Уран (лат. Uranium, U) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 92.

Уран
Рәсем
Масса 238,02891 ± 3,0E−5 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Уран
Асыусы йәки уйлап табыусы Эжен Пелиго[d]
Асыу датаһы 1789
Элемент символы U[2]
Химик формула U[3]
Каноническая формула SMILES [U][3]
Атом һаны 92
Электр кирелеге 1,38
Ионный радиус 1,03 ангстрем[4], 0,89 ангстрем[4], 1 ангстрем[4], 1,17 ангстрем[4], 0,76 ангстрем[4], 0,45 ангстрем[4], 0,52 ангстрем[4], 0,73 ангстрем[4] һәм 0,86 ангстрем[4]
Тығыҙлыҡ 19,05 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр[5]
Етештереү ысулы настуран[d]
 Уран Викимилектә

Атом массаһы — 238,029; актиноидтарға ҡарай. Уранда радиоактив элементтар аҙ, тотороҡло изотоптары юҡ. Уның иң киң таралған изотобы уран-238 (146 нейтронлы, тәбиғи уранда 99,3 % тәшкил итә) һәм уран-235 (143 нейтронлы, тәбиғи уранда миҡдары 0,7204 %).

Символы үҙгәртергә

Уран элементының символы — U (Уран тип уҡыла).

Тарихы үҙгәртергә

Уран 1789 йылда Клапрот Мартин Генрих тарафынан асыла.

Боронғо заманда уҡ тәбиғи уран окисы һары һауыт-һаба яһау өсөн ҡулланылған. Мәҫәлән, Неаполь янында һары быяла ярсығы табылған, унда 1 % уран оксиды бар булып сыҡҡан, быяла беҙҙең эраның 79-сы йылында эшләнгән булған[6] Уран тарихында беренсе мөһим дата — 1789 йылда немец натурфилософы, химик Мартин Генрих Клапрот Саксония настуран мәғдәнен ҡаҙып алып, алтынһыу-һары «тупраҡтан» металға оҡшаш ҡара матдә тергеҙеүе. Клапрот уны яңы элемент тип иҫәпләп, Уран планетаһы хөрмәтенә шундай исем бирә.

Уран илле йыл металл тип иҫәпләнеп йөрөй. 1841 йылда ғына француз химигы Эжен Пелиго (1811—1890) металға оҡшаш ялтырауыҡлы булһа ла, Клапрот уран элемент түгел, UO2 оксиды тип иҫбатлай. 1840 йылда Пелиго ябай матдә уранды айырып ала һәм уның атом ауырлығын билдәләй.

Уранды өйрәнеүҙә киләһе мөһим аҙымды 1874 йылда Д. И. Менделеев яһай. Ул үҙе эшләгән периодик системаһына таянып, уранды таблицаһының иң алыҫ шаҡмағына урынлаштырған. Элек урандың атом ауырлығын 120-гә тигеҙ тип һанағандар. Менделеев был миҡдарҙы ике тапҡыр арттыра. 12 йылдан һуң уның фекере немец химигы Циммерман (J. Zimmermann) тәжрибәләре менән раҫлана[7].

1896 йылда, уран тикшергәндә, француз ғалимы Антуан Анри Беккерель осраҡлы рәүештә радиоактив тарҡалыуҙы (радиоактивный распад) аса.

Тәбиғәттә үҙгәртергә

 
Уран мәғдәне

Уран — күп һанда осрай торған иң ҙур номерлы элемент. Ер ҡабығы йөкмәткеһенең 0,00027 % (ауырлығы) тәшкил итә, диңгеҙ һыуында концентрацияһы — 3,2 мкг/л (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 3,3·10-7 %). Литосферала уран миҡдары 3 йәки 4 ·10−4%[8] тип баһалана .

Уран сығарған илдәр үҙгәртергә

Исеме ятҡылығы Илдә Запасы, т Оператор ятҡылығы эшләй башлаған
1 Төньяҡ Хорасан   Ҡаҙағстан 200 000 Казатомпром 2008
2 Мак-Артур-Ривер   Австралия 160 000 Cameco 1999
3 Сигара-Лейк   Канада 135 000 Cameco
4 Көньяҡ Эльконское   Рәсәй Федерацияһы 600 112 Атомредметзолото
5 Инкай   Ҡаҙағстан 900 75 Казатомпром 2007
6 Стрельцовский   Рәсәй Федерацияһы 50 000 Атомредметзолото
7 Зоовч Овоо   Монголия 50 000 AREVA
8 Моинкум   Ҡаҙағстан 700 43 Казатомпром, AREVA
9 Мардая   Монголия 22 000 Resources Khan, Атомредметзолото, Монголия Хөкүмәт
10 Ирколь   Ҡаҙағстан 18 900 Казатомпром, China Guangdong Nuclear Power Co 2009
11 Һары Һыу   Украина 12 000 ВостГок 1959
12 Олимп-Дэм   Австралия 1988
13 Россинг   Намибия 1976
13 Доминион   КАР 2007
13 Рейнджерс   Австралия 1980

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 URANIUM (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. http://www.cdc.gov/niosh/npg/npgd0650.html
  6. Lide, 2004
  7. Grenthe I., Drożdżyński J., Fujino T., Buck E. C., Albrecht-Schmitt T. E., Wolf S. F. Uranium (ингл.). 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
  8. Гайсинский М., Адлов Ж. Уран // Радиохимический словарь элементов. — Атомиздат, 1968.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә