Европа футбол ассоциациялары союзы (рус. Сою́з европе́йских футбо́льных ассоциа́ций; ингл. Union of European Football Associations, ҡыҫҡаса UEFA, русса транслитерацияла УЕФА) — Европала һәм Азияның ҡайһы бер көнбайыш төбәктәрендә футбол менән идара итеүсе спорт ойошмаһы. Ул Европа илдәренең милли футбол ассоциацияларын берләштерә һәм футбол клубтарының һәм илдәр йыйылма командаларының Европа кимәлендәге барлыҡ ярыштарын ойоштора. УЕФА шулай уҡ реклама һәм трансляцияларҙан алынған килемде үҙ составына ингән клубтар һәм милли футбол ассоциациялары араһында бүлеп-таратыу менән дә шөғөлләнә.

УЕФА

УЕФА картаһы

Ағза

55 милли футбол ассоциацияһы

Штаб-квартира

Флаг Швейцарии Женева ҡалаһының Ньон биҫтәһе

Ойошма төрө

Спорт федерацияһы

Рәсми телдәре

Инглиз
Француз
Немец

Етәкселәре
Президент

Флаг Словении Александер Чеферин

Генеральный секретарь

Флаг Греции Теодор Теодоридис (ваҡытлыса)

Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән

15 июнь 1954 йыл

Бөтөрөлгән
-
Сайт

www.uefa.com

 УЕФА Викимилектә

УЕФА — Халыҡ-ара футбол федерацияһына (ФИФА-ға) ингән алты континенталь конфедерацияларҙың береһе, һәм ул айырыуса абруйлы һәм бай. Донъяның көслө футболсыларының барыһы ла тиерлек Европала уйнай, сөнки бында эш хаҡы иң юғарыһы, был йәһәттән бигерәк тә Англияның Премьер-лигаһын, Францияның, Италияның һәм Германияның футбол буйынса чемпионаттарын, Испанияның Ла Лигаһын айырым билдәләргә кәрәк[1]. Донъяның күп кенә көслө йыйылма командалары ла шулай уҡ УЕФА исеме менән сығыш яһай, шуға ла планета беренселектәрендә был конфедерацияға ингән илдәр күпселекте тәшкил итеп килә, мәҫәлән, футбол буйынса 2006 йылғы донъя чемпионатында ҡатнашҡан 32 команданың 14-е УЕФА вәкиле була.

УЕФА Швейцарияның Базель ҡалаһында Франция, Италия һәм Бельгияның футбол федерациялары башлаған кәңәшмәнән һуң 1954 йылдың 15 июнендә ойошторола. Башта унда 25 дәүләт ағза булһа, хәҙер уларҙың һаны 55-кә еткән. УЕФА-ның 1959 йылға тиклем Парижда урынлашҡан штаб-квартираһы артабан Бернға күсә. 1995 йылдан ул Швейцарияның баш ҡалаһы Женеваның ошо исемдәге күлдең төньяғындағы биҫтәһе Ньонда эшләй. УЕФА-ның беренсе генераль секретары Анри Делоне (1954—1955 йылдар), уның тәүге президенты Эббе Шварц (1954—1962 йылдар) була.

УЕФА йыш ҡына Европа берлегенең юғары башҡарма органы булған һәм милли футбол ассоциациялары мәнфәғәтен ҡайғыртҡан Еврокомиссия менән бәхәскә инә. 1990-сы йылдарҙа уны тыуҙырыусы айырымлыҡтар телетрансляция хоҡуҡтары менән бәйле була.

УЕФА президенттары үҙгәртергә

Исем-шәрифе Ил (дәүләт) Мөҙҙәте
1. Эббе Шварц   Дания 1954—1962
2. Густав Видеркер   Швейцария 1962—1972
3. Артемио Франки   Италия 1972—1983
4. Жак Жорж   Франция 1983—1990
5. Леннарт Юханссон   Швеция 1990—2007
6. Мишель Платини   Франция 2007—2015
Анхель Мария Вильяр (вазифа башҡарыусы)   Испания 2015—2016
7. Александер Чеферин   Словения 2016 — бөгөнгәсә

УЕФА-ның генераль секретарҙары үҙгәртергә

2007 йылдың ғинуарынан вазифа атамаһы «генераль секретарь»:

Исем-шәрифе Ил (дәүләт) Мөҙҙәте
1. Анри Делоне   Франция 1954—1955
2. Пьер Делоне   Франция 1955—1960
3. Ханс Бангертер   Швейцария 1960—1989
4. Герхард Айгнер   Германия 1989—2003
5. Ларс-Кристер Ульссон   Швеция 2003—2007
6. Дэвид Тейлор   Шотландия 2007—2009
7. Джанни Инфантино   Швейцария /   Италия 2009—2016
8. Теодор Теодоридис   Греция 2016 — бөгөнгө көнгәсә

УЕФА ағзалары үҙгәртергә

(ҡалын шрифт менән йыйылма командалары футбол буйынса донъя чемпионатында, курсив менән — футбол буйынса Европа чемпионатында еңгән ассоциациялар күрһәтелгән )

  •   Австрия футбол союзы
  •   Әзербайжан футбол федерациялары ассоциацияһы
  •   Албания футбол федерацияһы
  •   Англия футбол ассоциацияһы
  •   Андорра футбол федерацияһы
  •   Әрмәнстан футбол федерацияһы
  •   Белоруссия футбол федерацияһы
  •   Бельгия король футбол ассоциацияһы
  •   Болгария футбол союзы
  •  : Босния һәм Герцеговина футбол союзы
  •   Венгрия футбол федерацияһы
  •   Германияның Немец футбол союзы
  •   Гибралтар футбол ассоциацияһы
  •   Греция футбол федерацияһы
  •   Грузия футбол федерацияһы
  •   Дания футбол союзы
  •   Израиль футбол ассоциацияһы
  •   Ирландия футбол ассоциацияһы
  •   Исландия футбол ассоциацияһы
  •   Испанияның король футбол федерацияһы
  •   Италияның футбол федерацияһы
  •   Ҡаҙағстандың футбол федерацияһы
  •   Кипрҙың футбол федерацияһы
  •   Косовоның футбол федерацияһы
  •   Латвияның футбол федерацияһы
  •   Литваның футбол федерацияһы
  •   Лихтенштейндың футбол союзы
  •   Люксембургтың футбол федерацияһы
  •   Мальтаның футбол ассоциацияһы
  •   Молдавияның футбол федерацияһы
  •   Нидерландтың король футбол союзы
  •   Норвегия футбол ассоциацияһы
  •   Польша футбол союзы
  •   Португалия футбол федерацияһы
  •   Рәсәй футбол союзы[2]
  •   Румыния футбол федерацияһы
  •   Сан-Марино футбол федерацияһы
  •   Ирландия футбол ассоциацияһы
  •   Төньяҡ Македония футбол федерацияһы
  •   Сербия футбол союзы
  •   Словакия футбол союзы
  •   Словения футбол союзы
  •   Төркиә футбол федерацияһы
  •   Украина футбол федерацияһы
  • Ҡалып:Уэльс Уэльс футбол ассоциацияһы
  •   Фарер утрауҙарының |Фарерские острова]]
  •   Финляндия
  •   Францияның футбол федерацияһы
  •   Хорватия футбол союзы
  •   Черногория футбол союзы
  •   Чехия[3]
  •   Швейцария футбол союзы
  •   Швеция футбол союзы
  • Ҡалып:Шотландия Шотландия футбол ассоциацияһы
  •   Эстония футбол союзы

Элекке ағзалар үҙгәртергә

| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag.svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР-ҙың Футбол федерацияһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Опубликован рейтинг зарплат футболистов лучших лиг мира — Российская газета
  2. Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы 1960 йылғы Европа чемпионатындаеңгән СССР йыйылма командаһының хоҡуҡи вәриҫе
  3. Сборная Чехии по футболу является правопреемницей сборной Чехословакии, победившей на чемпионате Европы 1976 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә