Фермерҙар мәктәбе

«Фермерҙар мәктәбе» — төрлө категория һәм төркөмдәргә ҡараған йәштәргә агробизнеста һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында эшләүсе төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Ойошма етем балалар, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм сығарылыусылары, мөмкинлектәре сикләнгән етемдәр (олигофрендар), ауыл йәштәре, иректән мәхрүм ителеү урындарынан сыҡҡан йәштәр, ауыл хужалығы уҡыу йортон тамамлап, эш һәм торлаҡ мохтажлығын кисереүселәр менән эшләй.

Фермерҙар мәктәбе
Нигеҙләнгән

2009

Нигеҙләүсе

Горелов Вячеслав Валентинович

Уранлашыуы

Кривец, Пермь крайы

Тармаҡ

Ауыл хужалығы

Продукция

Ҡаҙҙар, бүҙәнәләр, тауыҡтар, йорт ҡуяндары, сусҡалар, һарыҡтар

Сайт

http://www.shkolafermerov.ru

Тарихы үҙгәртергә

1980 йылда Вячеслав Горелов спорт орентиры буйынса спортсылар әҙерләй[1]. 1994 йылда Горелов хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү үҙәге һәм спорт мәктәбе нигеҙендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү эшен ойоштора. Шул уҡ йылды «Койва» ойошмаһы асыла, ул ауыр үҫмерҙәр һәм хөкөм ителгән йәштәр өсөн сәйәхәттәр ойоштора. Ошо маҡсатта Горелов «Туризм енәйәттәргә ҡаршы» тигән проект әҙерләй, уны ҡала хакимиәте хуплай. «Ирень» лагеры ойошторола, уның атлы һәм велосипедлы маршруттары була, лагерь аша бөтәһе 2000-ләп кеше үтә. Тиҙҙән лагерь дәүләт милкенә күсерелә. 2000 йылда Вячеслав Горелов шәхси эшҡыуар булып теркәлә һәм Пермь крайы Ильинский районы Кривец ауылында ситтән килеүсе балыҡсылар өсөн ҡунаҡ йорто төҙөй. 2003 йылда етем балалар өсөн лагерь үткәрә[1][2]. Ошо йылдан башлап Горелов [ Ваһит Әләкбәров]тың «Беҙҙең киләсәк» фонды менән хеҙмәттәшлек итә[3].

«Фермерҙар мәктәбе» ойошмаһы 2009 йылда барлыҡҡа килә. Уның программаһы этаплап тормошҡа аша: һөнәри йүнәлеш һәм социалләшеү курстарына 18 — 23 йәшлек 30 кеше саҡырыла. Икенсе этапта иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр агробизнес менән бәйле специальностар буйынса һөнәри әҙерлек үтә. Ойошма продукция һатыуҙы көйләгән, шуға үҫмерҙәрҙең дә, продукция һатып, табыш алыу мөмкинлеге бар[2]. 2012 йылда «Фермерҙар мәктәбе» проекты «Беҙҙең киләсәк» фондының премияһына лайыҡ була[4].

Район хакимиәте проектҡа ер бирә, унда балалар йорттары сығарылыусылары төйәкләнә алыр ине — йорттар һалыр өсөн ағас участкаһы ла бүленә. Ләкин «Фермерҙар мәктәбе» өсөн тигән урман майҙанында, Горелов әйтеүенә ҡарағанда, быға тиклем законһыҙ ағас һатыу барған, ниһайәт, эшҡыуар ағас яҙҙырыуға өлгәшһә, был ерҙең ағастары ҡырҡып, ташып алынған булып сыға. Горелов иһә былар хаҡында үҙенә рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан өсөн 160 мең һумлыҡ штраф ҡағыҙы килеп төшкәс кенә белә[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Коллектив авторов. Глава 5. Четыре истории социальных предприятий // Социальное предпринимательство в России и в мире. Практика и исследования / Редактор Московская А. А., рецензент Чепуренко А. Ю.. — Высшая школа экономики, 2013. — 286 с. — ISBN 5759808834.
  2. 2,0 2,1 Елена Тимохина. Альтернатива благотворительности. Forbes (22 ноябрь 2010). Дата обращения: 30 апрель 2015. 2015 йыл 26 май архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «forbes» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Татьяна Плешакова. Коммуна не хуже, чем у Макаренко. Пермский пелагог всю жизнь посвятил трудным подросткам. Аргументы и факты (20 сентябрь 2012). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  4. 4,0 4,1 Александра Ильина. Нам неинтересно. Московские новости (11 октябрь 2013). Дата обращения: 30 апрель 2015. 2015 йыл 21 май архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «mn» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән