Тәһран университеты

Тәһран университеты (фарс. دانشگاه تهران — Данэшгах-эТэхран) — дәүләт юғары уҡыу йорто, Ирандың иң эре һәм боронғо классик университеты. Тәһран ҡалаһында урынлашҡан.

Тәһран университеты
(ТУ)

Бизнес һәм иҡтисад факультеты бинаһы
Исеме

фарс. دانشگاه تهران

Халыҡ-ара исеме

University of Tehran

Девиз

میاسای ز آموختن یک زمان
«Не оставляй учения ни на минуту»

Асылған йылы

1934

Ректор

Фархад Рахбар

Студенттар

50448[1]

Бакалавриат

15,312

Магистратура

18,360

Урынлашыуы

Тәһран

Юридик адресы

Шанздах-э-Азар урамы (Энгелаб проспекты)

Сайт

http://www.ut.ac.ir

Дөйөм мәғлүмәттәр үҙгәртергә

Тәһран университеты үҙ тарихын 1851 йылда Дар ул-Фунун (фарс. دارالفنون) булараҡ башлай. Асылда, Тәһран университеты 1934 йылда Реза шаһ Пехлеви бойороғо менән шул саҡтағы бер нисә юғары уҡыу йорто берләшеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

1937 йылда Тәһран университетында ҡатын-ҡыҙҙарға уҡыу рөхсәт ителә. 1945 йылда Союздаш оккупация ғәскәрҙәре казармаһы урынына Әмирабад биҫтәһендә университет ятағы төҙөлә.

Тәһран университеты Ирандың яңы тарихында ҙур роль уйнай. 1979 йылда әүҙем студент йәштәре шаһ режимына ҡаршы сыға һәм ислам революцияһына терәк була.

1986 йылда Тәһран университетынан медицина факультеты бүленә һәм Тәһран медицина университеты (ТМУ) барлыҡҡа килә[2].

1999 йылда «Сәләм» оппозиция гәзите ябылыуға бәйле акция студент сыуалыштарына әйләнә.

20052008 йылдарҙа ректор вазифаһын теология профессоры, аятолла Хөмәйниҙың яҡын арҡаҙашы аятолла Ғәббәс-Али Амид Зенджани башҡара.

2006 йылда Тәһран университетында Кавказ тикшеренеү институты булдырыла. Ул Кавказ төбәктәренең рухи һәм матди мираҫын, иҡтисади потенциалын өйрәнә. Был Ирандағы Кафказды комплекслы өйрәнеүгә махсуслашҡан тәүге институт.

Тәһран университеты Ирандың иң алдынғы фәнни-тикшеренеү уҡыу йорттарының береһе һанала[3]. Унда 50 000 ашыу студент уҡый, 111 бакалавр, 177 магистр һәм 156 доктор программаһы буйынса белгес әҙерләнә[4].

2016 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Тәһран университетында 25 факультет, 9 кампус һәм 11 ғилми-тикшеренеү үҙәге бар, шулай уҡ юғары уҡыу йортонда 34 фәнни журнал сығарыла. Факультеттарҙа һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәрендә 1500 профессор һәм уҡытыусы эшләй.

Ректоры — иҡтисадсы, доктор Фәрхәд Рахбар, Ирандың 2007 йылға тиклемге вице-президенты.

Белем биреү эшмәкәрлеге үҙгәртергә

2016 йылдың июне мәғлүмәттәре буйынса, университетта уҡыу процесы 20 факультетта бара:

  1. Дин факультеты
  2. Тәбиғи фәндәр факультеты
  3. Филология, философия һәм педагогика факультеты
  4. Инженерия факультеты
  5. Сәйәси фәндәр һәм хоҡуҡ факультеты
  6. Идаралыҡ факультеты
  7. Һынлы сәнғәт факультеты
  8. Ауыл хужалығы факультеты
  9. Менеджмент факультеты
  10. Белем биреү факультеты
  11. Тәбиғи ресурстар факультеты
  12. Иҡтисад факультеты
  13. Социаль фәндәр факультеты
  14. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау факультеты
  15. Сит ил телдәре факультеты
  16. Физик тәрбиә факультеты
  17. География факультеты
  18. Донъя тикшереүҙәре факультеты
  19. Эшҡыуарлыҡ факультеты
  20. Алдынғы фән һәм технологиялар факультеты

Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Тәһран университеты — кадрҙар әҙерләү, квалификация күтәреү, аттестациялау буйынса эре уҡыу-ғилми комплексы. Университет составына 20 фәнни-тикшеренеү институты һәм үҙәге инә:

  1. Биохимия, биофизика институты
  2. Геофизика институты
  3. Сүллектәрҙе ғилми тикшереү буйынса халыҡ-ара үҙәк
  4. Тарих фәндәре институты
  5. Төньяҡ Америка һәм Европа тикшеренеү институты
  6. Электротехника институты
  7. Ҡатын-ҡыҙҙар проблемаларын өйрәнеү үҙәге
  8. Идара фәнни-тикшеренеү үҙәге
  9. Дехход һүҙлеге ғилми-тикшеренеү үҙәге
  10. Транспорт, яғыулыҡ һәм тирә-яҡ мөхитте ғилми-тикшеренеү институты
  11. Турбомашина ғилми-тикшеренеү институты
  12. Газ инженерия институты
  13. Һыу ресурстары институты
  14. Энергияны ҡулланыуҙы планлаштырыу һәм идара итеү ғилми-тикшеренеү институты
  15. Оптималләштереү ғилми-тикшеренеү үҙәге
  16. Биоматериал ғилми-тикшеренеү институты
  17. Перспективалы материалдар ғилми-тикшеренеү институты
  18. Органик булмаған материалдар ғилми-тикшеренеү институты
  19. Тәһран университетының ғилми-тикшеренеү үҙәге
  20. Тәһран университетының фәнни-технологик паркы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Facts and Figures 2018 йыл 9 февраль архивланған.
  2. Tehran University of Medical Sciences Introduction. Дата обращения: 26 июнь 2016.
  3. Academic Ranking of World Universities. ARWU. Дата обращения: 5 июль 2016.
  4. University of Tehran (фарсы). Tehran University. Дата обращения: 5 июль 2016. 2011 йыл 5 октябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә