Уэйн Дуглас Гретцки (йәки Грецки, ингл. Wayne Douglas Gretzky, ˈɡrɛtski тип әйтелә; 26 ғинуар 1961 йыл, Брантфорд, Онтарио, Канада) — Канада хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. XX быуаттың иң билдәле спортсыларының береһе[6].

Уэйн Гретцки
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Канада[1]
 Америка Ҡушма Штаттары[1]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Канада
Ҡушамат The Great One
Тыуған көнө 26 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2][3] (63 йәш)
Тыуған урыны Брантфорд[d], Онтарио[d], Канада
Атаһы Walter Gretzky[d]
Бер туғандары Кит Гретцки[d] һәм Брент Гретцки[d]
Хәләл ефете Джанет Джонс[d][1]
Балалары Паулина Гретцки[d]
Һөнәр төрө хоккейсы, хоккейный тренер, ресторатор
Командалағы уйын позицияһы центральный нападающий[d]
Уҡыу йорто Ross Sheppard High School[d]
West Humber Collegiate Institute[d]
Спорт командаһы ағзаһы Indianapolis Racers[d], Эдмонтон Ойлерз[d], Лос-Анджелес Кингз[d], Сент-Луис Блюз[d], Нью-Йорк Рейнджерс[d], Peterborough Petes[d] һәм Су-Сент-Мари Грейхаундз[d]
Масса 84 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[4]
Ударная рука левый[d]
Номер игрока 99
Ҡатнашыусы Ҡышҡы Олимпия уйындары 1998[d]
Лигала уйнай Милли хоккей лигаһы[5] һәм Всемирная хоккейная ассоциация[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
серебряный Олимпийский орден компаньон ордена Канады

Зал хоккейной славы[d] (1999)

Зал славы ИИХФ[d] (2000)

премия имени Хорейшо Элджера[d] (2003)

Канадская Аллея славы[d] (2002)

Харт Трофи[d] (1989)

Харт Трофи[d] (1987)

Харт Трофи[d] (1986)

Харт Трофи[d] (1985)

Харт Трофи[d] (1984)

Харт Трофи[d] (1983)

Харт Трофи[d] (1982)

Харт Трофи[d] (1981)

Харт Трофи[d] (1980)

Арт Росс Трофи[d] (1981)

Арт Росс Трофи[d] (1982)

Арт Росс Трофи[d] (1983)

Арт Росс Трофи[d] (1984)

Арт Росс Трофи[d] (1985)

Арт Росс Трофи[d] (1986)

Арт Росс Трофи[d] (1987)

Арт Росс Трофи[d] (1990)

Арт Росс Трофи[d] (1991)

Арт Росс Трофи[d] (1994)

Конн Смайт Трофи[d] (1985)

Конн Смайт Трофи[d] (1988)

Леди Бинг Трофи[d] (1980)

Леди Бинг Трофи[d] (1991)

Леди Бинг Трофи[d] (1992)

Леди Бинг Трофи[d] (1994)

Леди Бинг Трофи[d] (1999)

Lester B. Pearson Award[d] (1982)

Lester B. Pearson Award[d] (1983)

Lester B. Pearson Award[d] (1984)

Lester B. Pearson Award[d] (1985)

Lester B. Pearson Award[d] (1987)

НХЛ плюс/минус[d] (1984)

НХЛ плюс/минус[d] (1985)

НХЛ плюс/минус[d] (1987)

Зал славы канадского спорта[d]

Ontario Sports Hall of Fame[d]

Канадский ньюсмейкер года[d] (1982)

Приз имени Лу Марша[d] (1982)

Приз имени Лу Марша[d] (1983)

Приз имени Лу Марша[d] (1985)

Приз имени Лу Марша[d] (1989)

Премия Лионеля Конахера[d] (1980)

Премия Лионеля Конахера[d] (1981)

Премия Лионеля Конахера[d] (1982)

Премия Лионеля Конахера[d] (1983)

Премия Лионеля Конахера[d] (1985)

Премия Лионеля Конахера[d] (1989)

Спортсмен года «Ассошиэйтед Пресс»[d] (1982)

Великие иммигранты[d] (2010)

Приз Лестера Патрика[d] (1994)

Уйналған матчтар һаны 1487[5]
Бейеклеге/буйы 184 сантиметр
Количество голов за карьеру 894[5]
Количество ударов по воротам за карьеру 5088[5]
Количество очков за карьеру 2857[5]
Количество голевых передач за карьеру 1963[5]
Количество штрафных минут за карьеру 577[5]
Карьерный рейтинг плюс-минус 520[5]
Рәсми сайт gretzky.com
 Уэйн Гретцки Викимилектә

1978—1988 йылдарҙа «Эдмонтон Ойлерз» клубы өсөн сығыш яһай, унда ул дүрт тапҡыр Стэнли кубогын яулай.

«Бөйөк» ҡушаматы алған Милли хоккей лигаһында Гретцки 61 рекорд ҡуя һәм бер нисә тапҡыр Лиганың шәхси призын яулай (шул иҫәптән, иң әһәмиәтле уйынсы булараҡ — 9 приз һәм миҙгелдең иң яҡшы һөжүмсеһе булараҡ 10 приз ала).

Ванкуверҙа үткән Олимпиада — 2010-да ут тоҡандырыусы 5 спортсы иҫәбендә була. Боҙҙағы хоккейҙың Халыҡ-ара федерацияһының «Centennial All-Star Team» йөҙ йылдың символик йыйылма командаһына ингән берҙән-бер Төньяҡ Америка вәкиле була.

Үҫмер сағы һәм ВХА үҙгәртергә

XX быуат башында Уэйндың олатаһы Терентий Лаврентьевич Грецкий Рәсәй империяһының Гродно губернаһынан (хәҙерге Белоруссияла) Канадаға иммиграцияға китә.

Унда ул Подгайцы ҡалаһынан булған (хәҙер Тернополь өлкәһе, Украина) украин ҡыҙы Марияға әйләнә. Терентий Грецкий фермерсылыҡ менән шөғөлләнә, Икенсе донъя һуғышы барған саҡта Канада армияһында хеҙмәт итә.

Уэндың хәтирәләре буйынса, ул олатаһы менән бик яҡын булған, йәй һайын фермаһына килер булған. Уэйн хоккей уйнай башлағас, атаһы ла, олатаһы ла уның был ынтылышын хуплай, һәм Терентий Грецкий ҡатыны менән ейәненең күнекмәләрен ҡарарға килер булғандар[7].

1960 йылда Канадала хоккей шау-шыу ҡуптара. Быға тиклем НХЛ-да алты ғына команда уйнаған була, уртаҡул уйнаған уйынсы йылына яҡынса 20 000 $ эш хаҡы ала.

Бала сағында Гретцки йыш ҡына үҙенән күпкә өлкәндәр урынына хоккей уйнай. Биш йәшендә Гретцки Брентфорд балалар командаһы өсөн сығыш яһай. 6 йәшендә Гретцки 10 йәшлек малайҙар менән уйнай башлай.

Уэйн Гретцкиға 10 йәш булғанда, ул балалар лигаһында уйнай һәм бер миҙгелдең 68 уйынында 378 шайба индерергә һәм 139 тапшырыу эшләргә өлгөрә. Был һандар ун йәшлек малай өсөн тулы рекорд була[8].

Йәш хоккейсы тураһында күп кенә Канада гәзиттәре яҙып саға һәм һәр саҡ Уэйн Гретцкиҙы Горди Хоу менән сағыштыралар.

14 йәшендә Гретцки 20 йәшлектәргә ҡаршы уйнай. Халыҡ-ара Квебек турнирында яҡшы уйнап, ул автограф алырға теләгән һоҡланыусан көйәрмәндәр төркөмөнөң ҡорбанына саҡ-саҡ әйләнмәй. Профессиональ карьераһын дауам итер өсөн, 1975 йылда Гретцки Брентфордтан китә.

1977/78 йылдар миҙгелен ул Отарио Хоккей лигаһының «Грейхаундс» юниорҙар командаһы өсөн үткәреп, 70 гол индерә.

Үҙенсәлекле «99» номеры аҫтында — был һан хәҙер хоккейҙа һәр саҡ уның исеме менән ауаздаш, — Гретцки тап ошо команда өсөн уйнап, тәүге тапҡыр боҙға сыға. Ул «9» һаны аҫтында уйнаған үҙенең кумиры Горди Хоуға оҡшарға теләй.

Тик туғыҙ һаны аҫтында башҡа берәү уйнаған була, һәм Уэйн, бер нисә аҙна «19» һаны аҫтында уйнап ҡарай ҙа, аҙаҡ, «Грейхаундстың» генераль менеджеры Мюррей Макферсон кәңәшен тотоп, «99» һанында туҡтай.

1978 йылда Монреалдәге юниорҙарҙың донъя чемпионатында. 16 йәшлек Гретцки турнирҙың иң йәш уйынсыһы була[9]. Чемпионатты иң яҡшы бомбардир исемлегендә беренсе урында тамамлап, Гретцки Бөтә йондоҙҙар командаһына һайлап алына һәм беренселектең иң яҡшы һөжүмсе тип таныла.

1978 йылда Гретцки бөтә донъя хоккей ассоциацияһына килеп эләгә, бында үҫмер менән контракт төҙөүҙә бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булмай. НХЛ-да боҙға тик 18 йәш тулғас ҡына сығырға ярай. Американың «Индианаполис Рэйсерс» клубы 17 йәшлек Гретцки менән яҡынса 100 000 долларлыҡ килешеү төҙөй.

1978 йылдың майында Гретцки ҙур хоккейҙа тәүге уйынын үткәрә, һәм шул уҡ айҙа «Индианаполис» Гретцкиҙы «Эдмонтон Ойлерз» клубына алмаштыра.

Был клуб Гретцки һәм уның иптәштәре арҡаһында Төньяҡ Америка хоккейының иң яҡшыларының береһенә әйләнә. Тәүге миҙгелдә үк 46 гол индерә һәм 110 мәрәй йыя. Саҡ ҡына һуңғараҡ, ВХА-ның иң яҡшы яңы уйынсыһы тип билдәләйҙәр.

НХЛ карьераһы үҙгәртергә

«Эдмонтон» үҙгәртергә

1979 йылда Бөтә донъя хоккей ассоциацияһы менән берләшеү тураһында килешеү төҙөгәндән һуң, ВХА-ың тағы дүрт клубы менән тулылана — «Эдмонтон Ойлерз», «Квебек Нордикс», «Виннипег Джетс (1972—1996)|Виннипег Джетс» һәм «Нью-Инглэнд Уэйлерс» (аҙаҡтан «Хартфорд Уэйлерс»).

НХЛ-да беренсе миҙгелдән башлап, Гретцки бер-бер артлы бер нисә һөҙөмтәле рекорд ҡуя башлай. Быға танылған форвардтар Глен Андерсон, Яри Курри, Марк Мессье, шулай уҡ, һаҡлаусы-распасовщик Пол Коффи менән уйнау ҙа ҙур роль уйнай

Шул уҡ йылдың 10 октябрендә «Чикаго Блэкхоксҡа» ҡаршы матч Уэйн Гретцкиҙың НХЛ-да тәүге уйыны була. Бында Кевин Лоуға һөҙөмтәле тапшырыу эшләп, үҙенең беренсе мәрәйен йыя.

14 октябрҙә Гретцки НХЛ-да үҙенең беренсе голын «Ванкувер Кэнакстың» голкиперы Лен Хэнлон ҡапҡаһына индерә.

Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса, Уэйн Гретцки үҙенең туғыҙ титулының тәүгеһен (шуның һигеҙе — бер-бер артлы) НХЛ-дың иң әһәмиәтле уйынсыһы исемен яулай һәм «Харт Трофи» ала.

Шуның өҫтәүенә, 51 гол индереп, Гретцки иң йәш[10] снайпер-Лига тарихында «иллелек» : ул мәлдә Уэйнға 19 йәш тә 2 ай тулған була.

НХЛ-ла уйнауының икенсе йылына Гретцки үҙенең ун титулының тәүгеһен (шуларҙың етеәүһе — бер-бер артлы) Лиганың иң яҡшы бомбордиры, «Арт Росс Трофи» ала . Шулай уҡ, НХЛ-да бер миҙгелдәге тапшырыуҙар һаны (109) һәм мәрәйҙәр һаны (164) буйынса яңы рекорд урынлаштыра.

1981 йылдың 18 февралендә Уэйн «Сент-Луиса» ҡапҡаһына бер осорҙа рәттән 4 шайба индерә. Шулай итеп, ваҡыт арауығында индерелгән голдар һаны буйынса Лига рекордын ҡабатлай.

1981 йылдың 31 декабрендәге «Филадельфияға» ҡаршы уйналған матчта Гретцки бер миҙгел эсендә үҙенең 50-се голын индерә: бының өсөн уға 39 уйын кәрәк була. Быға тиклем мәргәнлек буйынса рекордты чемпионатта[10] Морис Ришар һәм Майк Босси ҡуйған була: 50 уйында 50 гол.

«Ойлерз» Гретцки менән берлектә 6 йыл дауамында даими миҙгелдә рәттән 100-ҙән ашыу мәрәй йыя һәм 4 тапҡыр —1984, 1985, 1987 һәм 1988 йылдарҙа — Стэнли куубогын яулайҙар.

Финал буйынса Эдмоньондың «ҡорбандары» булып ҡалыусылыр: «Нью-Йорк Айлендерс», ике тапҡыр «Филадельфия Флайерз» һәм бер тапҡыр «Бостон Брюинз».

1984 йылда еңгәндән һуң уҡ, Гретцкиға «Бөйөк» тигән титул да өҫтәлә.

1988 йылдың 9 авгусында Уэйн Гретцки һис көтмәгәндә НХЛ тарихындағы иң ҙур килешеүҙең төп фигураһына әйләнә: «Эдмонтондың» хужаһы Питер Поклингтон уны лиганың иң көсһөҙ командаһы «Лос-Анджелес Кингзҡа» алыштырырға була. Грецки иһә үҙе менән бергә «Лос-Анджелес» командаһына уҙаҡташтары Марти Максорли һәм Майк Крушельницки барһын тип ныҡыша.

Компенсация рәүешендә «Ойлерз» Джимми Карсонды, Мартин Желинды, 1989, 1991 һәм 1993 йылдарҙағы драфта беренсе раундында һайлау хоҡуғы һәм 15 миллион доллар ала. Хоккей донъяһында был алмашыныу The Trade исеме аҫтында билдәле[11].

«Лос-Анджелес» үҙгәртергә

Уэйн журналистар менән үҙенең икенсе командаға күсеүе тураһында һөйләшкәндә күҙ йәшен йәшермәй: ул үҙе менән шулай эш итеүҙәренә оҙаҡ ышана.

1988 йылға тиклемге хоккей матчтарында урындағы «Форум» спорт һарайы, күп тигәндә, өстән бер өлөшкә генә тамашасы манән тулған була. Бынан күргән зыян йылына 5 миллион доллорға барып баҫыр була.[12]

Гретцкиҙың был командаға күсеүе Калифорния халҡының хоккейға булған ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Шул арҡала, төбәктә НХЛ-дың берҙән-бер вәкиле булған «Лос-Анджелес Кингзҡа» «Форумда» билет алыуы «Лос-Анджелес Лейкерс» менән уйнағандағы кеүек. ауырлаша,[13] Гретцкиға эш хаҡын 2 миллион доллорға тиклем арттыралар.

Яңы клубҡа күсеү менән, Уэйн үҙенең шәхсән рекордттарын да, яңы клубтың рекордтарын да, һәм, әлбиттә, НХЛ-дың рекордттарын да арттырыуын дауам итә.

1988 йылдың 6 октябрендә Уэйн Гретцки Лос-Анджелеста тәүге уйынын үткәрә. Дәғүәселәр ҡапҡаһына тәүге һелтәүҙә үк гол индереп, үҙенең сираттағы һөҙөмтәле балын яулай.

1989 йылда Гретцки үҙ карьераһында туғыҙынсы тапҡыр «Харт Трофи» ала: Уэйн «Кингз» тарихында был бүләкте алыуға өлгәшкән беренсе уйынсы була.

1989 йылдың 15 октябрендә Гретцки үҙенең элекке командаһы — «Эдмонтон Ойлерзға» ҡаршы матчта — сираттағы һөҙөмтәле балын йыя. Лиганың иң яҡшы бомбордиры Горди Хоуҙың һөҙөмтәһен — карьераһындағы 1850 мәрәй һанын үтеп китә.

Үҙенең 1850 мәрәйен Уэйн Гретцки 4 минут та 32 секунд эсендә һаҡлаусы Том Лэйдлоуҙың пасынан һуң йыйып өлгөрә. Бының менән ул командаһын алға сығарыуға булышлыҡ итә.

Өсөнсө осор аҙағына иҫәп «Ойлерз» файҙаһына 4-3 була, һәм уйын бөтөүгә 1 минут та 46 секунд ҡалғанда «Кингздың» тренеры Том Уэбстер таймаут ала. Гретцки был мәлгә боҙҙан 3 минут китмәйенсә, туҡтауһыҙ уйнай, хәлдән тайған була. Шуға ҡарамаҫтан, тренер уны уйын майҙанында ҡалдырырға хәл итә.

Уйын бөтөүгә бер минут та бер секунд ҡалғанда, тамашасыларҙың: «Гретцки! Гретцки!» — тип ҡысҡырыуы аҫтында, «Кингз» һелтәүҙә ота һәм улар алтаулап дәғүәселәр ҡапҡаһына һөжүм итә. 8 секундтан, өсөнсө осор тамамланыуға 53 секунд ҡалғас, Гретцки майҙан уртаһынан мәргән сәпәп, матчтағы иҫәп һанын тигеҙләй. Бының менән ул үҙенең 1851-се мәрәйен ала һәм НХЛ тарихында иң яҡшы бомбордир булыуға өлгәшә.

Уйын туҡтатыла, һәм рекордты тәбрикләү башлана. Уйын яңыртылғас, овертаймға күсәләр, бында Гретцки еңеү голын индерә.

«Лос-Анджелес Кингзҡа» күскәс, Гретцки командаға күрһәткестәрен яҡшыртырға ярҙам итә. 1990/91 йылдар миҙгелендә «Кингз» даими миҙгелдә 102 мәрәй йыя. Улар Смит дивизионында беренсе урынға лайыҡ була.

Гретцкиҙың 1993 йылғы плей-оффта йыйған 40 мәрәйе «Королдәргә» клуб тарихында тәүге тапҡыр Стэнли кубогының финал уйындарына үтергә мөмкинлек бирә. Бында улар биш матч һөҙөмтәләре буйынса «Монреалдән» генә ҡалыша.

1994 йылдың 15 мартында «Ванкуверға» ҡаршы уйналған матчта Гретцки Кирк Маклин ҡапҡаһына гол индерә. Был Уэйн карьераһында 802-се шайба була, һәм ул, Горди Хоуҙы үтеп китеп, НХЛ тарихында иң яҡшы снайпер булыуға өлгәшә.

1994 йылда Гретцки карьераһында унынсы тапҡыр миҙгелдең иң яҡшы бомбардиры була һәм сираттағы «Арт Росс Трофи» ала.

33 йәшлек Гретцки һуңғы өс тиҫтә йыл эсендәге иң өлкән йәштәге бомбардир иҫәпләнә: бында ла Горди Хоу менән оҡшашлыҡ һиҙелә, Хоу был титулды 1963 йылда, 35 йәш булғанда ала.

«Королдәр» шулай ҙа Гретцки менән берлектә Кубок яулай алмай. Команды өсөн 1994/95 йылдар миҙгеле бигерәк тә уңышһыҙ була. Сан-Хосела үткән уйндарҙың береһедә, даими миҙгел аҙағында Гретцки көйәрмәндәрҙең яңы «Шаркс» плакатын күрә:

en: All the Kings goalies and all the Kings' men, couldn’t get Wayne to the playoffs again!
ru: Бөтә король киперҙары ла бөтә король ғәскәрҙәре лә Гретцкиға плей-оффта яңынан уйнарға бирмәй!

«Сент-Луис» үҙгәртергә

1993 йылғы уңыштарынан һуң, берәү ҙә һис уйламағанда, «Кингз» лиганың аутсайдерына әйләнә һәм 1998 йылға ҡәҙәр плей-оффҡа үтә алмай. Гретцки күпкә көслөрәк командаға күсереүҙәрен үтенә һәм 1996 йылдың 27 «Сент-Луис Блюзға» ебәрелә.

Шул уҡ миҙгелдә Уэйн 102 мәрәй йыя һәм үҙ карьераһында 15-се тапҡыр « чемпионатта 100 мәрәй» билдәһенә етә. Плей-оффта команда конференцияның ярымфиналын һайлай һәм «Детройттан» еңелә. Миҙгел тамамланыу менән, Гретцки етәкселек менән килеп тыуған низағ арҡаһында, «Блюз» клубынан китә һәм «Нью-Йорк Рейнджерс» менән контракт төҙөй.

«Нью-Йорк Рейнджерс» үҙгәртергә

 
«Нью-Йорк Рейнджерста»

1996 йылдың 26 инюнендә «Нью-Йорк Рейнджерс» Уэйн Гретцкиҙың ирекле агенты менән килешеү төҙөй. «Эдмонтондан» киткәндән һуң. тәүге тапҡыр Марк Мессье һәм Гретцки бер командала уйнай башлай.

Карьераһын тамамлауға табан барған Уэйн яңынан-яңы рекордтар ҡуя. 1996 йылдың 1 декабрендә «Монреалгә» ҡаршы уйында Гретцки карьераһында 3000 мәрәй билдәһенә етә (даими чемпионат һәм плей-офф статистикаһын бергә ҡушып).

1997 йылдың 3 апрелендә «Бостонға» ҡаршы уйналған матчта, даими чемпионаттың 2700-се мәрәйен ала.

1997 26 октябрендә Гретцки даими чемпионатта үҙенең 1851-се һөҙөмтәле тапшырыуын эшләй. Быға тиклем НХЛ тарихында бер генә уйынсы ла һис ҡасан гол пастары ғына түгел, хатта дөйөм мәрәйҙәр буйынса ла бындай ҙур һанға еткәне (ул ваҡытҡа иң күп мәрәй Горди Хоуҙа ғына — 1850 мәрәй, аҙаҡ уны Марк Мессье үтеп китә — 1887 мәрәй) булмай.

1998 йылдың 7 мартында « |Нью-Джерсиға» ҡаршы уйналған матчта Гретцки күпселектә даими чемпионатта һәм плей-оффта үҙенең 1000-се голын индерә.

Үҙенең һуңғы, НХЛ-дағы 1998/99 йылдар миҙгелен Гретцки 70 матчта ни бары 9 гол индереү менән генә таныла. Был голдарҙың һуңғыһы 1999 йылдың 29 мартында индерелә, һәм ул Уэйн карьераһында 1072-сеһе була (ВХА менән НХЛ даими чемпионаттарында һәм плей-офтарында уйналған матчтарын иҫәпкә алып).

Һөҙөмтәлә Гретцки хоккей тарихында, НХЛ һәм ВХА клубтарында сығыш яһаған ваҡытында 1071 гол индергән үҙенең кумиры Горди Хоуҙы уҙып китеп, иң юғары күрһәткескә өлгәшә.

Уэйн Гретцки НХЛ-дағы карьераһын 1999 йылдың 18 апрелендә «Питтсбург Пингвинзҡа» ҡаршы уйнағлған матч менән тамамлай. Был уйында ул, һөҙөмтәле тапшырыу башҡарып, үҙенең карьераһындағы һуңғы мәрәйен ала. Был мәрәй НХЛ чемпинатында алған 2857-сеһе була (894 гол + 1963 тапшырыу).

Карьераһы тамамланған мәлгә Гретцки, ВХА өсөн уйнаған һуңғы ике уйынсының береһе була (икенсеһе Уэйндың «Эдмонтон» буйынса уҙаҡташы, 2004 йылда НХЛ-да уйнаған Марк Мессье).

1998 йыл башында Уэйн Гретцки, абруйлы «The Hockey News» баҫмаһы версияһы буйынса, «Хоккей тарихындағы бөйөк» титулына лайыҡ була.

Карьераһы дауамында Уэйн Гретцки 10 миҙгелдә 9 тапҡыр НХЛ-дың иң әһәмиәтле уйынсыһы призына («Харт Трофи») лайыҡ була. Горди Хоу ошо уҡ 10 йыл эсендә MVP титулын 6 тапҡыр ала.

Уэйн Гретцки 10 тапҡыр НХЛ-дың иң яҡшы бомбардиры тип таныла. 10 осраҡтың өсәүһендә «Арт Росс Трофи» яулай. Быны ул гол индермәйенсә лә, тик һөҙөмтәле тапшырыуҙар башҡарып та өлгәшә.

Үҙ карьераһында миҙгел эсендә 4 тапҡыр ул 200-ҙән күберәк мәрәй: 1981-82 (212), 1983—84 (205), 1984—85 (208), 1985—86 (215) йылдар чемпинатында яулай. НХЛ тарихында бер уйынсы ла һис ҡасан бындай күрһәткескә эйә булмай: бары тик Марио Лемье 1988—89 йылдар беренселегендә был күрһәткескә яҡынлаша, әммә «200» билдәһенә тиклем уға 1 мәрәй етмәй.

Халыҡ-ара карьераһы үҙгәртергә

Канада йыйылма командаһы составында Гретцки йәштәр (1978 йылдарҙағы шайбалы хоккей буйынса Йәштәрҙең донъя чемпионаты) һәм өлкәндәр (1982 йылдарҙағы шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты) донъя чемпионаттарында ҡатнаша. Ике тапҡыр бронза призёры була, шулай уҡ «гол+пас» системаһы буйынса турнирҙың иң һөҙөмтәле уйынсыһы (быға ярашлы, 8+9 и 6+8 булараҡ таныла), теге чемпионаттың да, быныһының да символик йыйылма командаһына инә.

Канада кубогы уйындарында ҡатнаша (1984 йылдарҙағы Канада кубогы, 1987 йылдарҙағы Канада кубогы, һәм 1991 йылғы Канада кубогы эйәһе, 1981 йылдарҙағы Канада кубогы финалсыһы), бында ул 31 матчта 17 шайба индерә һәм 40 тапшырыу башҡара. Һәр турнирҙа Грецки барыһынан да күберәк мәрәй йыя.

1998 йылда Гретцки үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашыра, ул Наганола үткән 1998 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында сығыш яһай.

«Был турнир — үҙенсәлекле нәмә. Бында аҡса бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел — команда рухы, бөтәһенең дә бер маҡсатҡа буйһоноуы миллион долларҙан мөһимерәк», — ти Гретцки Олимпиада тураһында.

Ләкин дебют уңышһыҙ килеп сыға — уның командаһы миҙалһыҙ ҡайтып китә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул һиҙелерлек тормош тәжрибәһе туплауы һәм был уның һөнәри карьераһында «төп этап» булыуы хаҡында белдерә.

Солт-Лейк-Ситиҙағы 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Уэйн Гретцки хоккейсы булараҡ, олимпия пьедесталына күтәрелә алмаһа ла, йыйылма команданың генераль менеджеры вазифаһында чемпион булыуға өлгәшә.

Статистика үҙгәртергә

Йыл Йыйылма команда Турнир Урын И Г ГП О Штр
1978 Канада (мол.) МЧМ   6 8 9 17 2
1981 Канада КК   7 5 7 12 2
1982 Канада ЧМ   10 6 8 14 0
1984 Канада КК   8 5 7 12 2
1987 НХЛ йыйылма командаһы Рандеву-87 2 0 4 4 0
1987 Канада КК   9 3 18 21 2
1991 Канада КК   7 4 8 12 2
1996 Канада КМ   8 3 4 7 2
1998 Канада ОИ 4 6 0 4 4 2
Бөтәһе 63 34 69 103 14

Хоккейҙан киткәндән һуң үҙгәртергә

 
Уэйн Гретцки, 2001 йыл

1999 йылдың 18 апрелендә Гретцки үҙенең һуңғы һөҙөмтәле тапшырыуын башҡары хоккей менән хушлаша. «Ихтимал, для мин башта гольф уйнармын», — ти ул.

«Бөйөктөң» дуҫы Марк Мессье былай ти: «Ҡуйығыҙсы, яңы Гретцки бер ҡасан да тыумаҫ! Уның кеүек хоккейсылар мең йылға бер тапҡыр ғына донъяға килә».

Ҡағиҙәләргә ярашлы, хоккейсының исеме танылған Хоккей даны залында (Торонто) мәңгеләштерергә мөмкин, әммә бының өсөн спортсының ҙур спорттан китеүенә 3 йыл ваҡыт үтергә тейеш. Гретцки — ташлама яһалған һирәктәрҙең: 1999 йылдың 22 ноябрендә үк, йәғни хушлашыу матчынан һуң ни бары 7 ай үтеү менән, ул Дан залына эләгә. Уға тағы бер уникаль хөрмәт күрһәтелә: Уэйн үҙенең һөнәри карьераһы дауамында сығыш яһаған 99 һаны НХЛ-да уға мәңгелеккә беркетелә, һәм НХЛ-дың бер генә хоккейсыһы ла был номер яҙылған свитерҙы кейә алмаясаҡ.

20002009 йылдарҙа НХЛ-дың «Финикс Койотс» клубының хужалашы була , 2005—2009 йылдарҙа уның баш тренеры вазифаһын башҡара. Һәр төрлө бизнес менән мауыға: үҙенең рестораны бар, шәхсән үҙенең ирҙәр кейеме линияһын сығарыуҙы булдырған, рекламаларға төшә һ.б. 2002 йылда Гретцки генираль менеджер булған Канада йыйылма командаһы Солт-Лейк-Ситиҙа Хоккей буйынса Олимпия турнирында уңышлы сығыш яһай.

Боҙҙан тыш үҙгәртергә

Гретцки НХЛ-дан китеү менән, лига етәкселеге уның исеменән файҙа табыу юлын эҙләй башлай, сөнки улар төҫ-башҡа сибәр генә был баҫалҡы егет йәш фанаттарҙың ғына түгел, хатта бер ҡасан да хоккей менән ҡыҙыҡһынмаған йорт хужабикәләренең дә уға оҡшарға тырышыу объектына әйләнәсәген төшөнөп ала. Журналдарҙа әленән-әле Гретцки тураһында мәҡәләләр баҫылып тора. Ул бөтә донъя буйлап сәйәхәт итә, 1980 йылдар башында хатта Мәскәүҙә лә була.

«Элекке» НХЛ-дың символы булып ниндәйҙер тешһеҙ гиганттың ыржайыуы торһа, яңыһында — ап-аҡ тешле Уэйндың йылмайыуы. Бындай сәйәсәт, һуңынан асыҡланыуынса, бик уңышлы булып сыға. Ҡаты, ә ҡайһы саҡта аяуһыҙ уйынға өйрәнгән Төньяҡ Америка кешеләре күҙлегенән ҡарағанда, Гретцки НХЛ-дың һәм бөтә хоккейҙың яңы иммиджын табыуға булышлыҡ итә. Гретцки Американың көньяғында ла хоккейҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уэйн АҠШтың «хоккейһыҙ» төбәктәрендә лә, мәҫәлән, Калифорнияла хоккейҙың таралыш табыуына күп көс һала. Гретцкиҙың халыҡ-ара спорт йәмғиәттәрендә лә абруйы ҙур. 2002 йылда уға Олимпия ордены — МОК-тың юғары наградаһын тапшыралар. Бынан тыш, Гретцки Канада орденының (был илдең юғары дәрәжәле юғары гражданлыҡ наградаһы) лайыҡлы хужаһы.

Ғаиләһе үҙгәртергә

1984 йылда Гретцки үҙенең тиңдәше америка актрисаһы Джанетт Джонсты осрата. Джанетт 1973 йылдан башлап киноға төшә башлай һәм әлеге көндә актриса булып уйнауын дауам итә. Ул «Полиция академияһы» фильмының бишенсе өлөшөндә төшә. 1988йылдың йәйендә уларҙың туйҙары була. Уларҙың 5 бала — Паулина (1988 йылдың 19 декабрендә тыуған), Тай (1990 йылдың 9 июлендә тыуған), Трэвор (1992 йылдың 14 сентябрендә тыуған), Тристан (2000 йылдың 2 авгусында тыуған) һәм Эмма (бәләкәйҙәре). 2005/2006 йылдар миҙгелендә Тай атаһы менән бергә Аризонда йәшәй, ә ҡалған балалары был ваҡытта Джанетт менән Калифорнияла була. Ейәне — Тейтум Гретцки Джонсон (2015 йылдың 19 ғинуарында тыуған).

Статистика үҙгәртергә

Гретцки хоккейға 21 йыл ғүмерен бирә һәм ошо ваҡыт эсендә НХЛ-дың бөтә мөмкин булған рекордтарын ҡуя. Уның иҫәбендә 61 ҡаҙаныш. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе булып, НХЛ-дың даими чемпионаттарында индерелгән голдарҙың һәм йыйған мәрәйҙәрҙең һаны тора. 1989 йылдың 15 октябрендә Гретцки мәрәйҙәр һаны буйынса Горди Хоу иҫәбенә ҡараған рекордты үтеп, яңыһын ҡуя(1850), 1994 йылдың 24 мартында индерелгән шайбалар һаны буйынса ла (801) рекорд урынлаштыра. Уның иҫәбендә бөтәһе 894 гол һәм 2857 мәрәй. Ике факт тураһында айырып әйтеп китергә кәрәк. (1) Әгәр Гретцки бер генә шайба индермәһә лә, ул үҙенең фантастик 1963 тапшырыу башҡарып йыйған мәрәйҙәр һаны буйынса барыбер рекорд ҡуйған булыр ине. (2) НХЛ тарихында тик өс хоккейсы ғына бер миҙгелдә 100 тапшырыу күрһәткесен үтә алды: Бобби Орр (бер тапҡыр), Марио Лемье (бер тапҡыр) һәм Уэйн Гретцки (ун бер тапҡыр). Өҫтәүенә, Уэйн был күрһәткесте рәттән ун бер тапҡыр башҡара. Рекордтарҙан тыш, Гретцки Лиганың күпселек индивидуаль трофейҙарын яулаусы булып тора, улар йыл һайын миҙгелдең иң яҡшы хоккейсыларына тапшырыла. Шулай итеп, Уэйн ун туғыҙ тапҡыр «Харт Трофи» (иң әһәмиәтле уйынсыға) һәм ун тапҡыр— «Арт Росс Трофи» (иң яҡшы бомбардирға) — НХЛ-дың иң абруйлы приздары эйәһе.

Регулярный сезон Плей-офф
Миҙгел Команда Лига И Г П О Штр +/- И Г П О Штр +/-
1976-77 Петерборо Петс OMJHL 3 0 3 3 0 -
1977-78 Су-Сент-Мари Грейхаундс OMJHL 64 70 112 182 14 -
1978-79 Индианаполис Рейсерс ВХА 8 3 3 6 0 -3
1978-79 Эдмонтон Ойлерз ВХА 72 43 61 104 19 23 13 10 10 20 2 6
1979-80 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 79 51 86 137 21 15 3 2 1 3 0 -
1980-81 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 80 55 109 164 28 41 9 7 14 21 4 -
1981-82 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 80 92 120 212 26 81 5 5 7 12 8 -
1982-83 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 80 71 125 196 59 60 16 12 26 38 4 -
1983-84 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 74 87 118 205 39 76 19 13 22 35 12 18
1984-85 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 80 73 135 208 52 98 18 17 30 47 4 28
1985-86 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 80 52 163 215 46 71 10 8 11 19 2 0
1986-87 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 79 62 121 183 28 70 21 5 29 34 6 10
1987-88 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 64 40 109 149 24 39 19 12 31 43 16 9
1988-89 Лос-Анджелес Кингз НХЛ 78 54 114 168 26 15 11 5 17 22 0 -4
1989-90 Лос-Анджелес Кингз НХЛ 73 40 102 142 42 8 7 3 7 10 0 -4
1990-91 Лос-Анджелес Кингз НХЛ 78 41 122 163 16 30 12 4 11 15 2 0
1991-92 Лос-Анджелес Кингз НХЛ 74 31 90 121 34 -12 6 2 5 7 2 -3
1992-93 Лос-Анджелес Кингз НХЛ 45 16 49 65 6 6 24 15 25 40 4 6
1993-94 Лос-Анджелес Кингз НХЛ 81 38 92 130 20 -25
1994-95 Лос-Анджелес Кингз НХЛ 48 11 37 48 6 -20
1995-96 Лос-Анджелес Кингз НХЛ 62 15 66 81 32 -7
1995-96 Сент-Луис Блюз НХЛ 18 8 13 21 2 -6 13 2 14 16 0 2
1996-97 Нью-Йорк Рейнджерс НХЛ 82 25 72 97 28 12 15 10 10 20 2 5
1997-98 Нью-Йорк Рейнджерс НХЛ 82 23 67 90 28 -11
1998-99 Нью-Йорк Рейнджерс НХЛ 70 9 53 62 14 -23
ВХА-ла бөтәһе 80 46 64 110 19 20 13 10 10 20 2 6
НХЛ-да бөтәһе 1487 894 1963 2857 577 518 208 122 260 382 66 67

Беренсе, юбилей һәм һуңғы голдары, тапшырыуҙары һәм мәрәйҙәре үҙгәртергә

Голдар үҙгәртергә

  • 1 — 14 октябрҙә 1979 — Эдмонтон Ойлерз — Ванкувер Кэнакс
  • 500 — 22 ноябрь 1986 — Эдмонтон — Ванкувер
  • 894—1999 29 март — Нью-Йорк Рейнджерс — Нью-Йорк Айлендерс

Тапшырыуҙары үҙгәртергә

  • 1 — 10 октябрь 1979 — Эдмонтон — Чикаго Блэкхокс
  • 500—1983 йыл 17 декабрь — Эдмонтон — Квебек Нордикс
  • 1000—1987 4 ноябрь — Эдмонтон — Нью-Йорк Рейнджерс
  • 1500—1992 йылдың 4 мартында — Лос-Анджелес Кингз — Сан-Хосе Шаркс
  • 1963 — 12 апрель 1999 — Нью-Йорк Рейнджерс — Питтсбург Пингвинза

Мәрәйҙәре үҙгәртергә

  • 1 — 10 октябрь 1979 — Эдмонтон — Чикаго
  • 500 — 19 март 1982 — Эдмонтон — Калгари Флэймза
  • 1000—1984 19 декабрь — Эдмонтон — Лос-Анджелес
  • 1500—1987 11 март — Эдмонтон — ДетройтРед Уингз
  • 2000—1990 йылдың 26 октябре — Лос-Анджелес — Виннипег Джетс
  • 2500—1995 17 апрель — Лос-Анджелес — Калгари
  • 2857 — 12 апрель 1999 — Нью-Йорк Рейнджерс — Питтсбург Пингвинза

Рекордтары (61) үҙгәртергә

Уэйн Гретцкиҙың НХЛ-да йә үҙе яулаған, йә башҡалар менән бүлешкән 61 рекорды бар (үҙе боҙҙан киткән 1999 йылдың 18 апреленә тиклем), шулар иҫәьендә: даими миҙгелдең 40 рекорды, плей-офтың 15 рекорды һәм НХЛ-дың бөтә йондоҙҙары матчында (All-Star Game) ҡуйған 6 рекорды.

Даими миҙгелдең рекордтары үҙ эсенә бер миҙгелдәге иң күп голдар һанын (92), миҙгелдәге иң күп гол тапшырыҙарын(163) һәм миҙгелдәге иң күп мәрәйҙәр һанын (215) ала. Шулай уҡ ни бары 39 уйындағы ҡыҫа ваҡытта 50 гол күрһәткесен үтеү рекорды һәм 50 уйын арауығында иң күп гол (ике тапҡыр 61 гол) Гретцки иҫәбенә яҙылған. 1983-84 йылдар миҙгелендә рәттән 51 уйын серияһында алған мәрәйҙәре — 61 гол, 92 тапшырыу һәм 153 мәрәй.

Гретцки даими миҙгелдә лә, плей-офта ла иҫ китмәле рекордтарҙы: иң күп голдар һаны (894), карьераһындағы иң күп гол тапшырыуҙары (1 963), иң күп мәрәйҙәр һаны (2 857), шулай уҡ карьераһындағыа хет-триктар һаны (50) буйынса ла ҡуя. Мәрәйҙәр һаны буйынса карьераһында уға яҡын булған уйынсы— Яромир Ягр — әлеге мәлгә «бөтәһе» 1 900 мәрәй йыйған. Гретцкиҙың даими миҙгелдә һәм плей-офта йыйған мәрәйҙәренең дөйөм һаны 3 239-ға етә. Шул уҡ ваҡытта, үҙ карьераһында гол тапшырыуҙарын шул тиклем күп эшләй, хатта башҡа уйынсылар мәрәйҙәр һаны буйынса ла уға еткерә алмайҙар.

1985, 1988 йылдарҙа плей-офта йыйған 47 мәрәй әлеге көндә лә плей-офтың бер уйыны рекорды булып һанала, шулай уҡ плей-офта уның карьераһындағы голдар (122), тапшырыуҙар (260), мәрәйҙәр (382) һанын, хет-триктарын (10) һәм еңеү голдарын (24) бер хоккейсы ла үтә алғаны юҡ.

Түбәндә Уэйн Гретцкиҙың карьераһын тамамлағанға ҡәҙәр яулаған рекордтарының рәсми исемлеге килтерелә:

Даими миҙгел (40) үҙгәртергә

{{Награда карточкаһы хоккей | Клуб исеме = һәм НХЛ уйынсыһы. | Рәсем = statue Gretzky cropped.jpg | Рәсем ҙурлығы = 200px | Имза = Уэйн Гретцки Стэнли кубогын яуланы 1984, 1985, 1987 һәм 1988 йылда «Эдмонтон Ойлерз» | Бөтә наградалары = 45 | Стэнли Кубогы = 4 | Бүләк Кэмпбелл Кларенс = 5 | Бүләк принцы = | Трофи Росс Артлы = 10 | Трофи Билл Мастертон = | Трофи Везин = | Джеймс Трофи Норрис = | Джек Авард-телеком Адамс = | Трофи Клэнси Кинг = | Трофи Колдер = | Трофи Бинг Леди = 5 | Алексеевна Трофи Смайт = 2 | Патрик Трофи Светафорын = 1 | Пирсон Светафорын Авард-телеком = 5 | Морис Ришар Трофи = | МХЛ Плюс/Минус Авард-телеком = 3 | М. Уильям Трофи Дженнингс = | Фрэнк Дж. Трофи Селк = | Харт Трофи = 9 Даими миҙгел (40) {{Награда карточкаһы хоккей | Клуб исеме = һәм НХЛ уйынсыһы. | Рәсем = statue Gretzky cropped.jpg | Рәсем ҙурлығы = 200px | Имза = Уэйн Гретцки Стэнли кубогын яуланы 1984, 1985, 1987 һәм 1988 йылда «Эдмонтон Ойлерз» | Бөтә наградалары = 45 | Стэнли Кубогы = 4 | Бүләк Кэмпбелл Кларенс = 5 | Бүләк принцы = | Трофи Росс Артлы = 10 | Трофи Билл Мастертон = | Трофи Везин = | Джеймс Трофи Норрис = | Джек Авард-телеком Адамс = | Трофи Клэнси Кинг = | Трофи Колдер = | Трофи Бинг Леди = 5 | Алексеевна Трофи Смайт = 2 | Патрик Трофи Светафорын = 1 | Пирсон Светафорын Авард-телеком = 5 | Морис Ришар Трофи = | МХЛ Плюс/Минус Авард-телеком = 3 | М. Уильям Трофи Дженнингс = | Фрэнк Дж. Трофи Селк = | Харт Трофи = 9

  1. Иң күп гол, шул иҫәптән, плей-офта: 1 487 1 208. 016 даими чемпионаттар матчындағы уйыны һәм плей-офф
  2. Иң күп гол, бер миҙге: 1981-82йылдар миҙгелендә 92, миҙгел уйындарында 80.
  3. Иң күп гол, бер миҙгелдә, шул иҫәптән плей-офта: 1983-84 йылдар миҙгелендә 100, даими чемпионаттың 74 матчында 87 гол, 19 плей-офта 13 гол.
  4. Иң күп гол, миҙгелдең тәүге 50 уйынында: 1981-82 йылдар миҙгелендә 61 (7 окт. 1981 — 22 дек. 1982, миҙгелдә 80 уйын) һәм 1983-84 йылдар миҙгелендә (5 окт. 1983 — 25 дек. 1984), миҙгелдә 80 уйын.
  5. Иң күп гол, бер осорҙа: 4 (10 уйынсы менән бер тиңкүрһәткеср) 18 февр. 1981
  6. Иң күп тапшырыу: 1 1963
  7. Иң күп тапшырыу, шул иҫәптән, плей-офта: 2 223
  8. Иң күп тапшырыу, бер миҙгелдә: 1985-86 йылдар миҙгелендә 163,миҙгелдә 80 уйын.
  9. Иң күп тапшырыу, бер миҙгелдә, шул иҫәптән, плей-офта: 1985-86 йылдар миҙгелендә 174, даими миҙгелдә 163 тапшырыу (80 уйындан) һәм плей-офтың 10 уйынында 11 тапшырыу.
  10. Иң күп тапшырыу, бер уйында: 7 (Билли Тэйлор менән бер тиң күрһәткес) 3 тапҡыр — 15 фев. 1980; 11 дек. 1985; 14 фев. 198
  11. Иң күп тапшырыу, ситтә уйнағанда: 7 (Билли Тэйлор менән бер тиң күрһәткес менән) 11 дек. 1985.
  12. Иң күп мәрәйҙәр һаны: 2. уйын 857 485 1 (894 гол, 1-се тапшырыу 963)
  13. Иң күп мәрәйҙәр һаны, шул иҫәптән плей-офф: 3. уйын 239 485 1 208 һәм даими чемпионаттың матч плей-офф. (Башы 1-се 016, 2-се тапшырыу 223)
  14. Иң күп мәрәй миҙгелдә: 2 857 1 485 уйында (894 гол, 1 963 тапшырыу)
  15. Иң күп мәрәйҙәр һаны бер миҙгелдә, шул иҫәптән, плей-офта: даими чемпионат матчтарында 3 239, плей-офф уйындарында 208 (1 016 гол, 2 223 тапшырыу)
  16. Иң күп мәрәйҙәр һаны бер миҙгелдә: 1985-86 йылдар миҙгелендә 215, миҙгелдә 80 уйын (52 гол, 163 тапшырыу)
  17. Иң күп әрәйҙәр һаны бер миҙгелдә, плей-офф менән бергә: 1984-85 йылдар миҙгелендә 255; даими чемпионаттың 80 матчында 208 мәрәй һәм 18 плей-офф уйынында 47 мәрәй.
  18. Иң күп тапшырыуҙар карьерала. овертаймда: 15
  19. Иң күп голдар һаны үҙәк һөжүмсе карьераһында: 894
  20. Иң күп голдар һаны үҙәк һөжүмсенең бер миҙгелендә: 1981-82 йылдар миҙгелендә 92, миҙгелдә 80 уйын.
  21. Иң күп тапшырыуҙар һаны үҙәк һөжүмсе карьераһында: 1 963
  22. Иң күп тапшырыуҙар һаны үҙәк һөжүмсенең бер миҙгелендә: 163, 1985-86, миҙгелдә 80 уйын.
  23. Иң күп мәрәйҙәр һаны үҙәк һөжүмсе карьераһындаы: 2 857
  24. Иң күп мәрәйҙәр һаны үҙәк һөжүмсенең бер миҙгелендә: 215, 1985-86, миҙгелдә 80 уйын.
  25. Иң күп тапшырыуҙар һаны үҙенең беренсе миҙгелен үткәргән уйынсының бер уйынында: 7, 15 февр. 1980
  26. Максимум голдар уртаса уйын миҙгелендә: 1983-84. 1,18, 74 уйында 87 гол.
  27. Максимум тапшырыу уртаса уйын карьераһында (кәмендә 300 уйын): 1,321 — 1 963 тапшырыу 1 48 уйында.
  28. Максимум тапшырыу уртаса уйын миҙгелендә: 2,04 - 1985-86, 163 тапшырыу 80 уйында.
  29. Максимум мәрәйҙәр һаны уртаса уйын миҙгелендә (50 һәм унан да күберәк мәрәй йыйған уйынсылар араһында): 2,77 - 1983-84, 205 мәрәй 74 уйында.
  30. Иң ҙур миҙгелдәр һаны, 40-тан ашыу гол индерелгән: 20 миҙгелдең 12-һе
  31. Иң ҙур миҙгелдәр һаны рәттән, 40-тан ашыу гол индерелгән: 1990-91 менән 1979-80 - 12
  32. Иң күп миҙгелдәр һаны, 50 һәм унан да күберәк гол индерелгән: 9 (Майк Босси менән бер тиң күрһәткес)
  33. Иң ҙур миҙгелдәр һаны, 60 һәм унан күберәк голиндерелгән: 5 (Майк Босси менән бер тиң күрһәткес)
  34. Иң ҙур миҙгелдәр һаны рәттән, 70 һәм унан да күберәк гол индерелгән: 4 - 1981/82 - 1984/85
  35. Иң ҙур миҙгелдәр һаны рәттән, 100 һәм унан күберәк мәрәйгә йыйған: 15
  36. Иң ҙур миҙгелдәр һаны рәттән, 100 һәм унан күберәк мәрәйгә йыйған: 1991/92 - 1979/80 - 13
  37. Иң күп уйындар һаны карьераһында, унда 3 һәм күберәк гол индергән 3: 50 — 37 хет-трик, 9 тапҡыр 4 гол, 4 тапҡыр 5 гол.
  38. Иң күп уйындар һаны миҙгелдә, унда 3 һәм унан күберәк гол индергән: 10 (ике тапҡыр — 1983-84 һәм 1981-82)
  39. Иң оҙон уйындар серияһында рәттән, һөҙөмтәле тапшырыу башҡарғаны: 1990-91- 23 уйын, 48 тапшырыу.
  40. Иң оҙон уйындар серияһында рәттән, мәрәй йыйыу буйынса: 51 уйын 1983-84 миҙгелдә (5 окт. 1983 - 28 дек. 1984, 61 гол, 92 тапшырыу, 153 мәрәй)
  41. Иң оҙон уйындар серияһында рәттән, миҙгел башынан йыйылған мәрәйҙәра: 51 уйын- 1983-84 (5 окт. 1983 - 28 дек. 1984, 61 гол, 92 тапшырыу, 153 мәрәй)

Плей-офф (15) үҙгәртергә

  1. Иң күп голдар һаны, плей-офтағы карьераһында: 122
  2. Иң күп тапшырыуҙар һаны, плей-офтағы карьераһында: 260
  3. Иң күп тапшырыуҙар һаны, плей-офтағы бер йылда: 1988 - 31 (19 уйында)
  4. Иң күп тапшырыуҙар һаны бер серияла: 14 (Рик Миддлтон менән бер тиң күрһәткес менән) 1985 йылда финал конференцияһында (Чикаго ҡаршы 6 уйын)
  5. Иң күп тапшырыу финал серияһында: 1988 - 10 (4 уйын)
  6. Иң күп тапшырыҙар һаныу, плей-офтың бер уйынында: 6 Микко Лейнонен менән бер тиң күрһәткес менән) 1987 йылдың 9 апреле
  7. Иң күп тапшырыуҙар һаны, плей-офтың бер осоронда: 3 (5 тапҡыр)
  8. Иң күп мәрәйҙәр һаны, карьераһында: 382—122 гол һәм 260 тапшырыу
  9. Иң күп мәрәйҙәр һаны, плей-офтың бер йылында: 47 - 1985 (18 уйында 17 гол һәм 30 тапшырыу)
  10. Иң күп мәрәйҙәр һаны, финал серияһында: 1988 - 13, 3гол һәм 10 тапшырыу
  11. Иң күп мәрәйҙәр һаны, плей-офтың бер осоронда: 4 (туғыҙ уйынсы менән бер тигеҙ күрһәткес)
  12. Иң күп голдар һаны әҙселектә, плей-офтың бер йылында: 3 (биш уйынсының бер төрлө күрһәткес) 1983
  13. Иң күп голдар һаны әҙселектә, плей-офтың бер уйынында: 2 (һигеҙ уйынсының бер төрлө күрһәткес) 6 апрель 1983
  14. Иң күп һанлы еңеү голдары, плей-офф карьераһында: 24
  15. Иң күп хет-триктар һаны, бер һәм унан күберәк уйында: 10 (8 хет-трик, покер 2)

НХЛ-дыңың Бөтә йондоҙҙар матчы (6) үҙгәртергә

  1. Иң күп голдар һаны, бөтә йондоҙҙар матчында: 14 (18 матч)
  2. Иң күп голдар һаны, бөтә йондоҙҙарҙың бер матчында: 4 (өс уйынсы менән бер иш күрһәткес) 1983 Conference Campbell
  3. Иң күп голдар һаны, бөтә йондоҙҙар матчынының бер осоронда: 4, 1983 Conference Campbell, 3-сө осор
  4. Иң күп тапшырыуҙар һаны, бөтә йондоҙҙар матчы карьераһында: 12 ( дүрт уйынсының бер төрлө күрһәткес)
  5. Иң күп мәрәйҙәр һаны, бөтә йондоҙҙар матчы карьераһында: 25 (13 гол 18 уйында)
  6. Иң күп мәрәйҙәр һаны, бөтә йондоҙҙар матчының бер осоронда: 4 (Адам Оутс һәм Майк Гартнер менән бер төрлө күрһәткес), 1983 Conference Campbell, 3-сө осор (4 гол)

Тренер карьераһы үҙгәртергә

Команда Миҙгел Даими миҙгел Плей-офф
Һәм . П. ПОТ Тураһында Йомғаҡтары Йомғаҡтары
Phoenix Койотис 2005-06 82 38 39 5 81 5 дивизионы. Непопадание плей-офф
Phoenix Койотис 2006-07 82 31 46 5 67 5 дивизионы. Непопадание плей-офф
Phoenix Койотис 2007-08 82 38 37 7 83 4 дивизионы. Непопадание плей-офф
Phoenix Койотис 2008-09 82 36 39 7 79 4 дивизионы. Непопадание плей-офф
Барыһы 328 143 161 24 Мәрәй %: .473

Наградалары һәм ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • 3 тапҡыр Канада кубогы еңеүсеһе — 1984, 1987, 1991.
  • 4 тапҡыр Стэнли кубогы эйәһе — 1984, 1985, 1987, 1988.
  • 9 тапҡыр «Харт Трофи» яулай (миҙгелдең иң ҡиммәтле уйынсыһы) — 1980-87, 1989.
  • 10 тапҡыр «Росс Артлы Трофи» яулай (иң яҡшы бомбардир) — 1981-87, 1990, 1991, 1994.
  • Конн Смайт Трофи (плей-офтың иң әһәмиәтле уйынсыһы) — 1985, 1988
  • Лестер Пирсон Авард (уйынсылар профсоюзы баһаһы буйынса, миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы) — 1982, 1983, 1984, 1985, 1987
  • Лэди Бинг Трофи (спорт оҫталығы һәм джентельмендарса тәртибе өсөн) — 1980, 1991, 1992, 1994, 1999
  • НХЛ плюс/минус Авард («плюс-минус» күрһәткесле иң яҡшы уйынсыға) — 1982, 1984, 1985, 1987
  • Лестер Патрик Трофи (Аҡш-та шайбалы хоккейҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн) — 1994
  • Лу Марш исемендәге приз (1982, 1983, 1985, 1989)

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • 1000 һәм унан да күберәк мәрәй йыйған НХЛ хоккейсылары исемлеге
  • 1000 һәм унан да күберәк гол тапшырыуы эшләгән НХЛ хоккейсылары исемлеге
  • 1000 һәм унан да күберәк матч уйнаған НХЛ хоккейсылары исемлеге
  • The Hockey News журналы версияһы буйынса. НХЛ-дың иң яҡшы 100 уйынсыһы исемлеге

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 https://newsfeed.time.com/2013/08/21/they-live-among-us-10-canadians-who-became-americans/slide/wayne-gretzky/
  2. Wayne Gretzky // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. Wayne (»The Great«) Gretzky // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  4. https://www.eurohockey.com/player/497268-.html (ингл.)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 Hockey-Reference.com
  6. Энциклопедияһы «Кругосвет»: Гретцк, Уэйн Дуглас
  7. Гретцк Уэйн донъя хоккейы йондоҙҙары: «Мин бала саҡтан уҡ ишетеп белорус теле»(недоступная ссылка)
  8. NHL.com — Gretzky Wayne: Greatness Ascendant 2008 йыл 9 июль архивланған.
  9. NHL.com — The crucible 2009 йыл 16 май архивланған., декабрь 2002
  10. 10,0 10,1 NHL.com — 99 Reasons Why Wayne Gretzky is «The Great One» 2006 йыл 5 апрель архивланған.
  11. The Gretzky Trade: Looking back
  12. People’s History Уэйн Гретцки
  13. CBC.ca Wayne Gretzky

Һылтанмалар үҙгәртергә