Туҡай (Туймазы районы)

Тукай (рус. Тукаево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 601 кеше[1]. Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452789, ОКАТО коды — 80251830005.

Ауыл
Туҡай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан]]

Муниципаль район

[[Туймазы районы]]

Координаталар

54°23′41″ с. ш. 54°00′20″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 251 830 005

ОКТМО коды

80 651 430 121

ГКГН номеры

0520108

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Туҡай (Рәсәй)
Туҡай
Туҡай

Тарихы үҙгәртергә

Ерҙән файҙаланыу хоҡуғын Туҡай ауылы типтәрҙәре Өфө губернаһы канцелярияһының 1770 йылдың 9 авгусындағы указы менән нигеҙләй. Әммә был уларҙың ергә хоҡуғын дәлилләү генә булып тора. Типтәрҙәр башҡорттар тарафынан 1765 йылда уҡ индерелә. Ике йылдан һуң Ҡыр-Йылан улусының аҫаба ер хужалары менән ер тураһында бәхәс тыуа, ул 1767 йылда хәл ителә. XIX быуат аҙағында ауылда 2 мәсет, 3 тирмән, тимерлек, мөгәзәй, 2 бакалея кибете була.

1783 йылда 93, 1795 йылда 138, 1834 йылда 301, 1858 йылда 545, 1870 йылда 658, 1895 йылда 1447, ә 1920 йылда 1586 типтәр йәшәгән[2].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр татарҙар (52 %) башҡорттар (44 %)[3].

Географик урыны үҙгәртергә

Алыҫлығы:[4]

Урамдары үҙгәртергә

Урам исеме[5]:

  • Аҡташ урамы (рус. улица Акташево)
  • Бәләбәй урамы (рус. улица Белебеевская)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Ҡасаба урамы (рус. улица Поселковая)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Трактор урамы (рус. улица Тракторная)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)


Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 261. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Туҡай (Туймазы районы) ауылы

Һылтанмалар үҙгәртергә