Туҡтаным — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл. Силәбе ҡалаһынан 80 км төньяҡ-төньяҡ-көнсығышта, Хәлит ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан.

Туҡтаным
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Этимологияһы үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә аңлатыуынса, күлдең атамаһы борон киң таралған башҡорт халҡының ир-ат исеменән килеп сыҡҡан: Тукта, Тукталы, Туктабай, Туктамыш, һүҙҙең тамыры тукта — « аҙаҡҡы булып тыуған» мәғәнәһендә. Үтенеү-исемдәр, ата-әсәнең ғаиләлә артабан бала тыуыуын туҡтатыу теләген сағылдыра[2][3].

Икенсе фараз буйынса күл исеме «Туҡтайбыҙ» һүҙенән килеп сыҡҡан, йәнәһе күл янында туҡтаған башҡорттар шулай тип әйткәндәр, һәм исем ваҡыт үтеү менән үҙләшеп киткән[4].

Географияһы үҙгәртергә

Күлдең көнбайыш ярында Хәлит ауылы, төньяҡ-көнбайышта — Таҡталым станцияһы урынлашҡан[5].

Географик координаталары: Киңлеге: 55°51′45.15″N (55.862541), оҙонлоғо: 61°46′37.7″E (61.777139).

Һыу өҫтө майҙаны — 4,8 км²[6]. Күлдең оҙонлоғо 3 км, киңлеге 2 км, максималь тәрәнлеге-2,6 м, уртаса тәрәнлеге 1,8 м. Һыу күләме — 8,64 млн м³. Күлдең һыуы сөсө, минераллашыуы 200-ҙән 800-гә тиклем мг/л, ҡатылығы — 1,65-тән алып 7,52-гә тиклем мг-экв/л. Күл яуым-төшөм иҫәбенә туҡлана.

Күл соҡоро ер ҡабығы түбәнәйеүҙән барлыҡҡа килгән, йәйкә формаһында. Төньяҡ-көнбайышта һаҙлыҡлы ҡултығы бар[5]. Ташҡын ваҡытында һыу һаҙлыҡлы ер буйынса 4 км көньяҡ-көнсығыштараҡ ятҡан күршеләге Әйҙекүл күленә ағып төшә. Яҡын ятҡан күлдәр: Теләгәнде, Өйәлге, Тәрәнкүл, Әйҙекүл, Көнтыуҙы, Сосновое.

Иондар нисбәте буйынса һыуы гидрокарбонатлы класҡа, магнийлы төркөмгә ҡарай. Төбө тигеҙ, ләм ултырмаһы менән ҡапланған; ярҙары түбән, һөҙәк[7].

Яр буйын ҡаты үҫемлектәр (күрән, екән, ҡамыш) биләй; үҫемлектәр менән яҡынса 15%-ы ҡапланған.

Күлдә табан балыҡ, сабаҡ, алабуға балыҡтары бар. Халыҡтың яратҡан балыҡ тотоу урыны. Тотороҡһоҙ кислород режимы арҡаһында йыш ҡына балыҡтар тонсоғоп үләләр. Һыу көнкүреш һәм малсылыҡ ҡалдыҡтары, баҫыуҙарҙан аҡҡан һыу менән бысрана. Биогенлы һәм органик мәтдәләрҙең күп булыуы күлдең үҫемлектәр менән ҡапланыуына һәм газ режимының насарайыуына килтерә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса күл Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Иҫәт йылғаһы Екатеринбург ҡалаһынан Тинес йылғаһы ҡойғанға тиклем (6). Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[8].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[8]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500611111200015844
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 211201584
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. Бурханкуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  4. http://reki-ozera.ru/otcheti_o_rybalke/109434-tahtalym.html Тахталым
  5. 5,0 5,1 Лист карты N-41-4. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1987 г.
  6. «Тахталым» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  7. http://chel-portal.ru/enc/ozero_tahtalym Озеро Тахталым
  8. 8,0 8,1 — информация об объекте в Государственном водном реестре

Һылтанмалар үҙгәртергә