Уйғыр теле

төрки телдәрҙең береһе, үзбәк һәм төрөк теле менән ҡарлуҡ-хәрәзм төркөмсәһен барлыҡҡа килтерә

Уйғыр теле (рус. Уйгу́рский язы́к, уйғ. ئۇيغۇر تىلى ,ئۇيغۇرچە, Уйғурчә, Уйғур тили [[Халыҡ-ара фонетик алфавит|ʔʊjˈʁʊrtʃɛ]], ҡыт. ғәҙәти 維吾爾語, ябайл. 维吾尔语, пиньин: Wéiwú'ěryǔ) — төрки телдәрҙең береһе [9].

Уйғыр теле
уйғ. ئۇيغۇر
уйғ. ئۇيغۇر تىلى
уйғ. ئۇيغۇرچە
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай[1]
 Үзбәкстан[2]
 Ҡаҙағстан[3]
 Ҡырғыҙстан[4]
 Афғанстан[5]
 Монголия[6]
 Албания
 Төркиә[7]
Барлыҡҡа килгән Ганьсу[d], Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы, Ҡаҙағстан һәм Говь-Алтай[d]
Алыштырған Сығатай теле
Тел төрҙәре SOV[d], агглютинатив телдәр һәм SVO[d]
Яҙыу ғәрәп яҙыуы[d], Кирил алфавиты һәм Латин алфавиты
Телдә һөйләшеүселәр 10 400 000 кеше (2019)[8]
Ethnologue каталогында тел статусы 2 Төбәк[d][8]
Тасуирлау биттәре turkic.elegantlexicon.com/…
lpan.eva.mpg.de/austrone…
Карта распространения
Викимедиа проекттарында тел коды ug
 Уйғыр теле Викимилектә

Үзбәк теле һәм иле төрки теле менән бергә ҡарлуҡ-хорезм төркөмсәһе төҙөй. Хәҙерге уйғыр теле йәки "яңы" уйғыр теле уйғыр-ҡарахани теленең тарихи һәм генетик дауамы булып тора, ләкин ул боронғо орхон-уйғыр теленә ҡәрҙәш түгел.

Ул Ҡытай, Ҡаҙағстан Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан дәүләттәрендә киң таралған, шулай уҡ, Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Төркиәлә ҙур булмаған төркөмдәр бар, Европа Союзының ҡайһы бер илдәрендә, АҠШ-та, Рәсәйҙә һәм [[Канада|Канадала) осрай.

Уйғыр-орхон теле үҙгәртергә

VIII быуатта уйғырҙар күп кенә ҡәүемдәрҙе берләштереп, Үҙәк Азияла ҙур территорияны биләп торған дәүләткә нигеҙ һалалар. Уйғыр-орхон теле башта Орхон-йәнәсәй теленә яҡын тел булған, артабан үҙаллы үҫеш алған .

Яҙмаһы үҙгәртергә

 
Заманса ҡытай-уйғыр һүҙлеге

Хәҙерге ваҡытта уйғыр теле рәсми рәүештә ике график система ярҙамында яҙыла: Ҡытайҙа — "синьцзян" йәки "көнсығыш-төркөстан" (әрәб йезиқи тип аталған ғәрәп әлифбаһы, йәки кона йезиқ — «боронғо яҙма») һәм "Үҙәк Азия" (элекке СССР-ҙағыса славиә йезиқи — «славян яҙмаһы» йәки славиәнчә — «славян яҙмаһы» )[10].

Уйғыр ғәрәп әлифбаһы 1925—1930 (СССР)

ﯪ ﯭ ب پ ت ج چ خ د ر ز ژ س ش غ ق ك گ ڭ ل م ن ۋ ه ئە ﯮ ﯰ ﰃ

Уйғырҙарҙың латинлаштырылған әлифбаһы 1930—1946 (СССР)

СССР уйғырҙарының латиница әлифбаһы:

A a B в C c Ç ç D d E e Ə ə G g Ƣ ƣ H h I i J j K k L l M m N n
Ꞑ ꞑ O o Ө ө P p Q q R r S s Ş ş T t U u V v X x Y y Z z Ƶ ƶ F f

Уйғырса кириллица әлифбаһы 1947 (СССР)

А а Б б В в Г г Ғ ғ Д д Е е Һ һ Ә ә Ж ж
Җ җ З з И и Й й К к Қ қ Л л М м Н н Ң ң
О о Ө ө П п Р р С с Т т У у Ү ү Ф ф Х х
Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э Ю ю Я я

Ҡулланыш статусы үҙгәртергә

Киң мәғлүмәт саралары үҙгәртергә

СССР-ҙа уйғыр телендә сыҡҡан гәзиттәр:

  • «Кәмбәғәлләр авази» («Ярлылар ауазы»). 1921 йылдан сыҡҡан
  • «Қизил туғ» («Ҡыҙыл байраҡ»). Алматыла, 1935—1938 йылдарҙа.
  • «Колхозчилар әмгиги» («Колхозсылар хеҙмәте»). Алматыла, 1934—1959 йылдарҙа сыҡҡан.
  • «Садайи таранчи» — Алматыла, 1918 йылда 6 һаны сыҡҡан.
  • «Течлиқ әмгәк» («Тыныс хеҙмәт»). Алматыла, 1934 йылдан сыҡҡан
  • «Уйғур авази» («Уйғыр тауышы»). Алматыла, 1957 йылдан сыҡҡан. Хәҙер Ҡаҙағстан уйғырҙарының төп гәзите.
  • «Шәриқ һәқиқити» («Шәреҡ хәҡиҡәте»). Үзбәкстанда 1927-1936 йылдарҙа сыҡҡан

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ScriptSource - China
  2. ScriptSource - Uzbekistan
  3. ScriptSource - Kazakhstan
  4. ScriptSource - Kyrgyzstan
  5. ScriptSource - Afghanistan
  6. ScriptSource - Mongolia
  7. ScriptSource - Turkey
  8. 8,0 8,1 Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 2022. — ISSN 1946-9675
  9. Кайдаров, А. Т., «Развитие современного уйгурского литературного языка (Т.1 Уйгурские диалекты и диалектная основа литературного языка)», Алма-Ата, «Наука», 1969, стр. 322
  10. Касымова Д. Ж., Уйгурский язык: Самоучитель. — Алма-Ата, 2005.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

 
Википедия

Һылтанмалар үҙгәртергә