Федяевская Вера Константиновна

Федяевская Вера Константиновна (8 сентябрь 1911 йыл7 декабрь 2007 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, графигы, китап иллюстраторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (1994)[1].

Федяевская Вера Константиновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 8 сентябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 декабрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (96 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы

Биографияһы үҙгәртергә

Вера Константиновна Федявская боронғо дворяндар ғаиләһенән Санкт-Петербург ҡалаһында тыуған.

Уның ҡартатаһы — Федяевский Константин Васильевич (1835, Тамбов — 1919, Воронеж), мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы (1862), Воронеж губерна земство дауаханаһы янында беренсе фельдшерлыҡ мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Федяевский исеме Воронеждың 2-се клиник дауаханаһына бирелгән (1966), шулай уҡ Воронеж урамдарының береһе уның исемен йөрөтә (1999)[2][3][4]. Атаһы — Федяевский Константин Константинович (1867—1943), иҡтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, мемуар яҙыусы[5]. Ағаһы Константин (1903—1970) — судно гидродинамикаһы һәм карап теорияһы өлкәһендә совет ғалимы, фән докторы, Сталин премияһы лауреаты (1948).

1921 йылдың февралендә Федяевскийҙар ғаиләһе Мәскәүгә күсеп килә[6].

1929—1930 йылдарҙа Мәскәүҙә Павлинов Павел студияһында уҡый.

1931—1933 йылдарҙа Мәскәү полиграфия институтының художество-графика факультетында Константин Истомин, Павел Павлинов һәм Михаил Родионовта уҡый.

1933 —1938 йылдарҙа Мәскәү һынлы сәнғәт институтында Владимир Фаворский[7] һәм Андрей Гончаровта уҡый[6][8].

1938 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы

ВХУТЕМАС-Вхутеин монументаль оҫтаханаһында Лев Бруни етәкселеге аҫтында эшләй. Ольга Эйгес, Дора Бродская, Лидия Чага, Надежда Эльконина һәм Тамара Рейн менән берлектә «Ҡатын-ҡыҙҙар» бригадаһына инә, улар менән Монументаль оҫтаханала һуғыштан һуңғы төп заказ өҫтөндә — Ермолаев тыҡрығындағы Оборона министрлығының торлаҡ йортон биҙәүҙә ҡатнаша[9].

Үҙенең график эштәре, шулай уҡ Саади, Коненков, Анна Ахматова, Николай Некрасов китаптарына иллюстрациялар менән менән билдәле. Рәссамдың эштәренең күп өлөшө серияһы Урта Азияға арналған, ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында эвакуацияла була; уның ҡала күренештәре ҡыҙыҡлы.

1994 йылда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы исемен ала

Мәскәүҙә вафат була. Иваново зыяратында ерләнгән[1].

Уның әҫәрҙәре Рәсәйҙең күп музейҙарында: А.С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейында, «Остафьево» музей-усадьбаһында, «Зарайский кремле» музейында, Воронеж сәнғәт музейында, «Сталинград һуғышы» музейында һ.б. һаҡлана.[10].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Беренсе ире — рәссам Иван Безин (1911—1943), ВХУТЕМАС буйынса Константин Истомин һәм Владимир Фаворскийҙың уҡыусыһы, һуғышта һәләк була.

Икенсе ире — Ясиновский Давид Самойлович (1900—1975), фронт журналисы[11].

Улы — Константин Давидович Константин (04.08.1947) — рәссам, график, монументаль-декоратив сәнғәт рәссамы, техник фәндәр кандидаты (1977).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Умерла художница Вера Федяевская 2020 йыл 20 март архивланған. // Телеканал «Россия – Культура». 2007. 7 декабря.
  2. Семейное дело Федяевских 2020 йыл 20 март архивланған. // Коммуна. 2005. 11 мая.
  3. Сайт АУК ВО «Государственная инспекция историко-культурного наследия» 2020 йыл 27 ғинуар архивланған.
  4. Федяевский К.В. // Воронежский гид. 2013. 29 декабря.
  5. Федяевский К.К. // Воронежский гид. 2013. 30 декабря.
  6. 6,0 6,1 Розанова Н.Н. Московская книжная ксилография 1920/30-х годов. М.: Книга, 1982. C. 271.
  7. Федяевская В. К. Поездка в Киргизию. 1946 год // Восток в творчестве Владимира Андреевича Фаворского: сб. материалов и каталог выставки. М., 1982. С. 33.
  8. Грабарь И. Какие кадры должен выпускать советский художественный вуз // Творчество. 1938, № 9.
  9. Сарабьянов А.Д. Жизнеописание художника Льва Бруни. Москва: Галерея Г.О.С.Т., 2009. С. 158.
  10. Государственный каталог музейного фонда РФ 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
  11. Новая книга. «Мы еще будем потом!» 2020 йыл 20 март архивланған. // Коммуна. 2004. 4 августа.