Түбәнге лужи теле

Түбәнге лужи теле (т.-луж. dolnoserbska rěc, dolnoserbšćina) — ҡөнбайыш славян теле. Ул поляк теленә яҡын (әммә, үрге лужи теле чех теленә яҡын).

Түбәнге лужи теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

dolnoserbšćina, dolnoserbski һәм dolnoserbska rěc

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа телдәре
балто-славянские языки[d]
Славян телдәр
Көнбайыш славян телдәре
лужицкие языки[d]
Түбәнге лужи теле
Әлифба

Латин алфавиты һәм Нижнелужицкий алфавит[d]

Тел коды
ISO 639-1

ISO 639-2

dsb

ISO 639-3

dsb

Был телдә Википедия

Телдең таралыуы һәм бөгөнгө торошо үҙгәртергә

Түбәнге лужи телендә Түбәнге Лужицала һәм Германияның көнсығыш өлөшөндәге Котбус ҡалаһы тирәһендә һөйләшәләр. Был телде белеүселәр һаны 5 меңдән 15 меңгә яҡын, әммә телде актив ҡулланыусылар һаны бынанда аҙыраҡ. Демографик тикшереү мәғлүмәттәре буйынса түбәнге лужи телендә өлкән йәштәгеләр һөйләшә. Йәш быуын, профессиональ карьераға булышлыҡ итә тип, немец теленә өҫтөнлөк бирә.

Телде юғалыуҙан һаҡлап ҡалыу саралары күрелә. Шуларҙың иң мөһиме, телде балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Витай-программа»һы. Әммә нәтижәһе ҡәнәғәтләнерлек түгел, шуға ла киләсәккә оптимизм менән ҡарап булмай. Әгәр лужи халҡы үҙ телен һаҡлау буйынса ҡыйыу саралар ҡабул итмәһә, киләсәктә бер-ике быуындан тел юғаласаҡ тигән хәүеф бар.

Әлифба үҙгәртергә

Хәреф Исем Хәреф Исем Хәреф Исем
A a a CH ch cha Ŕ ŕ eŕ, veke eŕ
B b bej I i i S s es
C c cej J j jot Š š
Č č čej K k ka Ś ś śej
Ć ć ćej Ł ł T t tej
D d dej L l el U u u
dźej M m em W w wej
E e e N n en Y y y
Ĕ ĕ jet, ĕt Ń ń Z z zet
F f ef O o o Ž ž žet
G g gej P p pej Ź ź źej
H h ha R r er

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Үрге лужи теле

 
Википедия


  Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.