Тоцк — ауыл, Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе Тоцк районының административ үҙәге.

Тоцк
Нигеҙләү датаһы август 1736
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Тоцк районы һәм Тоцк ауыл советы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Тоцк ауыл советы[d][1]
Халыҡ һаны 6898 кеше (2010)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 85 метр
Почта индексы 461131
Урындағы телефон коды 35349
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Ырымбурҙан төньяҡ-көнбайыштараҡ 200 км алыҫлыҡта Һамар йылғаһына Сорока исемле бәләкәй генә йылға һыуҙарын ҡойған урында урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Ырымбур өлкәһенең тәүге торамаларының береһе. Ҡәлғәғә Ырымбур экспедицияһының беренсе начальнигы Кирилов Иван Кириллович императрица Анна Иоанновна Указына ярашлы 1736 йылдың авгусында нигеҙ һала.

1773 йылда гарнизон Пугачев ғәскәрҙәренә ҡушыла.

1833 йылдың 17 сентябрендә ауылға «Капитан ҡыҙы» повесы өсөн материал йыйыу өсөн А. С. Пушкин килә. Тоцк ҡәлғәһе Пушкиндың «Пугачев тарихы» тексында һәм архив әҙерләмәләрендә телгә алына.

Тоцк лагерында 1914—1917 йылдарҙа чех яҙыусыһы хәрби әсир № 294217 Ярослав Гашек тотола. Лагерҙа тиф эпидемияһы башлана һәм бик күп әсирҙәр вафат була. Гашек шулай уҡ ауырый, әммә иҫән ҡала.

1919 йылдың 23 сентябрендә «Октябрь революцияһы» агитпоезд составында ауылға М. И. Калинин килеп китә.

1941—1942 йылдарҙа Тоцк поляк «Андерс Армияһы» формалашыу үҙәктәренең береһе була.

1954 йылдың 14 сентябрендә Тоцк полигонында ауылдан 13 км төньяҡтараҡ СССР-ҙа беренсе тапҡыр ядро ҡоралы ҡулланылған дөйөм ғәскәри күнегеүҙәр үтә.

Халыҡ үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2010[4]
72016898

Транспорт үҙгәртергә

Тимер юлы: Ырымбур — Һамар линияһында Тоцк станцияһы; Ырымбурға тиклем — 196 км

Автомобиль юлы: Ырымбур — Һамар трассаһы; Ырымбурға тиклем — 202 км

Ауыл эргәһендә «Тоцк» хәрби аэродром урынлашҡан. Әлеге ваҡытта эшләмәй. (Хәрби күнегеүҙәре алып барыла).

Иҡтисады үҙгәртергә

Ауылда «Тоцк машина төҙөүсеһе» ААЙ-ы, һөт заводы, икмәк комбинаты, типография, урман хужалығы һәм башҡа предприятиелары бар. Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса әлеге ваҡытта етештереү юҡ, бөтә предприятиелар ябылған.

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

  • Римма Шершнева — совет партизанкаһы.
  • Алексей Стерелюхин — Советтар Союзы Геройы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә