Федюкова Мария Андреевна

Федюкова Мария Андреевна (Мелехова; 6 октябрь 1923 йыл20 март 1995 йыл) — медицина хеҙмәтенең гвардия кесе лейтенанты, хәрби фельдшер, СССР-ҙың почётлы доноры[1][2][3].

Федюкова Мария Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Рязанский район[d], Рязань округы[d], Мәскәү өлкәһе
Вафат булған көнө 20 март 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Рязань, Рәсәй
Һөнәр төрө фельдшер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы Медаль имени Флоренс Найтингейл почётный донор СССР

Биографияһы үҙгәртергә

Мария Андреевна Федюкова 1923 йылдың 6 октябрендәендә Рязань өлкәһенең Рязань районы Казарь ауылында тыуған. 1938—1941 йылдарҙа Мелехова Мария Рязань ҡалаһында медицина техникумының фельдшерлыҡ бүлегендә уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Марияға ун һигеҙ йәш тә булмай, ул Мурминск участка дауаханаһында эшләп йөрөй[3]. Мария Андреевна 1942 йылда фронтҡа 39-сы уҡсылар дивизияһы составында китә, ҡабул итеү-сортировкалау взводында фельдшер булып хеҙмәт итә, Сталинград алышында ҡатнаша[1][2][3]. 1942 йылдың август аҙағында Мария Андреевна алғы һыҙыҡтан яралыларҙы ҡабул иткәндә бомба аҫтына эләгә, яралана, әммә госпиталдә дауаланыуҙан баш тарта, яралыларҙы ҡотҡарыуын дауам итә[3]. «Ҡыҙыл Октябрь» заводы емереклектәре араһынан шәхсән яралыларҙы сығарыуҙы шәхсән 200 яралыны сығара, уның төркөмө 500-ҙән ашыу кешене Волганың һул ярына эвакуациялай[3]. 1942 йылдың 30 сентябренән медик-санитар батальон 62-се армия составына инә һәм Мария Андреевна эвакуаторҙарҙың хирургтар төркөмө менән етәкселек итә[3]. Сталинград һуғышынан һуң Мария Андреевна Белоруссияны (Барановичи), Украинаны (Николаев), Румынияны, Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша, Бөйөк Еңеүҙе Венала ҡаршылай[1][2]. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тыуған ауылына ҡайта. Казарь ауылында фельдшер булып эшләй, 1953—1957 йылдарҙа Никуличи ҡасабаһында Ҡыҙыл тәре Йәмғиәтенең һәм Ҡыҙыл Ярымайҙың Октябрь районы бүлегенең мәрхәмәтлек туташы була, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарын тәрбиәләй, ярҙам итә, шулай уҡ яңғыҙ ҡарт фронтовиктарға медицина-социаль ярҙам күрһәтә[1][2][3]. 1957 йылдан алып Никуличи ҡасабаһының 9-сы поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй[2][3].

Мария Андреевна Федюкова 1981 йылдың 25 декабрендә Бөйөк Ватан һуғышында яралыларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа батырлығы өсөн Флоренс Найтингейл исемендәге миҙал менән бүләкләнә[2], СССР-ҙың почетлы доноры, үҙенең тәүге ҡанын Мария Андреевна һуғыш йылдарында яралыларға бирә, миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә[3].

1995 йылдың 20 мартында вафат була, Никуличи ауылы зыяратында ерләнә[3].

Наградалары үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Список советских женщин, награждённых медалью имени Флоренс Найтингейл

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә