Родольфо Хорхе Уолш (исп. Rodolfo Jorge Walsh; 9 ғинуар 1927 йыл — 25 март 1977 йыл) — Аргентина журналисы, ирланд сығышлы яҙыусы һәм драматург. «Монтонерос» һул-перонистик ойошмаһының иң мөһим ағзаларының береһе. Виктория (1976 йылда һәләк була) һәм Патрис Уолштың атаһы.

Уолш Родольфо
исп. Rodolfo Jorge Walsh
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Аргентина
Псевдоним Juan[1], Domigo[1] һәм Peron Jr[2]
Тыуған көнө 9 ғинуар 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][4][5]
Тыуған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина
Дата исчезновения человека 25 март 1977[2]
Вафат булған көнө 25 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[5][6] (50 йәш)
Вафат булған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина[2]
Үлем төрө внесудебное убийство[d][7]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Балалары Мария Виктория Уолш[d] һәм Патрисия Уолш[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, тәржемәсе, терроризм
Ойошма ағзаһы Монтонерос[d][8]
 Уолш Родольфо Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1927 йылда бәләкәй генә Пуэбло-Нуэво-де-ла-Колония-Чоэле-Чоэль ҡалаһында тыуа.

Буэнос-Айрес университетының философия факультетына уҡырға инә, әммә уҡыуын ҡалдыра һәм бер нисә һөнәр алыштыра. Йәш сағында ультрауң ойошмала тора, һуңынан Хуан Доминго Перонға ҡаршы түңкәрелеште хуплай, әммә 1956 йылда урынлашҡан хәрби режимды фашлай. Үҙенең бойондороҡһоҙ журналист тикшереүе материалдары (докуромандар, non-fiction романдары) менән билдәле. Шуларҙың араһында ошо жанрҙа беренсе урында — «„Бойня“ Операцияһы» (1957) тора (Трумен Капотеның «Хладнокровное убийство»һын да үтеп китә).

Куба революцияһынан һуң Хорхе Рикардо Масетти һәм Габриэль Гарсиа Маркес менән бергә Кубаға китә, «Пренса Латина» Куба яңылыҡтар агентлығын ойоштороуҙа ҡатнаша. Ул ЦРУ-ның Кочинос ҡултығына (Сусҡа ҡултығы) төшөү тураһындағы шифрлы телексын уҡый алған, тип иҫәпләнә.

Аргентинаға ҡайтҡас, Аргентина Дөйөм хеҙмәт конфедерацияһы профсоюздары берләшмәһе менән тығыҙ бәйләнештә була, «Перонистик ҡораллы көстәр» сафына баҫа, улар менән бергә 1975 йылда ҡаланың «Монтонерос» йоғонтоло һул радикал ҡала партизандары йәшерен төркөмөнә инә. Ләкин ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡарашында айырмалыҡтар барлыҡҡа килә — Уолш ҡоралға ҡарағанда ҡәләм көсөнә өҫтөнлөк бирә, хәрби хунта терроры һәм кеше хоҡуҡтарын боҙоу тураһында һөйләй. Шуға ҡарамаҫтан, Уолш революцион көрәш ысулдарынан баш тартмай.

1976 йылда ул ике яҡын кешеһен — ҡыҙы Виктория һәм дуҫы Урондо Франсисконы юғалта. Улар ҙа "Монтонерос"та тора һәм «үлем эскадроны» тарафынан атып үлтерелә.

1976 йылда хәрби-фашистик диктатура урынлаштырылғандан һуң Уолш, репрессияларҙан ҡасып, подпольеға китергә мәжбүр була. 1977 йылдың 24 мартында "Яҙыусының хәрби хунтаға Асыҡ хаты"н тамамлай[9]. Унда диктатураның репрессиялар сәйәсәтен фаш итә һәм шул йылдарҙағы ауыр иҡтисади көрсөк эҙемтәләре тураһында һөйләй. Хат Уолштың дуҫтарына һәм гәзит редакцияларына таратыла. Икенсе көндө Уолшты урамда урларға маташалар, әммә ул ҡаршылыҡ күрһәтә һәм атыш ваҡытында һәләк була[10].

Уның үлеме буйынса процесс 2005 йылда ғына башлана.

«Асыҡ хат» — диктатураға ҡаршылыҡ акттарының иң әһәмиәтлеһе тип һанала. Хатҡа һәйкәл (текстың быяла пластиналары) элекке йәшерен язалау үҙәгенә — Аргентина хәрби-диңгеҙ көстәре механиктары мәктәбендә ҡуйыла.

Китаптары үҙгәртергә

  • Diez cuentos policiales (1953)
  • Variaciones en rojo (1953)
  • Antología del cuento extraño (1956)
  • Operación Masacre (1957, экранизация Хорхе Седрона, 1973)
  • La granada (1965)
  • La batalla (1965)
  • Los oficios terrestres (1965)
  • Un kilo de oro (1967)
  • ¿Quién mató a Rosendo? (1969)
  • Un oscuro día de justicia (1973)
  • El caso Satanowsky (1973)
  • Los oficios terrestres (1986)
  • Cuento para tahúres y otros relatos policiales (1987)
  • Ese hombre y otros papeles personales (1995)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә