Төйәләҫ (рус. Худолаз) — Көньяҡ-көнсығыш Уралдағы йылға, Урал йылғаһының уң ҡушылдығы. Башҡортостандың Баймаҡ районы, артабан Силәбе өлкәһе буйлап төньяҡ-көнсығышҡа (Туғажман тауынан  — көньяҡҡараҡ) табан аға. Кесе Төйәләҫ йылғаһы менән ҡушылып, кинәт кенә көньяҡҡа борола һәм Калининское ауылынан һуң Уралға ҡушылғанға тиклем көньяҡ йүнәлешен алып, дуға эшләй һәм Башҡортостан сиктәренән сығып, Ҡыҙыл ауылынан 10 км аҫтараҡ Яйыҡ йылғаһына һыуҙарын ҡоя. Башҡортостанда оҙонлоғо яҡынса 64 км, дөйөм оҙонлоғо 81 км[2].

Төйәләҫ
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Яйыҡ
Ҡушылдыҡ Ҡарағайлы (Төйәләҫ ҡушылдығы) һәм Тугажман[d]
Бассейн майҙаны 1060 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 81 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Худолаза[d]
Карта
 Төйәләҫ Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Төйәләҫ Көньяҡ Уралдағы Ирәндек һыртының көнсығыш битләүҙерендә (Башҡортостандың Баймаҡ районы) баш ала һәм Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районында Урал йылғаһына (тамағынан 2002 км алыҫлыҡта[2].) һыуҙарын ҡоя. Төйәләҫ йылғаһы буйлап Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе тоташҡан урында Рәсәй Федерацияһының Урал һәм Волга буйы федераль округтары сик буйы үтә. Сибай ҡалаһынан 15 километр алыҫлыҡта Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында киң билдәле тәбиғәт ҡомартҡыһы — өс баҫҡыслы шарлауыҡ урынлашҡан — Ғәҙелша (Төйәләҫ, Ибраһим) шарлауығы, уның бейеклеге 15 метрҙан ашыу[2]. Төйәләҫ йылғаһының ҡушылдыҡтары — Шалтран, Япраҡлы, Ҡарағайлы, Ҡамышлы Үҙәк һәм башҡа миҙгел йылғалары. Төйәләҫ йылғаһында өс быуа эшләнгән: Төркмән, Төйәләҫ һәм Сибай.

Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,9 м³/с. Ландшафы үрге ағымда аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан, ҡара болон тупрағындағы — болонло далаларҙан, түбәнге ағымда ябай ҡара тупраҡтағы ҡылған‑төрлө үләнле далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән тора[2].

Тыуған яҡтың тәбиғәт ҡомартҡыларын, халыҡ ижадының ынйыларын йәш сағынан өйрәнгән, йыйған һәм халыҡҡа еткергән данлыҡлы ҡурайсы, ошо ерҙәрҙә тыуып үҫкән Ғата Сөләймәнов яҙмаларынан бер өҙөк:

Тау итәктәренән урғылып шишмәләр аға. Шишмәнең бер тармағы Баймаҡ районы Иҫәнбәт, ике Басай, 1-се Төрөкмән ауылдары янынан үтеп, Мостай, Атнағол, 2-се Төрөкмән ауылдарын һыуландыра, өсөнсө тармағы Ғәҙелша, Абҙаҡ, Әхмәр ауылдарын үтеп, Туғажман тауы янында төйөн яһаған һымаҡ, бергә ҡушылып, төшлөккә табан китә. Шуға күрә лә боронғолар йылғаны Төйәләҫ тип атағандар. Йылғаны Аһылай, Туғажман, Йәннәт һәм Ялан тауҙары ҡурсылап уратҡандар. Шул ерҙәргә, бында йәшәгән кешеләргә арналған да инде «Төйәләҫ» йыры[3].

Төйәләҫ (Дружба ҡасабаһы) ауылы эргәһендә быуа урынлашҡан.

XX быуат аҙағында — XXI быуат башында йырҙарҙа данланған Төйәләҫ йылғаһы һыуы сәнәғәт предприеларынан ағып төшөп йыйылған һыу менән бысратыуға дусар була һәм бөгөнгө көндә (бигерәк тә Силәбе өлкәһендә) уның һыуы «ифрат бысраҡ» тип баһалана[4].

Бассейны үҙгәртергә

Бассейн майҙаны — 1060 км². Бассейны 80 %‑ын урман ҡаплаған, 1 %‑ы һаҙланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡарағайлы; һул — Туғажман[2]

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[5].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса[5]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002158
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200215
  • Бассейн коды — 12.01.00.003
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә