Төрки халыҡтар мифологияһы

төрлө төрки телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтар араһында йәшәп килгән мифик ҡараштар

Төрки халыҡтар мифологияһы — төрлө төрки телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтар араһында йәшәп килгән мифик ҡараштар. Төрки халыҡтар мифологияһының бер өлөшө — боронғо төрки мифология[1].

Төрки халыҡтар мифологияһы
Әҫәрҙең теле Төрки телдәр
 Төрки халыҡтар мифологияһы Викимилектә

Төрки халыҡтар мифологияһы, башлыса, төрки халыҡтарҙың йәшәгән урынына ҡарап, бер нисә төркөмгә бүленә.

Боронғо төрки мифология үҙгәртергә

Боронғо төрки халыҡтар мифологияһы буйынса төп сығанаҡтар — рун яҙмалары, Ҡытай, ғәрәп, Византия, Персия һәм Әрмәнстан сығанаҡтарынан алынған мәғлүмәттәр.

 
«Тәңре» исеме Орхон яҙмаһында

Әлегә боронғо төрки халыҡтар пантеоны буйынса барыһы ла асыҡланып бөтмәгән, Жан-Поль Ру, мәҫәлән, тик батшаларға ҡағылған ышаныуҙар һәм культтар өйрәнелгән, ә ябай халыҡ араһында йәшәп килгән хөрәфәттәр һәм табыныуҙар өйрәнелмәгән ти, Л. П. Потапов[2] төп илаһтарға табыныу төрки халыҡтарҙың бөтә ҡатламында ла булған тип иҫбатлай[3]. Л. П. Потапов тарихсы И. В. Стеблева төҙөгән дини — мифологик системаға шикләнеп ҡарай. Coat of Arms of Chishmy rayon (Bashkortostan).svg

 
Башҡортостандың Шишмә районы гербында Һомай инә
 
Хакас ҡатыны Һомайҙы «ашатыу» йолаһын башҡара

С. Г. Кляшторный алты мифологик сюжеты айрып ҡарай, улар,үҙ сиратында, өс миф тыуҙырған циклға бүленә:

  • Космогония һәм космология
1. Донъяны булдырыу һәм донъяның төҙөлөшө тураһында миф —ҡайһы бер руник яҙма ҡомартҡыларҙа осрай[4]:

Өҫкө яҡта зәңгәр күк йөҙө булдырыла (йәки барлыҡҡа килә) (һәм) түбәндә ҡара (һүҙмә-һүҙ: дауыл) ер, улар араһында әҙәм балалары (йәки кешеләр) булдырыла (йәки барлыҡҡа килә). Әҙәм балалары өҫтөнә минең ата-бабаларым Бумын-ҡаған менән Истеми- ҡаған ултырған. Ултырғас (батша булғас), улар ҡәбиләләр берлеге һәм төрки халыҡтар ҡанундарын булдыра.

2. Ғаләмдәге һәләкәт тураһындағы миф — " Күрәҙәлек китабы"нда яҙылған кешеләр араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар тирә- яҡ донъяла булған тетрәнеүҙәр, көслө үҙгәрештәр менән бәйле. Дәүләттең һәләкәте, мәҫәлән, төрлө ваҡиғаларға— халыҡ араһында сыуалышҡа һәм һәләкәтәкә (ер « ярылыуына», ә күк йөҙө, һауа «баҫыуына») килтереүе бар. Бында болалар ғаләмдәге һәләкәткә тиңләнә[5].
  • Пантеон һәм социум (Илаһтар һәм йәмғиәт)
1. Илаһтар һәм илаһи көстәр тураһындағы мифтар
2. Илаһи көстәрҙең дәүләтте булдырыуы һәм ҡағандарҙың күктә тыуыуы тураһында миф" — төрки дәүләт барлыҡҡа килгәндән һуң булдырылған һуңғы дәүер мифы. Күп руник ҡомартҡыларҙа ҡағандарҙың һәм төрки илдең күктә булдырылыуы тураһында әйтелә[6].
  • Этногония[7] һәм генеалогия
1. Төрки ҡәүемдең килеп сығышы тураһында миф
2. Ҡанбабалар тураһында мифтар — төрки мәҙәниәт шәхестәре, батырҙары

Боронғо төрки илаһтар үҙгәртергә

С. Г. Кляшторный Орхон руна ҡомартҡыларында тик өс илаһ ҡына телгә алына ти — Тәңре, Һомай һәм Ук-һыу. Тарихсы И. В. Стеблева боронғо төрки илаһтарҙы "дәрәжә"г ҡарап бүлергә тәҡдим итә — иң юғары — Тәңре, шунан Умай (Һомай),өсөнсө — Йер-Суг (Ер-һыу), һәм, ата-бабаларға табыныу[8]. С. Г. Кляшторный фекеренсә,бында тик Тәңренең урыны ғына дөрөҫ билдәләнгән[9].

Бөгөнгө тикшеренеүселәр фекеренсә,тәү төркиҙәр трихотомик ҡарашта булған, улар донъяны (макрокосм) Түбәнге,Урта һәм Юғары донъяға бүлгән[10]. Енисей текстарында шулай уҡ «Эрклиг-хан» иҫкә алына[11][12]: « Беҙ дүртәү инек, беҙҙе Эрклиг (ер аҫты донъяһы хакимы) айырҙы, о бәлә!».

Генеалогик мифтар үҙгәртергә

Төрки халыҡтарҙың сығышы тураһында ике төрлө миф бар. Тәүгеһе буйынса, бөтә төркиҙәрҙең ата-бабалары һәләк булғандан һуң тик бер туғыҙ йәшлек малай ғына иҫән ҡала, дошмандар уның аяҡ-ҡулдарын киҫеп,һаҙлыҡҡа ташлай. Бында уны инә бүре таба һәм имеҙә,ләкин малай барыбер һәләк була. Бынан һуң инә бүре Алтайға ҡаса, ул кеше рәүешендә ун бала таба (береһенең исеме Ашина), улар үрсей, шунан Асянь-ше етәкселегендә мәмерйәнән сыға һәм жужандарға бойһоноп йәшәй. Икенсе миф буйынса, бөтә төркиҙәр инә бүренән тыуған,һуңыраҡ һәләк булған Со нәҫеленән. Уларҙың дүрт ейәне ҡала (инә бүре ейәндәре), уларҙың береһе Асянь-ше. Был урында ике миф та тап килә[13].

Бәләкәй һәм Урта Азия, Ҡаҙағстан, Кавказ, Ҡырым һәм Көнбайыш Себер төрки халыҡтары мифологияһы[14] үҙгәртергә

Төрки мифология был ерҙәрҙә тик хөрәфәттәр булараҡ ҡына һаҡланған, уны ислам ҡыҫырыҡлап сығарған, шулай уҡ бында Иран мәҙәниәте көслө тәьҫир яһай — дейеү, бәрей, аждаһа һәм башҡалар. Тик албаҫты ғына боронғо төрки һыҙаттарын һаҡлап ҡалған.

Ата-бабаларға табыныу, бүрене ҙурлау,һаҡлаусы- яҡлаусы «ҡот»ҡа ышаныу боронғо ышаныуҙарҙан ҡалған[15].

Волга (Иҙел) һәм Урал буйы төрки халыҡтарының мифологияһы үҙгәртергә

 
Сыуаштарҙа Тормош ағасын хөрмәтләү

Иҙел (Волга) һәм Урал буйҙарында өс төрки теле халыҡ йәшәй— башҡорттар, татарҙар һәм сыуаштар. Боронғо мәжүси ышаныуҙар сыуаштарҙа нығыраҡ һаҡланған, XIX быуат аҙағына ла сыуаштар христиан динен ҡабул итеп бөтмәгән. Тикшеренеүселәр сыуаштар араһында һаҡланып ҡалған боронғо хөрәфәттәрҙең ҡайһыһы төрки мифологияға бәйле икәнен асыҡлап бөтмәгән.

В. Н. Басилов фекеренсә, бында боронғо төрки һәм Иран мифологияһы эҙе бик әҙ, ҡайһы бер мифиологик заттарҙың атамалары башҡа халыҡтарҙа күберәк таралған, төрлө ерҙә шүрәле, бисура һәм башҡа исемдәр осрай. Уның фекеренсә, был фин-уғыр халыҡтарының боронғо йолаларына бәйле.[16]

Саян һәм Алтай төрки халыҡтары мифологияһы үҙгәртергә

Алтайҙар, хакас, тува һәм шор халыҡтары араһында күп кенә мифологик сюжеттар һаҡланып ҡалған. Ер, йылғалар, Күкте ҙурлау, Күккә ҡорбан килтереү, Ер-һыуҙы һәм Һомайҙы хөрмәтләү һаҡланған.[17] Алтайҙарҙа бер аҙ үҙгәртелгән боронғо төркиҙәрҙең сығышы тураһында миф һаҡланған[18].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Мифы народов мира. Энциклопедия в 2-х томах. Под. ред. С. А. Токарева М.:1980 стр.536
  2. автор статьи в «Мифы народов мира. Энциклопедия в 2-х томах» (в соавт. с С. Г. Кляшторным)
  3. Здесь и далее историография вопроса печ.по: С. Г. Кляшторный. История центральной Азии. Спб, Изд-во: СПбГУ 2003 стр. 319—322
  4. Надпись в честь Бильге-кагана. Большая надпись, строфа первая. Дата обращения: 2 март 2011. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 23 сентябрь архивланған.
  5. С. Г. Кляшторный. Указ.соч. стр. 325
  6. См.подр: Jean-Paul Roux. Faune et flore sacrées dans les sociétés altaïques (Maisonneuve et Larose, 1966)
  7. Народная этногония 2017 йыл 29 март архивланған.
  8. И. В. Стеблева. К реконструкции древнетюркской религиозно-мифологической системы//Тюркологический сборник. М, 1971
  9. С. Г. Кляшторный. Указ.соч. стр. 326
  10. Полная библиография — С. Г. Кляшторный. Указ. соч. стр.326, также: Об изображении божеств древнетюркского пантеона на памятниках искусства номадов Южной Сибири и Центральной Азии эпохи раннего Средневековья 2022 йыл 21 март архивланған.
  11. Рунические памятники Хакасии. Алтын-Кёль I Е 28 строфа 8 2009 йыл 3 апрель архивланған.
  12. Шулай уҡ ҡарағыҙ: С. Г. Кляшторный. Стелы Золотого озера// Turcologica. Л, 1976
  13. Л. Н. Гумилёв. Древние тюрки. Спб, 2002 стр. 26-27
  14. Здесь и далее классификация даётся по: Мифы народов мира. Энциклопедия в 2-х томах. Под.ред. С. А. Токарева М.:1980
  15. Алексеев Н. А. Шаманизм тюркоязычных Народов Сибири (Опыт ареального сравнительного исследования). Дата обращения: 2 март 2011. Архивировано из оригинала 1 июнь 2008 года.
  16. Мифы народов мира. Энциклопедия в 2-х томах. Под.ред. С. А. Токарева М.:1980 стр. 538
  17. Шаманизм тюркоязычных народов Сибири. Дата обращения: 2 март 2011. Архивировано из оригинала 13 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 13 ноябрь архивланған.
  18. К вопросу об изучении древнетюркской литературы

Әҙәиәт үҙгәртергә

  • С. Г. Кляшторный. История центральной Азии. Спб, Изд-во: СПбГУ 2003
  • Л. П. Потапов. Алтайский шаманизм. Л., 1991
  • Л. П. Потапов. К вопросу о древнетюркской основе и датировке алтайского шаманства. // Этнография народов Алтая и Западной Сибири. — Новосибирск, 1978
  • Мифы народов мира. Энциклопедия в 2-х томах. Под.ред. С. А. Токарева М.:1980
  • СЛОВАРЬ ТУРЕЦКОЙ МИФОЛОГИИ — многоязычный
  • И. В. Стеблева. К реконструкции древнетюркской религиозно-мифологической системы//Тюркологический сборник. М, 1971
  • Э. Л. Львова , И. В. Октябрьская , А. М. Сагалаев , Н. С. Усманова. Традиционное мировоззрение тюрков Южной Сибири: Человек. Общество. Новосибирск, 1989
  • Дениз Каракурт, Турецкой Мифологии Словарь (Türk Söylence Sözlüğü), Турция, 2011 (OTRS: CC BY-SA 3.0)
  • Бисенбаев А. К. Мифы древних тюрков. Алматы, Мектеп, 2018

Һылтанмалар үҙгәртергә