Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы

2006

Иҫтәлекле урын
Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы
Ил Ҡаҙағстан
Ҡала Астана
Координаталар 51/7/23.26/N/71/27/48.78/E
Төҙөлөшө ???—2006 йылдар
Сайт Рәсми сайт

Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайыҠаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы Астанала урынлашҡан. Бина пирамида формаһында, проект авторы — Бөйөк Британия архитекторы Норман Фостер. Һарай Донъя һәм традицион диндәре лидерҙарының конгрессын уҙғарыу өсөн махсус рәүештә төҙөлгән.

Пирамида — динде өйрәнеү һәм татыулыҡ үҙәге. Уның эсендә 1302 урынлыҡ опера залы урынлашҡан.

Пирамиданың төҙөлөшө 2006 йылда тамамлана, концерт залы билдәле испан опера йырсыһы Монтсеррат Кабалье тарафынан асыла.

Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы — баш ҡаланың иҫтлекле урындарының береһе. Пирамида төрлө диндәрҙең, этностарҙың һәм мәҙәниәттәренең берләшеүенең символы булып китә. Ҡаҙағстан Республикаһы президенты Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы 2003 йылдың 23-24 сентябрендә Астанала уҙғарылған 1-се Донъя һәм традицион-милли диндәрҙең съезында Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайын төҙөү идеяһын күтәрә һәм күрһәтә. Ә 2006 йылда Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы Донъя һәм традицион-милли диндәрҙең 2-се съезын ҡабул итә.

Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы проектының авторы — Бөйөк Британияның билдәле архитекторы Норман Фостер. Пирамида формаһындағы бина «Сембол Иншаат» төрөк төҙөлөш компанияһы тарафынан төҙөлә.

Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайының майҙаны — 28 мең квадрат метр. Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайында хәҙерге заман ҡормалдары менән йыһазландырылған конферен-залдар һәм күргәҙмә зоналары, һынлы сәнғәт галереялары, презентацион комплекстары, опера концерт залы һәм башҡалар урынлашҡан.

Опера залының дөйөм һыйҙырышлығы 1302 кеше, 20 грим бүлмәһе эшләй. Опера концерт залының интерьеры ҡыҙғылт-алтын тондарҙа эшләнгән, түбәһендә түңәрәк формала тәҙрә уйылған. 80 кеше һыйҙырышлы оркестр бүлеге менән сәхнә төрлө кимәлдәге сәхнәләштерүҙәргә тәғәйенләнгән.

«Хеопс Атриум» залы 2 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. «Хеопс Атриум» залы һәм уға төкөп торған 4 галерея бер үк ваҡытта 1000-ән ашыу ҡунаҡтарҙы ҡабул итә ала. Залдың галереяһында «Астананың 2030 йылға тиклем генераль үҫеш планы» күрһәтелә.

Иң юғары ҡатта была көмбәҙ менән «Бишек» залы урынлашҡан. «Бишек» залында 130 күгәрсен һүрәтләнгән, улар Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡтарын кәүҙәләндерә[1].

Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайында урынлашҡан «Кұланшы» хәҙерге заман сәнғәте үҙәге һәм «Шежіре» галереяһы баш ҡаланың ҡунаҡтарын һәм халҡын сәнғәт әҫәрҙәре менән таныштыра. «Кұланшы» хәҙерге заман сәнғәте үҙәгендә һәм «Шежіре» галереяһында Ҡаҙағстан Республикаһы, яҡын һәм алыҫ сит илдәре рәссамдарының күргәҙмәләре һәм ижади кисәләре уҙғарыла.

Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы Астананың 10-йыллығына бағышланған 500 тенге иҫтәлекле көмөш тәңкәһендә һүрәтләнгән

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Дворец Мира и согласия. Mustvisit. Дата обращения: 30 сентябрь 2016. 2019 йыл 17 август архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә