Уйһыулыҡ, уйпат ер — (рус. Низменность) — был термин менән физик географияла ер өҫтөндәге киң майҙандың дөйөм кимәле түбәндә урынлашҡан урын атала . Ул океан яр буйы битләүҙәренә, тауҙар уратып алған уйпаттарға, денудация (эрозия) яҫылыҡтарына йәки ҡалҡыулыҡтарҙан айырмалы башҡа ерҙәргә ҡарата ҡулланыла.

Бор уйһыулығы күренеше
Уйһыулыҡ
Рәсем
Панорамный вид
Ҡапма-ҡаршыһы Ҡалҡыулыҡ
 Уйһыулыҡ Викимилектә

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Уйһыулыҡтарҙың өҫтө ғәҙәттә тигеҙ, бик һирәк — убалы. Улар йыш ҡына тектоник уйылыу, уйпаттарға ярайһы горизонталь ятҡан континенталь йәки диңгеҙ ултырмалары тулыу һөҙөмтәһендә (башлыса йылға аллювийҙарында) барлыҡҡа килә.

Рельеф формалары классификацияһы бик аныҡ түгел. Уйһыулыҡ тип диңгеҙ кимәленән уртаса 200 метрға түбәндәрәк ятҡан тигеҙлектәрҙе,[1][2]. һанайҙар. Ҡайһы бер уйһыулыҡтар өҫтө диңгеҙ кимәленән түбәндә ята. Каспий буйы уйһыулығы диңгеҙ кимәленән 26-28 м түбәнерәк урынлашҡан.

Физик картала уйһыулыҡтар йәшел төҫтә булыуы менән айырыла. Шул уҡ ваҡытта был майҙандың абсолют бейеклеге әҙерәк булған һайын йәшел төҫ ҡуйыраҡ була бара. Ә ҡараһыу-йәшел төҫ уйһыулыҡтың океан кимәленән түбәнерәк булыуын аңлата[3].

Ер йөҙөндәге иң ҙур уйһыулыҡ — Амазонка уйһыулығы (Амазония) — майҙаны 5 млн км²-ҙан ашыу. Көньяҡ Америкала урынлашҡан [4].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Низменность // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Классификация форм земной поверхности. geolike.ru. Дата обращения: 18 сентябрь 2019. 2019 йыл 15 сентябрь архивланған.
  2. Равнины и их классификация | big-archive.ru. big-archive.ru. Дата обращения: 18 сентябрь 2019.
  3. Речные равнины примеры – Равнины, их классификация. Подразделение равнин по абсолютной высоте. Формы рельефа, связанные с материковым оледенением. Чистое Подмосковье (6 декабрь 2018). Дата обращения: 18 сентябрь 2019.
  4. Амазонская низменность // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.