Төркөм ҡултамғаһы

төркөм ағзаһына төркөм исеменән ҡул ҡуйыу мөмкинлеген биргән электрон ҡултамға ҡулланыу ысулы

Төркөм ҡултамғаһы — төркөм ағзаһына төркөм исеменән  ҡул ҡуйыу мөмкинлеген биргән электрон ҡултамға ҡулланыу ысулы; шул уҡ ваҡытта хәбәргә ҡул ҡуйған төркөм ағзаһының шәхесе билдәһеҙ ҡала.  

Төркөм ҡултамғаһы
Нигеҙләү датаһы 1991[1]
Асыусы йәки уйлап табыусы Дэвид Чаум[d] һәм Eugène van Heyst[d]

Төркөм ҡултамғаһы концепцияһын 1991 йылда Дэвид Чаум менән Евген Ван Хейст тәҡдим итә. Мәсьәләне хәл итеү өсөн шундай  ситуация тәҡдим ителә: тикшереүсе өсөн ҡултамға ҡуйыусының ҡаралған подразделение хеҙмәткәре  (төркөм ағзаһы) булыуын асыҡлау ғына мөһим, ә кемлеген белеүҙең кәрәге юҡ. Шул уҡ ваҡытта, бәхәсле хәл тыуа ҡалһа, өҫтәмә вәкәләттәргә эйә булған хаким ҡултамға аша ҡул  ҡуйыусының шәхесен асыҡлай ала. Башҡа төрлө ҡулланылышы  — төркөм ағзалары ғына инә алған зоналарға асҡыс.  

Төркөм хакимының булыуы төркөм ҡултамғаһын булдырыу өсөн  төп шарт һанала.  

  1. http://link.springer.com/chapter/10.1007%2F3-540-46416-6_22