Успенский Эдуард Николаевич

Успенский Эдуард Николаевич (22 декабрь 1937 йыл, Егорьевск, Мәскәү өлкәһеСССР14 август 2018 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, балалар өсөн китаптар авторы, драматург, сценарийҙар яҙыусы, телетапшырыу алып барыусы.

Успенский Эдуард Николаевич
рус. Эдуард Николаевич Успенский
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Псевдоним Э. Дзюров
Тыуған көнө 22 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Егорьевск[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 август 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[4][5][6][…] (80 йәш)
Вафат булған урыны Пучково[d], Поселение Первомайское[d], Троицкий административный округ[d], Мәскәү, Рәсәй
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак простаты[d]
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө сценарий яҙыусы, шағир, кинопродюсер, яҙыусы, балалар яҙыусыһы, драматург, алып барыусы, инженер, телетапшырыуҙар алып барыусы
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[7], детская и подростковая литература[d][7], шиғриәт[7], драма[d][7] һәм телепередача[d][7]
Уҡыу йорто Мәскәү авиация институты
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2018
Сәйәси фирҡә ағзаһы Гражданская сила[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Рәсми сайт uspens.info
 Успенский Эдуард Николаевич Викимилектә

Ул уйлап сығарған популяр персонаждары араһында,  — крокодил Гена һәм Чебурашка, эт Шарик һәм бесәй Матроскин, Федор ағай, почтальон Печкин, Тр-тр Митя[8], ағалы-ҡустылы Колобоктар, гарантиялы кешекәйҙәр.

Биографияһы үҙгәртергә

Эдуард Успенский 1937 йылдың 22 декабрендә Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһында тыуа.

Атаһы — Успенский Николай Михайлович (1903—1947), ВКП(б) ҮК аппараты хеҙмәткәре

Әсәһе — Успенская Наталья Алексеевна (1907—1982), инженер-машина төҙөүсе[9]

Мәскәү авиация институтында белем ала (МАИ) һәм инженер булып, үҙе йәнһүрәттәр өсөн сценарийҙар яһап һәм яҙып аҡса эшләй.

Балалар өсөн китаптарға өҫтәп Успенский Чебурашка һәм «Крокодил Гена һәм уның дустары» тураһында циклдарҙан шиғырҙар һәм театр өсөн бәләкәй сәхнә әҫәрҙәре яҙа.

Әммә Эдуард Успенский Феликс Камов менән бер рәттән өлкән эстрада авторы кеүек башлай. 1965 йылда артистар А. Лившиц һәм А. Левенбук тәҡдиме буйынса улар профессиональ эстрада менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Интермедиялар, юморескалар, шиғри фельетондар яҙа. Авторҙар йыш ҡына производство һәм көнкүреш кеүек ябай эстрада темаларын файҙаланһалар ҙа, әммә һәләт, зауыҡ, отҡорлоҡ, предметтарға үҙ ҡарашыңды таба белеү, уларҙың репертуарын эстрада өсөн ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә үҙенсәлекле әҙәби әҫәр итә. Авторҙар әйтем формаһын («Күк канцелярияһы»), әкиәт-пародия формаһын («Тридесятая столовая». «Пойди туда — не знаю куда», «Видимо-невидимо») пародиялы ҡуллана. Успенский һәм Камов әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшөн Лившиц һәм Левенбуктың «Пиф-паф, или Сатирические выстрелы по промахам» яңғыҙ программаһы тәшкил итә. Камов менән Успенскийҙың юморескаларын Б. Брунов, Р. Романов һ.б. башҡара. Эстрада өсөн бергә 60-сы йылдар аҙағына тиклем яҙалар.

Успенскийҙың Федор ағай тураһында беренсе китабы «Дядя Фёдор, пёс и кот» 1974 йылда баҫылып сыға. Төп геройы алты йәшлек малай, уны Федор ағай тип йөрөтәләр, сөнки ул үҙаллы була. Ата-әсәһе фатирҙа һөйләшеүсе йортһоҙ бесәй Матроскинды ҡалдырырға тыйғандан һуң, Федор ағай йорттан китә. Бесәй Матроскин һәм эт Шарик менән улар бергә Простоквашино ауылында йәшәй башлайҙар. Хазина табып, улар бәрәңге һәм ашҡа йөрөгән трактор һатып ала. Китап буйынса аҙ билдәле «Дядя Фёдор, пёс и кот» йәнһүрәте, шулай уҡ өс популяр «Трое из Простоквашино», «Каникулы в Простоквашино» и «Зима в Простоквашино» йәнһүрәтле фильм төшөрөлә.

Успенский әҫәрҙәренең теле — эклектик стиль ҡатышмаһы, лексик яҡтан төрлө, ҡала мәҙәниәте телен хәтерләтә.[10]. Юмор — эксцентрик, парадокс, алогизмға нигеҙләнгән[10].

«Заветная мечта» премияһының жюри рәйесе булып тора. Шулай уҡ 1986 йылдан тергеҙелгән КВН Юғары лигаһының беренсе уйындарында жюри ағзаһы була.

Эдуард Успенский «Спокойной ночи, малыши!», «АБВГДейка», «Радионяня» телетапшырыуҙарының, шулай уҡ «В нашу гавань заходили корабли» авторлыҡ йыры программаһы төҙөүсеһе була[11][12], ул 2000 йылда ТЭФИ премияһына лайыҡ була.

2007—2008 йылдарҙа «Граждандар көсө» сәйәси фирҡәһенең Юғары советы инә[13].

2010 йылда Успенский «Ватан балалар әҙәбиәтендә ижади ҡаҙаныштары өсөн» номинацияһында балалар яҙыусылары өсөн ойоштролоған Корней Чуковский исемендәге премияға лайыҡ була[14].

 
Троекурово зыяратында һәйкәл

Һуңғы йылдары һәм үлеме үҙгәртергә

2011 йылда ул ашҡаҙан яман шешен еңеп сыға, Ул үҙен 5 йыл яҡшы тоя, ә 2017 йылда унда простата яман шеше табыла[15] һуңғы йылдарҙа инвалид коляскаһында йөрөй, Баден-Баденда дауалана, Германиянан дүртенсе курс химиотерапияһынан һуң ҡайта, 2018 йылдың 9 авгусында аңын юғалта, табиптар уға дауаханаға ятырға тәҡдим итә, әммә ул баш тарта һәм өйҙән ҡала[16].

Эдуард Успенский 2018 йылдың 14 авгусында, кис, 81-се йәшендә, Мәскәүҙең Троицк административ округына ингән Пучково ауылында шәхси йортонда вафат була[17][18]. 2018 йылдың 18 авгусында яҙыусы менән хушлашыу тантанаһы Мәскәүҙә Әҙиптәрҙең үҙәк йортонда үтә. Троекурово зыяратында ерләнә (21 участка)[19].

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Атаһы — Успенский Николай Михайлович (1903—1947), ВКП(б) ҮК аппараты хеҙмәткәре. Әсәһе — Успенская Наталья Алексеевна (ҡыҙ фамилияһы — Дзюрова, 1907—1982), инженер-машина төҙөүсе. Өлкән ағаһы Игорь, ҡустыһы Юрий (?—2020).

Беренсе ҡатыны (1963—1980) — Римма (МАИ-ла бергә уҡый), Шапокляк әбейҙең прообразы[20][15]. Ҡыҙы Татьяна (1968) — парикмахер, «участканы проектлау һәм дизайн» һөнәре буйынса Урман институтын тамамлаған[15][21]. Ейәнсәре Екатерина, ейәне Эдуард Успенский[21].

Икенсе (1980—2003) һәм дүртенсе[16] ҡатыны — Успенская Елена Борисовна (ырыу. 1960)[15], төҙөлөш институтын тамамлап, телевидениела, бинаны файҙаланыу буйынса бүлектә эшләгән, ә Успенский мультипликация студияһы эшләй. Ҡатынына егерме йәш, ә Успенскийға ҡырҡ йәш булғанда танышалар. Айырылышҡандан һуң Успенский беренсе никахтан ун ике йәшлек ҡыҙын үҙенә ала[22]. Үгәй ҡыҙҙар-игеҙәктәр Светлана һәм Ирина (25 ноябрь, 1991) бөйөрҙәре проблемаһы арҡаһында инвалид булғандар, ветеринарға уҡығандар[22][15].

Өсөнсө ҡатыны (2005—2011[23]) — Элеонора Николаевна Филина (28 апрель 1962 йыл), «В нашу гавань заходили корабли» (1991—2011) телетапшырыуҙарын алып барыусы[24] журналист, музыкаль мөхәррир, элек уҡытыусы һәм балалар психологы булған. 2011 йылдың октябрендә айырылышалар[25].

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Крокодил Гена и его друзья. — М., 1966, 1970
  • Разноцветная семейка. — М., 1967
  • Вот так школа. — М., 1968
  • Крокодил Гена. — М., 1970
  • Воздушные шары. — М., 1971
  • Вниз по волшебной реке. — М., 1972
  • Гололёд. — М., 1973
  • Наследство Бахрама (1973)
  • Дядя Фёдор, пёс и кот. — М., 1974
  • Академик Иванов. — М., 1974
  • Отпуск крокодила Гены (1974)
  • Гарантийные человечки. — М., 1975
  • Крокодил Гена. — Таллин, 1975
  • Все в порядке. — М., 1976
  • Повтори. — М., 1976
  • Удивительное дело. — М., 1976
  • Крокодил Гена. — М., 1977
  • Крокодил Гена и другие сказки. — М., 1977
  • Вниз по волшебной реке. — М., 1979
  • Школа клоунов (1981)
  • Гололёд. — М., 1982
  • Если был бы я девчонкой. — М., 1983
  • Каникулы в Простоквашино. — М., 1983
  • Над нашей квартирой. — М., 1980, 1981, 1984
  • Вера и Анфиса в поликлинике. — М., 1985
  • Вера и Анфиса знакомятся. — М., 1985
  • Клоун Иван Бултых (1987)
  • Колобок идёт по следу. — М., 1987
  • 25 профессий Маши Филипенко (1988)
  • Про Сидорова Вову. — М., 1988
  • Меховой интернат. — М., 1989
  • Мудрец
  • Красная рука, чёрная простыня, зелёные пальцы (1990)
  • Дядя Фёдор, пёс и кот (диалоги по политическим вопросам) (1990)[26]
  • Лекции профессора Чайникова (1991)
  • Грамота: Книга для одного читающего и десяти неграмотных (1992)
  • Бизнес Крокодила Гены (1992)
  • Год хорошего ребёнка (1992) (соавтор Э. де Грун)
  • Подводные береты (1993)
  • Пластмассовый дедушка (1994)
  • Тётя дяди Фёдора, или Побег из Простоквашино. — М.: Самовар, 1995
  • Зима в Простоквашино (1997)
  • Любимая девочка дяди Фёдора (1997)
  • Новые порядки в Простоквашино (1997)
  • Дядя Фёдор идёт в школу, или Нэнси из Интернета в Простоквашино (1999)
  • Лжедмитрий Второй, настоящий (1999)
  • Весна в Простоквашино (2001)
  • Грибы для Чебурашки (2001)
  • Крокодил Гена — лейтенант милиции (2001)
  • Рассказы о Простоквашино: Печкин против Хватайки — Эдуард Успенский
  • Похищение Чебурашки (2001)
  • Праздники в деревне Простоквашино (2001)
  • Неприятности в Простоквашино (2002)
  • Случай со степанидом: рассказы (2002)
  • Укус гадюки (2002)
  • Клад из деревни Простоквашино (2004)
  • Таинственный гость из космоса (2004)
  • Дни рождения в Простоквашино (2005)
  • Кислотный дождь в Простоквашино и другие весёлые истории (2005)
  • Новая жизнь в Простоквашино (2007)
  • Ошибка почтальона Печкина
  • Чебурашка идёт в народ
  • Иван — царский сын и Серый Волк
  • Про Веру и Анфису
  • Жаб Жабыч Сковородкин
  • Сын Жаба Жабыча
  • История с ястребом-перепелятником
  • Следствие ведут Колобки
  • Магнитный домик под Владимиром
  • Хозяйственная собака на белорусском хуторе
  • Происшествия в Простоквашино, или Изобретения почтальона Печкина
  • Истории про девочку со странным именем (2009)
  • Гарантийные человечки возвращаются (2011)
  • История про Гевейчика, гуттаперчевого человечка (2011)
  • Привидение из Простоквашино (2011)

Пьесы үҙгәртергә

  • Испанский сериал
  • Дядя Фёдор, пёс и кот (1976)
  • Гарантийные человечки (1979)
  • Девочка-учительница (1983)
  • Новый Год в Простоквашино
  • Остров Учёных
  • Отпуск Деда Мороза
  • Про щучье веленье
  • Пропажа белого слона
  • Следствие ведут Колобки

Фильмографияһы үҙгәртергә

Художественные фильмы үҙгәртергә

Сценарии мультипликационных фильмов үҙгәртергә

Телевидение үҙгәртергә

  • «Спокойной ночи, малыши!», алып барыусы[27]
  • 1997—2011 — «В нашу гавань заходили корабли», автор һәм алып барыусы (МТК[28], ТВ Столица, НТВ[29], ТВ-6[30], ТВС[31], Бишенсе канал[32]).
  • 2001 — «Советы профессора Чайникова», балалар өсөн телесериал, автор[33] (режиссёр Олег Рясков, МНВК, ТВ-6)[34].

Ижтимағи ҡарашы үҙгәртергә

2014 йылда «Ямғыр» телеканалына интервьюһында Рәсәйҙең Украинаға ҡарата тышҡы сәйәсәтте һәм үҙәк каналдарҙа Украинаға ҡаршы пропаганданы хөкөм итә[35]:

«Телевидение Рәсәй халҡын Украинала фашистар эш итә, Ҡырым күптән Рәсәйҙеке, шуға уны беҙ алабыҙ, ә Донбасста рус телле халыҡ төрлө ҡыйырһытыуҙарға дусар була, унда рус телендә һөйләшеүҙе тыялар һ.б. тип ышандырырға тырыша. Телевидение кадрҙар күрһәтә, тамашасыны ышандыралар: әгәр ирен күндерә алмаһалар, ҡатынын күндерәлә....Ә бөтәһе лә икенсе төрлө уйлаған коллективта урыҫтарға яңғыҙ  ҡыйын»[36].

«Страна разделилась на 10 % умных и 90 % идиотов. Я считаю, что отношусь к тем 10 % умным, потому что вся эта история с Крымом — она безобразна»[36].

«Ил 10 % аҡыллыларға һәм 90 % идиотттарға бүленгән. Мин 10 % аҡыллыға инәмдер тип уйлайым, сөнки Ҡырым менән был тарих  — ул әшәке»[36].

Успенский үзенең персонаждарына авторлыҡ хоҡуҡтары өсөн күп йылдар көрәшеүе менән билдәле. Ул Чебурашка авторлыҡ хоҡуҡтарын раҫлай һәм үҙ үлеменә тиклем Юлиана Слащева менән «Простоквашинонан өс кеше» йәнһүрәте персонаждарына авторлыҡ хоҡуҡтары өсөн көрәшә, шулай уҡ әлеге йәнһүрәтте төшөрөүгә ҡаршы протест белдерә[37]. Вафатына тиклем Успенский һәм «Союзмультфильм» «Трое из Простоквашино», «Каникулы в Простоквашино», «Зима в Простоквашино» йәнһүрәттәренән сценарицҙарҙы, шулай уҡ бөтә китаптарҙан башҡа сценарийҙарҙы һәм уларға хоҡуҡтарҙы файҙаланыу хоҡуғы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Студия яҙыусыға бурысты түләргә тейеш була [38].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 1991 — А. Гайдар исемендәге премия
  • 1997 — «Огонек» журналы премияһы
  • 1997 — IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены[39]
  • 2005 — Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһының алтын миҙалы[40]
  • 2010 — «Истории про девочку со странным именем» китабы өсөн мәҙәниәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы[41]
  • 2010 — «Ватан балалар әҙәбиәтендә ижади ҡаҙаныштары өсөн» номинацияһында Корней Чуковский исемендәге премия
  • Иң яҡшы балалар өсөн китапҡа Бөтә Союз конкурсы лауреаты
  • 2015 — Тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшеү өсөн Лев Копелев исемендәге премия.
  • 2015 — Балалар телепрограммаларын булдырыуға ҙур өлөш индергәне һәм анимация киноһын үҫтереүҙә ҡаҙаныштары өсөн «Телегранд» милли премияһы

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Чебурашка
  • Крокодил Гена
  • Трое из Простоквашино
  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Эдуард Успенский // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
  3. Eduard Uspenskij // ČSFD (чеш.) — 2001.
  4. Eduard Uspensky, Creator of Soviet Cartoons, Dies at 80 (ингл.)
  5. Èduard N. Uspenskij // Babelio (фр.) — 2007.
  6. Архив изобразительного искусства — 2003.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  8. трактор не совсем настоящий и не совсем игрушечный… Самый весёлый на заводе. Это опытная модель. Бензин ему не нужен. Работает он на продуктах. Дата обращения: 16 август 2018. 2018 йыл 15 август архивланған.
  9. Эдуард Николаевич Успенский и его творчество. Дата обращения: 7 октябрь 2011. Архивировано 5 апрель 2013 года. 2013 йыл 5 апрель архивланған.
  10. 10,0 10,1 Русские детские писатели XX века. Биобиблиографический словарь. — С. 453.
  11. ЖАБ ЖАБЫЧ МЕТИТ В ПРЕЗИДЕНТЫ, А ПИСАТЕЛЬ УСПЕНСКИЙ — В ОПЕРУ (25 март 2004).
  12. Захват НТВ (15 апрель 2001).
  13. Высший Совет Партии Гражданская Сила//Архивная версия официального сайта партии Гражданская Сила, 2007
  14. Эдуард Успенский получил главную премию имени Корнея Чуковского, РИА Новости (5 декабрь 2010). 29 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 Бывшая жена Эдуарда Успенского Элеонора Филина: "Я не изменяла, а не вынесла его тирании". КП в Украине (16 май 2018).
  16. 16,0 16,1 Названа причина смерти Эдуарда Успенского — он скончался после долгой и безуспешной борьбы с раком желудка. NEWSru.com (15 август 2018).
  17. Умер Эдуард Успенский  (рус.), РИА Новости (15 август 2018). 15 август 2018 тикшерелгән.
  18. В Москве скончался Эдуард Успенский  (рус.), www.bbc.com/russian/. 14 август 2018 тикшерелгән.
  19. Эдуарда Успенского похоронили на Троекуровском кладбище.ТАСС(18 августа 2018).
  20. «По характеру он оставался ребёнком и хотел, чтобы его любили»: ушел из жизни Эдуард Успенский - папа Чебурашки и кота Матроскина. Знаменитый детский писатель, несмотря на успешную операцию в Германии, умер на 81-м году жизни [видео]. Комсомольская правда (15 август 2018).
  21. 21,0 21,1 Коллега известного писателя: Успенский никогда не любил детей, но хотел стать похожим на Уолта Диснея. КП в Украине (16 август 2018).
  22. 22,0 22,1 Эдуард Успенский отправил жену с дочками в глушь. Собеседник (23 июнь 2011).
  23. Прямой эфир 17.11.11 — Признания Элеоноры Филиной о разводе с Эдуардом Успенским | Прямой эфир с Андреем Малаховым. pryamoj-efir.ru. Дата обращения: 29 сентября 2017.
  24. Отец Чебурашки, почтальона Печкина и кота Матроскина Эдуард УСПЕНСКИЙ: «Шапокляк — копия моей первой жены, а крокодила Гену я придумал в знак протеста». Бульвар Гордона (21 декабря 2010).
  25. Эдуард Успенский отгрохал шикарный таунхаус. Собеседник (12 октября 2012).
  26. Журнал «Огонёк». — 1990. — № 42. Полностью в журнале «Братья меньшие»
  27. Спокойной ночи, Билан. Певец побывал в роли культовых ведущих детской передачи. Представители отечественного шоу-бизнеса не прочь стать ведущими программы для детей. Аргументы и факты (15 апреля 2013).
  28. Дорожкин Э. Угадай мелодию в рабочий полдень // Коммерсантъ : газета. — М.: ЗАО «Издательский дом „Коммерсантъ“», 1997. — № 1 (1183). — С. 14.
  29. НТВ станет почти народным ТВ. Ведомости (11 октября 1999).
  30. «ГАВАНЬ» ПО ВЕРСИИ «ШАНСОНА». Известия (29 июня 2001).
  31. Под голубыми огоньками. Новогодний телевизор. Коммерсантъ (27 декабря 2002).
  32. Готовый встать выше. Журналист (1 апреля 2008). Архивировано 15 марта 2014 года.
  33. "Папа" отдыхает в Простоквашино. Аргументы и факты (11 августа 2004).
  34. SOS: телемания (недоступная ссылка)nanya.ru (17 октября 2008). Дата обращения: 28 октября 2018. Архивировано 29 декабря 2018 года.
  35. 90% россиян – идиоты. Успенский об Украине и Крыме.ICTV(15 августа 2018).
  36. 36,0 36,1 36,2 Создатель "Чебурашки": в России живет 10% умных и 90% идиотов, считающих что "Крымнаш". 9 канал (Израиль) (1 октябрь 2014).
  37. Эксперт. — 2020. — № 23 (1164). — С. 6.
  38. "Союзмультфильм" заключил с Успенским сделку по "Простоквашино". ria.ru.
  39. Биография Эдуарда Успенского
  40. Дом дружбы. Дата обращения: 7 октябрь 2011. Архивировано 28 март 2013 года. 2013 йыл 28 март архивланған.
  41. Исторический форум «Мир истории»

Һылтанмалар үҙгәртергә