Ураҙа байрамы

иң мөһим мосолман байрамдарының береһе
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ураҙа́ байра́мы (Ғәйет әл-Фитр; (ғәр. عيد الفطر‎) — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Рамаҙан айы дауамында башҡарылған ураҙа тотоу тамамланып, Шәүүәл айының тәүге өс көнө буйы билдәләнә.

Ғәйет әл-Фитр ғәр. عيد الفطر
Төрө Исламский
башҡаса Ураҙа байрамы
шулай уҡ Ураҙа ғәйете
Мәғәнәһе Изге Рамаҙан айы тамамланыуы
Раҫланған Мөхәммәт пәйғәмбәр
Башланған ваҡыты Мосолмандар
үткәрелеү ваҡыты 1-го Шәүүәл
Көнө 2 шавваля[d] һәм 1-се Шәүүәл[d]
Байрам итеү Мәсет
Йолалар Мәсеттә намаҙ ҡылыу, ифтар, эш тыйыу
Арналған ураҙа тотоуҙы тамамлау
Дели йәмиғ мәсете янында

Тарих үҙгәртергә

Ураҙа байрамы мосолмандарҙың төп ике байрамдарының береһе булып тора. Был байрамды билдәләү Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан, 624 йылдан алып башлана.

Тәртибе үҙгәртергә

Диндарҙар бер-береһен «Ғәйет мөбәрәк булһын» тип сәләмләйҙәр. Байрам көнө алдынан һәм шул көндө мотлаҡ рәүештә саҙаҡа — Фытыр йыйыла. Йыйылған саҙаҡа мохтаждарға таратыла.

Байрам көнөндә мосолмандар ғәйет (байрам) намаҙын ҡылалар, иң яҡшы кейемдәр кейәләр, традицион аш-һыуҙар әҙерләп байрам табыны ҡоралар, күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡыралар, күңел асалар.

Балалар был көндө төрлө уйындарҙа ҡатнашалар, күршеләрен тәбрикләйҙәр — улар яуап итеп балаларға тәм-том тарата. Был көндө шулай уҡ ярлыларға хәйер-саҙаҡа биреү, бүләктәр тапшырыу һәм бер-береһенән ғәфү үтенеү йолаһы бар.

Байрам көнөндә мәсеттә ике рәкәғәт ғәйет намаҙы уҡыла, унан һуң өгөт-нәсихәт итеп, халыҡҡа хөтбә әйтелә. Ғәйет намаҙын Мөхәммәт пәйғәмбәр мәсеттән ситтә — ҡырҙа уҡыған[1].

Байрам көндәре үҙгәртергә

Байрам көнө тип Шәүүәл айының беренсе көнө тип иҫәпләнә[2], әммә йола буйынса мосолман илдәрендә мәктәптәр, учреждениелар һәм кибеттәр ике йәки өс көн дауамында эшләмәй[3].

Григориан календарына ярашлы, төрлө йылдар буйынса байрам (1-се Шәүүәл) төрлө көнгә тура килә.

Хәҙистәр үҙгәртергә

Пророк Мухаммад (да благословит его Всевышний и приветствует) говорил: «Кто выстаивал ночную молитву в ночь на ‘Идуль-фитр (Ураза-байрам) и в ночь на ‘Идуль-адха (Курбан-байрам), веря в воздаяние от Всевышнего, сердце того не умрет в день, когда сердца [многих] умрут»[4]

— Ас-Суюты Дж. Аль-джами‘ ас-сагыр. С. 536, хадис № 8903

Рассказал нам Муса ибн Исмаил, рассказал нам Хаммад ибн Хумейд от Анаса, что он сказал: "Когда прибыл посланник Аллаха, мир ему и благословение Аллаха, в Медину, у её жителей было два (праздничных) дня, которые они отмечали играми. Он спросил их: «Что это за два дня?» Ему ответили: «Эти два дня мы отмечали играми ещё во времена язычества». Тогда сказал посланник Аллаха, мир ему и благословение Аллаха: «Поистине, Аллах заменил их двумя лучшими днями: днем Жертвоприношения и днем Разговения»[2]

— Сборники хадисов Абу Дауда (1134), ан-Насаи (1556), Ахмада (3/178), Абдурраззака (15566)

От Укбы ибн Амира сообщается, что посланник Аллаха (мир ему и благословение Аллаха) сказал: «День Арафа, день Жертвоприношения и три дня ташрика — это наши дни Ида (праздники), о мусульмане».[2]

— Сборники хадисов Абу Дауда (2419), ат-Тирмизи (773), ан-Насаи (5/252)

Рәсәйҙә үҙгәртергә

Ураҙа ғәйетенең беренсе көнө Адыгея, Башҡортостан (1992 йылдан алып), Дағстан, Ингушетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасай-Черкес, Татарстан, Чечен[5] һәм Ҡырым[6] республикаларында рәсми рәүештә ял байрам көнө тип билдәләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Байрам // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Резван Е.А. Ид ал-Фитр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 89.
  • А. Мец. Мусульманский ренессанс. 2-е изд., М., 1977. — С.186.
  • Э. У. Лэйн. Нравы и обычаи египтян в первой половине XIX в. М., 1982. — С.373—379.
  • G. E. Griinebaum. Muhammadan Festivals. N.Y., 195. — pp. 62–65.
  • Е. М. Mittwoch. 'Id al-Fitr // The Encyclopaedia of Islam. New ed. Leiden-London. —3, 1008.

Һылтанмалар үҙгәртергә