Томаров Василий Александрович

хәрби хеҙмәткәр, осоусы

Томаров Василий Александрович (12 февраль 1921 йыл — 5 ғинуар 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, подполковник (1955). Советтар Союзы Геройы (1945).

Томаров Василий Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР[1]
Тыуған көнө 12 февраль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1]
Тыуған урыны Жилино (Башҡортостан), Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе[1]
Вафат булған көнө 5 ғинуар 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Хәрби звание подполковник[d][1]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Александрович Томаров 1921 йылдың 12 февралендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Жилин ауылында Октябрь районы ҡарамағындағы Нуғай ауыл Советына инә[2] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Мәктәптең ете синыфын тамамлаған. 1944 йылдан КПСС ағзаһы.

Василий Томаров хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Өфө аэроклубының инструктор-летчигы булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда Өфө район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Шул уҡ йылда Ейск хәрби-диңгеҙ авиация летчиктар училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың 27 ғинуарынан.

872-се штурм авиацияһы полкының звено командиры (281-се штурм авиацияһы дивизияһы, 13-се һауа армияһы, Ленинград фронты) лейтенант В. А . Томаров немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң В. А. Томаров Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылда офицерҙар составын камиллаштырыуҙың Юғары осоу-тактика курстарын, 1955 йылда — Хәрби-һауа академияһын тамамлай.

1958 йылда подполковник В. А. Томаров — запаста. Өфөгә ҡайтҡас, «Башнефтезаводстрой» тресында инженер, Өфө моторҙар заводында заказсының хәрби вәкиле булып эшләй.

2004 йылдың 5 ғинуарында вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнә.

Батырлығы үҙгәртергә

«Үҙенең хәрби эшен башҡарыу дәүерендә лейтенант Томаров 104 хәрби осош яһай. 52 хәрби осошонда Томаров өс— алты ИЛ-2 самолеттарын төркөмөн алып барыусы сифатында атҡара. Немец илбаҫарҙары өҫтөнә лейтенант. Томаров төрлө калибрлы 45 тонна бомба ташлай, 80 меңгә яҡын снаряд һәм патрон ата, һөҙөмтәлә уның тарафынан юҡ ителә: урта һәм эре калибрлы ЗА орудиеһы (зенит артиллерияһы) — 18, П орудиеһы (ялан артиллерия) — 34, МЗА орудиеһы (бәләкәй зенит артиллерияһы) — 29, ут нөктәһе — 17, паровоз — 1, ғәскәр һәм йөк менән автомашиналар — 57, йөк арбаһы менән — 28, бензоцистерна — 1, аэродромдағы самолеттар — 2, һауа һуғышында бәреп төшөрөлгән — 1 ФВ-190, дзот, өйҙәр һәм блиндаж — 24, тимер юлы биналары — 2, яғыулыҡ менән келәттәре — 1, янғын усағы һәм көслө шартлауҙар — 6, 350-нән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә…».

Василий Александрович Томаровҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 23 февралендә бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Өфө районының Зинин ауылындағы урам һәм Нуғай ауылындағы урта мәктәп Герой исемен йөрөтә
  • Василий Томаров исеме Өфө аэроклубын тамамлаусы Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль таҡтаһына индерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 2014 йыл 26 февраль [https://web.archive.org/web/20140226042340/http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=6492 архивланған. 2014 йыл 26 февраль архивланған. ПОСТАНОВЛЕНИЕ Правительства РБ от 29.12.2006 № 391 (ред. от 24.03.2008) "ОБ УТВЕРЖДЕНИИ РЕЕСТРА АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ И НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Архивная копия от 26 февраль 2014 на Wayback Machine] 2014 йыл 26 февраль архивланған.
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 8/48, л. 8/38—41).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1082, л. 2, 22, 23).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1082, л. 2, 35, 36).
  6. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2893, л. 3, 38, 39).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә