Төньяҡ Велебит милли паркы

Төньяҡ Велебит (хорв. Sjeverni Velebit) — Хорватияла милли парк, төньяҡ Далмацияла урынлашҡан.

Төньяҡ Велебит
Төньяҡ Велебиттең карст түбәләре
Төньяҡ Велебиттең карст түбәләре
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны109 км²,
203 551,12 гектар[1]
Нигеҙләнгән ваҡыты17 июнь 1999 һәм 1981[1]
Урынлашыуы
44°41′35″ с. ш. 15°00′25″ в. д.HGЯO

np-sjeverni-velebit.hr
Хорватия
Точка
Төньяҡ Велебит
 Төньяҡ Велебит милли паркы Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр үҙгәртергә

Төньяҡ Велебит милли паркы Велебит тауҙарының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Пакленица милли паркы һымаҡ ҙур «Велебит» тәбиғи паркының бер өлөшө булып тора. Адриатик диңгеҙенең яр буйынан паркты бер нисә километр ғына айыра. Милли парктан 20 километр төньяҡҡа табан Сень ҡалаһы, ә 100 километр көньяҡҡа табан — Задар ҡалаһы урынлашҡан.

Төньяҡ Велебит 1999 йылда нигеҙләнгән һәм Хорватияның һигеҙ милли парктарының иң йәше булып тора.

Милли парктың майҙаны — 109 км². Иң бейек түбәһе — Завижан (хорв. Zavižan) тауы — 1676 м.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

  • Завижан тауы — парктың иң бейек сусағы. Тауҙың башында Хорватиялағы иң бейек метеорологик станция урынашҡан.
  • Лука карст мәмерйәһе — донъялағы иң тәрән мәмерйәләр тиҫтәһенә керә.
  • Хайдицки һәм Розански кукови карст сусаҡтары — бейеклеге яҡынса 200 метр булған гүзәл ҡаялар.
  • Премужицева стаза маршруты — парк буйлап маршрут. Уңайлы юл милли паркттың иң ҡыҙыҡлы урындары буйлап йөрөргә ярҙам итә.
  • Ботаника баҡсаһы — был баҡсала Велебит тауҙарының барлыҡ күп төрлө үҫемлектәрен күрергә мөмкин.

Һыланмалар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Nationally designated areas (CDDA) (ингл.)