендә «территориаль принцибын» индереү ҙә — уның ҡаҙанышы[15][16].

Флоринский эше үҙгәртергә

1934 йылда киң билдәле «Флоринский эше» асыла — Сталин тарафынан СССР НКИД-ын «таҙартыу», уның һөҙөмтәһендә «гомосексуализмда» ғәйепләнеү буйынса сит ил министрлығының күп кенә хеҙмәткәрҙәре репрессиялана[11][17][18]. 3 июндә ОГПУ рәйесе урынбаҫары Я. С. Агранов И. В. Сталинға, гомосексуализм үҙәктәрен юҡҡа сығарған саҡта Флоринский «фашлана», йәнәһе, Флоринский бер енесле бәйләнештәрҙә үҙен ғәйепле, шулай уҡ 1918 йылда «түләүле немец шпионы булыуын» таный, тип хәбәр итә. 27 июлдә Сталин дипломатты вазифаһынан бушатырға һәм «яуаплылыҡҡа тарттырырға», шулай уҡ «НКИД аппараты хеҙмәткәҙәре составын тулыһынса тикшерергә» ҡуша. Л. М. Млечиндың фекеренсә, ғәмәлдә булмаған «гомосексуалистар фетнәһе» үҙәгенә сит ил эштәре наркомы Г. В. Чичеринды ҡуйырға ниәтләнә, әммә Чичериндың ҡаты аыурыуы арҡаһында уға теймәйҙәр[11][9][19].

Шул уҡ көндө, Сталиндың бойороғонан һуң, Үҙәк Комитеты Политбюроһы судтан тыш ҡарарға ярашлы Флоринскийҙы ҡулға алыу буйынса ҡарар сығара, әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ул бер ни тиклем ваҡыт иректә ҡала. Рәсми версия буйынса, М. М. Литвинов ҡулға алыуҙы Мәскәүҙә эстон делегацияһын ҡабул итеү арҡаһында кисектереп тороуҙы һораған[20][21]. 5 октябрҙә Флоринский ҡулға алына, ә 23 ноябрҙә «гомосексуализм»да ғәйепләнеп, 5 йылға хөкөм ителә. Соловцы лагерҙарына ебәрелә. 1937 йылдың 25 ноябрендә УНКВД ЛО Махсус тройкаһы Флоринскийҙы юғары язаға хөкөм итә. Флоринский икенсе лимит исемлегенә индерелә, әммә уны атып үлтермәйҙәр, ә Мәскәүгә оҙаталар. 1939 йылдың 20 февралендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы ҡарарына ярашлы «шпионаж» өсөн атып үлтерелә[14]. 1992 йылдың 20 октябрендә Рәсәй Федерацияһының Баш хәрби прокуратураһы тарафынан аҡлана .

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Млечин, 2011, с. 44
  2. Столетие Киевской Первой гимназии (1809-1811-1911 гг.). Т. 1. — Киев, 1911. — С. 404.
  3. Дополнение к Высочайшему приказу по военному ведомству от 17 сентября 1912 года // Сборник высочайших приказов за июль-сентябрь 1912 года. — С. 1.
  4. Пересыпкин О. Г.. Дипломатический ежегодник — 1989. — М.: Международные отношения, 1989. — С. 223.
  5. Ежегодник Министерства иностранных дел 1914. — СПб., 1914. — С. 55.
  6. Ежегодник Министерства иностранных дел 1915. — Пг., 1915. — С. 43.
  7. Ежегодник Министерства иностранных дел 1916. — Пг., 1916. — С. 71.
  8. Landau Henry. The inside story of German sabotage in America. — New York: G.P. Putnam's Sons, 1937. — С. 197. — 323 с.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Максименков Л. В.. Сумбур вместо музыки: Сталинская культурная революция 1936-1938. — М.: Юридическая книга, 1997. — С. 197—212. — 320 с. — 2000 экз. — ISBN 5-88711-064-3.
  10. Волков Сергей Владимирович. Буква Ф // База данных № 2: «Участники Белого движения в России».. — 2016. — С. 150. — 215 с.
  11. 11,0 11,1 11,2 Млечин, 2011
  12. Борис Вайль, Валерий Егоров. Любовь и Лубянка // Звезда (журнал XX—XXI веков) : журнал. — СПб., 2007. — № 2. — ISSN 0321-1878.
  13. Озолс, 2015
  14. 14,0 14,1 Дневник: Том 1/ Л. В. Шапорина / Вступ. статья В. Н. Сажина, подг. тестов и комм. В. Ф. Петровой и В. Н. Сажина. — 3-е изд. — М.: Новое литературное обозрение, 2017. — Т. 1. — 592 с.: ил. с. — (Россия в мемуарах). — ISBN 978-5-4448-0824-5.
  15. Валерия Сычева. Честь мундира // журнал Итоги : журнал. — 2002. — № 52 (342) (30 декабря). — ISSN 1027-3964.
  16. Лядов Павел Фёдорович История становления российской протокольной практики в XX столетии // Дипломатический вестник : журнал. — Министерство иностранных дел РФ, 2002. — № 3. — С. 123—130. — ISSN 0869-4869.
  17. Кон Игорь Семёнович. Лики и маски однополой любви: Лунный свет на заре. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: АСТ (издательство), 2003. — С. 352—354. — 576 с. — ISBN 5-17-015194-2.
  18. Соколов Борис Вадимович. Гомофобос-грунт // Грани.ру. — 2012.
  19. Бурлешин Алексей Владимирович Вскрытая повседневность. Размышления и наблюдения по поводу книги Дана Хили // Новое литературное обозрение : Журнал. — М., 2010. — № 102. — ISSN 0869-6365. Архивировано из первоисточника 30 май 2017.
  20. Хромов Семён Спиридонович. По страницам личного архива Сталина. — М.: Издательство Московского университета, 2009. — С. 155. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-211-05474-5.
  21. Чернявский Георгий Иосифович Феномен Литвинова // Каскад : журнал. — Owings Mills, MD, 2004. — № 3 (207). Архивировано из первоисточника 20 декабрь 2018.

Әҙәбиәт үҙгәртергә