Токио йәмиғ мәсете

Токио йәмиғ мәсете (яп. 東京ジャーミイ, Tōkyō-jāmii, шулай уҡ 東京モスク, Tōkyō-mosuku) — Японияла Токио ҡалаһында урынлашҡан мәсет. Мәсет 1935 йылда башҡорт дин әһеле Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев тарафынан мосолман мәхәлләһе өсөн һалына.

Мәсет
Токио мәсете
яп. 東京ジャーミイ, Tōkyō-jāmii, шулай уҡ 東京モスク, Tōkyō-mosuku

Токио мәсете (2000 йылда төҙөлгән бина)
Ил Япония Япония
Ҡала Токио
Архитектура стиле Ғосман дини традицияһы
Архитекторҙар Синан Мимар
Хаҡы 1,5 млн иена
Төп даталары:
12 май 1938 — мәсет һәм ислам мәктәбе асыла
1986 йылер тетрәгәндә мәсет емерелә
ер тетрәгәндән һуң реконструкция
1998 йылмәсет яңынан төҙөлә башлай
2000 йылмәсет яңынан асыла
Дөйөм майҙаны 1,476.75
Бина майҙаны 734.2
Көмбәҙҙәр һаны 1
Көмбәҙ бейелеге 23.25
Манаралар һаны 1
Манара бейеклеге 41.48
Торошо ғәмәлдә
Мәктәп ДаY
Сайт tokyocamii.org
1938—1986 йылдарҙағы мәсет бинаһы (төҙөүсеһе Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев

Тарихы үҙгәртергә

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында Колчактың еңелеүенән һуң күпмелер башҡорттар һәм татарҙар Японияға барып сыға. 1922 йылда улар мәхәлләгә ойоша, уларҙың теүәл һаны билдәһеҙ[1]. 1927 төркиҙәр балаларына милли рухта белем һәм тәрбиә биреү өсөн мәктәпкә урын биреүҙе һорап япон хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. 1928 йылда мәҙрәсә асыла. Бинаның бер өлөшө мәсет итеп файҙаланыла. Мөхәммәт Ҡорбанғәлиев 1935 йылда ер һатып ала һәм 1938 йылда мәҙрәсә янында мәсет һалдыра. Яңы мәсет асылғанға тиклем Мөхәммәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев Токиола беренсе мөфтөй һәм «Исламиә Токио» мәхәлләһенең имам-хатибы була. Токио мәсете, типография һәм мәсет янындағы ислам мәктәбе Мөхәммәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың шәхси аҡсаһына һәм мосолман дини ойошмаһы ағзалырының иғәнәһенә төҙөлә[2]. Йәдитсе Ғаяз Исхаҡи һәм ҡәҙимсе Мөхәммәтғәбделхай Ҡорбанғәлиев араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр, һуңғараҡ Ҡорбанғәлиев һәм Ғәбдрәшит Ибраһимов араһындағы низағ арҡаһында япон властары махсус комиссия төҙөй, уның һөҙөмтәһендә «Исламия» ойошмаһы етәксеһе итеп Ғ. Ибраһимов ҡалдырыла, ә М. Ҡорбанғәлиев 1938 йылда Япониянан Ҡытайға (Дайрен ҡалаһына) һөрөлә[1]. 1938 йылдың 12 майында Мәүлидин-Нәби көнөндә башҡорт һәм татар эмигранттарынан торған Мәхәллә һәм исламийә дини ойошмаһы вәкилдәре тарафынан асыла.

Мәсет Сибуя районының Ёёги кварталында урынлаша. Мәсет асыу тантанаһында билдәле япон сәйәсмәндәре һәм юғары хәрби етәкселеге вәкилдәре (адмирал Огасавара Наганари, Тояма Мицуру һәм башҡалар) ҡатнаша.

1986 йылда Токио мәсете бинаһы ер тетрәүе арҡаһында ҙур зыян күрә, 1986 йылда емертелә. 1998 йылда Төркиә хөкүмәте ярҙамында яңы мәсет төҙөлә башлай, 2000 йылда төҙөлөп бөтә. Мәсетте төҙөүгә барыһы 1,5 миллион иена тотонола. Проект архитектор Мөхәррәм Һилми Сеналптарафынан эшләнә. Мәсет бинаһы ғосман дини традицияларҙа төҙөлгән. Мәсет асыу тантанаһы 2000 йылдың 30 июнендә уҙғарыла, унда Япониялағы Төркиә илсеһе Яман Башкут (1998—2002) телмәр тота һәм Төркиә хөкүмәте вәкилдәре ҡатнаша.

«Исламиә Токио» мәхәлләһенең имам-хатиптары[1] үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Татарская и башкирская эмиграция в Японии
  2. Юнусова А. «Великий имам Дальнего Востока» Мухаммед-Габдулхай Курбангалиев // Вестник Евразии. — 2001. — № 4.

Һылтанмалар үҙгәртергә