Тәфсир (рус. Тафси́р, ғәр. التفسير‎ — аңлатма, шәрехләмә‎) — Ҡөрьән һәм сөннәт, ислам теологияһы (илаһиәте) мәсьәләләрен аңлатыу, шәрехләү. Тәфсир менән шөғөлләнгән ғәләмәләрҙе мөфәссир (рус. муфассир) тип атайҙар.

Тәфсир
Рәсем
Персонаждар Ибн Кәсир[d] һәм Ибн Джарир ат-Табари[d][1]

Этимологияһы үҙгәртергә

«Әт-тәфсир» һүҙе ғәрәпсә «фәсәрә» (ғәр. فسَّر‎) тигәндән килеп сыҡҡан, ул «аңлатыу», «сәпкә күҙәү» йәки «шаршауҙы күтәреү» мәғәнәләре бирә[2].

Тарихы үҙгәртергә

Ҡөрьәнде аңлатыу һәм аңлау менән бәйле әҫәрҙәр (’илм (ғилем) әл-Ҡөрьән үә-т-тәфсир) Ислам дине тәғлимәте (доктринаһы) формалашыуында мөһим роль уйнаған, улар ғәрәп-мосолман йәмғиәтендәге идеологик һәм сәйәси көрәштең төп этаптарын сағылдыра [3].

Ислам тәғлимәтенә ярашлы, Ҡөрьән буйынса тулы белемгә эйә булыу Мөхәммәт Пәйғәмбәргә генә хас, Ул сәхәбәләргә мәғәнәләрен аңлатып ҡалдырған. Сәхәбәләр күп кенә аяттарҙың иңеү тарихын, Пәйғәмбәрҙең үҙе оппоненттары менән бәхәскә инеү сәбәптәрен хәтергә бикләп ҡала. Был Ҡөрьән иңеүҙең ысын тарихын сағылдырған иң боронғо ҡатлам. Ҡөрьәнгә аңлатма биреүҙең әһәмиәте ваҡыт үтеү менән үҫә генә бара[3].

 
Ибн Аббас тәфсире.

Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң Ҡөрьәнгә аңлатма биреү бурысы Уның сәхәбәләренә күсә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Резван Е. А. Тафсир аль-Кур'ан // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991.
  • Али-заде, А. А. Тәфсир (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.

Һылтанмалар үҙгәртергә