Томирис (грек. Τόμυρίς, бор. фарсы Tahm-Rayiš[1], б.э. тиклем 570—520 йй) — (бор. грек. βασίλεια) массагет, тикшеренеүселәр фекере буйынса, скиф күсмә халҡының батшабикәһе[2][3][4].

Томирис
массагеттар батшабикәһе
 
Тыуған: Б. э. т. VI быуат
Үҙәк Азия, Массагеты[d]
Үлгән: Б. э. т. VI быуат
Үҙәк Азия, Массагеты[d]
Балалары: Спаргапис[d]

Тарихы үҙгәртергә

Ҡайһы бер тикшереүселәр фекеренсә, батшабикә Томирис (бор. грек. Τομύρι) һәм уның улы Спаргапис (бор. грек. Σπαργαπίσης) исемдәре фарсы сығышлы, икенселәре әйтеүенсә, Томирис батшабикәнең улының исеме скиф батшаһы Скаргаписты хәтерләтә. Исемдәр оҡшашлығын скиф һәм массагет[5][6] иран ҡәбиләләренең яҡынлығы менән аңлатырға була.

Массагеттар, Томирис батшабикә, уның фарсы батшаһы Бөйөк Кир II ғәскәрен еңеүе тураһындағы тәүге яҙмаларҙы Геродот был ваҡиғаларҙан йөҙ йыл үткәс теркәй. Томиристың Кирҙы еңеүе тураһындағы тарих антик дәүерҙә киң билдәле була һәм легендаға әйләнә; антик осорҙоң Страбон, Полиэн, Кассиодор һәм Иордан кеүек яҙыусылары ла был турала яҙа[7].

Геродот хәбәр итеүенсә, Кир Аракс йылғаһын кисеп, массагеттар биләмәһенә үтеп инә һәм Крез кәңәше буйынса уларға тоҙаҡ ҡора. Фарсылар сигенгән мәлдә лагерҙа үҙҙәренең шараптарын ҡалдыра. Массагеттар еңеүҙәрен билдәләп уны эсеп йоҡлап китә. Ошонан файҙаланған фарсылар уларҙы үлтерә, күптәрен әсиргә ала. Әсирҙәр араһында Томаристың улы Спаргалис[8] та була. Был турала ишеткән Томирис Кирға хат ебәрә: «Ҡан көҫәгән Кир,… минең улымды ебәр ҙә илемдән язаһыҙ кит… Әгәр ҙә бының менән ризалашмаһаң, массагеттар хужаһы ҡояш менән ант итәм, мин һиңә ҡан эсерәсәкмен… »[9][10].

Геродот буйынса, әсир Спаргапис Кирҙан ҡулындағы бығауҙы сисеүен үтенә, әммә азат ителгәс, үҙ-үҙенә ҡул һала.

Томиристың тәҡдимен ҡабул итмәгән Кирға ҡаршы батшабикә яу аса. Фарсы ғәскәренең күп өлөшө юҡ ителә, Кир үҙе һәләк була. Геродоттың һүҙҙәре буйынса, был иң аяуһыҙ алыштарҙың береһе була.

Мәҙәниәттә сағылышы үҙгәртергә

Томирис турыһында тарих көнбайыш сәнғәте йолаларында сағылдырыла. Рәссамдар Рубенс, Аллегрини, ЛукаФеррари, Маттиа Претти, Гюстав Моро, скульптор Кальзетта да Равенне Томиристы һәм шул дәүерҙәге ваҡиғаларҙы һүрәтләй.


Астрономияла үҙгәртергә

Томирис хөрмәтенә 1906 йылда астероидҡа (590) Томирис исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. F. Altheim und R. Stiehl. Geschichte Mittelasiens im Altertum. Berlin, 1970.
  2. Геродот. История (I, 205). // Доватур А. И., Каллистов Д. П.,И. А. Народы нашей страны в «Истории» Геродота. — М., 1982. — C. 87.
  3. Иордан. О происхождении и деяниях гетов (61) 2014 йыл 6 октябрь архивланған.. Перевод Е. Ч. Скржинской.
  4. Филострат. Рассказ о героях (V, 3).
  5. Доватур А. И., Каллистов Д. П., Шишова И. А. Народы нашей страны в «Истории» Геродота. — М., 1982. Комментарий 68, — С. 188.
  6. О родстве культур массагетов, исседонов, савроматов, скифов и саков смотри: Minns. р. 110 f.; Струве. Этюды, с.60; Руденко. Горноалтайские находки, с. 16 и след.; Смирнов К. Ф.. Савроматы, с.277 и след.; Толстов. Итина, с. 173 и след.; Смирнов А. П.. Скифы, с.88 и след.; Вишневская. Итина, с.207 и след.; Kothe. Herkunft, S. 22 f.; Дандамаев. Поход Дария, с. 180; Пьянков. Саки, с. 17; Он же, Массагеты, с.67; Вишневская. Культура, с.60 и след., 100 и след., 127 и след.
  7. The Origin And Deeds Of The Goths.
  8. Геродот. История (I, 211). Доватур А. И., Каллистов Д. П., Шишова И. А. Народы нашей страны в «Истории» Геродота. — М., 1982. — С. 91.
  9. Геродот. История (I, 213). Доватур А. И., Каллистов Д. П., Шишова И. А. Народы нашей страны в «Истории» Геродота. — М., 1982. — С. 91.
  10. Herodotus: Queen Tomyris of the Massagetai and the Defeat of the Persians under Cyrus 2011 йыл 28 июнь архивланған..

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • На Викискладе есть медиафайлы по теме Томирис
  • Массагеттар батшабикәһе Томирис
  • Булат Джандарбеков — билдәле яҙыусы, «Томирис» һәм «Ширак батырлығы» романдары ингән «Һаҡтар» дилогияһы авторы.