Тире (лат. cutis) — кешенең йәки хайуандарҙың тән япмаһы[2] — ҡатмарлы биологик орган[3]. Биологияла — умыртҡалы Хайуандарҙың тышҡы тән япмаһы.

Тире
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә Дерматология
Развитие анатомической структуры развитие кожи[d]
Нимә менән тоташа подкожная бурса[d]
Һештег skin[1]
Код NCI Thesaurus C12470
 Тире Викимилектә

Тире организмға сит матдәләр һәм есемдәр, башҡа организмдар, артыҡ дымдың үтеп инеүенән һәм механик зарарланыуҙан һаҡлай. Тиренең тән температураһын көйләү, кибеүҙән һаҡлау кеүек организмды һаҡлау функцияһы бар. Тире матдәләр алмашыныу процесында ҡатнаша. Тирелә бик күп һиҙеү рецепторҙары урынлашҡан (ауыртыу, температура, баҫым). Тире ҙурлығы буйынса иң ҙур ағза[4]. Оло кешенең тән япмаһы майҙаны 1,5—2,3 м² етә[5], массаһы буйынса 4-6 %, ә гиподерма менән дөйөм массаның 16—17 % тәшкил итә[6].

Тире төҙөлөшө үҙгәртергә

 
Тән япмаһының киҫелеше
 
Кешенең эпидермис һәм тире дерма төҙөлөшө.

Тән япмаһы эпидермис, дерма һәм тире аҫты май клетчаткаһынан тора (гиподерма).

  • Эпидермис биш ҡат эпидермаль күҙәнәктәрҙән тора. Был ҡатламда мөгөҙ тәңкәләр, ҡауырһындар, тырнаҡтар, тояҡтар, ҡыуыш мөгөҙҙәр, төктәр барлыҡҡа килә. Тирегә төҫ биреүсе пигмент күҙәнәктәре, күп һанлы биҙҙәр эпидемиста урынлашҡан. Бүленеүсе куҙәнәктәр эпидермистың аҫҡы өлөшөн барлыҡҡа килтерә. Өҫкө өлөштә күҙәнәктәр үлә һәм аҡрынлап ҡуба бара.
  • Дерма, йәғни ысын тире. Был ҡатламда капиллярҙар, нерв төйөндәре, ҡан һәм лимфа тамырҙары, сәс төбө, тиренең мөгөҙ ҡатламы, май һәм тир биҙҙәре урынлашҡан.
  • Гиподерма йәғни тире аҫты клетчаткаһы — тиренең иң төптәге ҡатламы. Был ҡатламда организм запасҡа ҡалдырған май күҙәнәктәре була. Май ҡатламы тышҡы тәьҫирҙән һаҡлай һәм йылыны һаҡлай.

Тиренең сығарылмалары үҙгәртергә

Тиренең өҫкө йөҙөндә уның анатомик сығарылмалары — тиренән һәм уның башлансыҡтарынан барлыҡҡа килгән үҫентеләр (сәс, төктәр, ҡауырһын япма, йөн япма, тырнаҡтар, тәңҡәләр, ҡабырсаҡтар, миңдәр, тояҡ, мөгөҙ һ.б.) һәм биҙҙәр (һөт, еҫ, тир, май һ.б.).

Тирелә урынлашҡан биҙҙәрҙең төрлө секрециялары шулай уҡ тәндең тышҡы япмаһының бер өлөшө булып тора.

Тире биҙҙәре үҙгәртергә

Май биҙҙәре (sebaceous glands) — тышҡы секреция биҙҙәре. Улар кеше һәм башҡа имеҙеүселәрҙең тиреһендә урынлашҡан һәм майлы секрет (себум) бүлеп сығара. Голокрин биҙҙәренә (секреция ваҡытында күҙәнәктәре тулыһынса емерелгән һәм бөтә эстәлеге сергә әйләнгән биҙҙәр) ҡарай.

Тәүге тапҡыр уларҙы анатомист Мальпиги 1689 йылда тасуирлай. Улар устарҙан, табандарҙан һәм аяҡтың артҡы өлөшөнән тыш, тиренең бөтә өлкәләрендә лә тиерлек урынлашҡан.

Кешелә иң ҙур үҫешкә ирҙәрҙә тестостерон һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа прогестерон тәьҫирендә бәлиғ булған саҡта етәләр. Улар һәр ваҡыт тиерлек сәс менән бәйле.

Май биҙҙәренең ике төрө бар: сәс фолликулдары менән бәйле һәм үҙ -аллы булған биҙҙәр.

Сәс фолликулдары менән бәйле булмаған май биҙҙәре эпидермистың өҫкө йөҙөнә сәсһеҙ фолликул аша асыла. Улар тәндең айырым өлөштәрендә, мәҫәлән, тышҡы ҡолаҡ каналында, күҙ ҡабаҡтарында, ирендәрҙә, имсәктәрҙә, енес ағзаларында бар.

Сәс фолликулына бәйле май биҙҙәре тиренең башҡа өлкәләрендә лә осрай. Һәр сәс йәки төк фолликулын бер йәки бер нисә май биҙе уратып алырға мөмкин. Биҙҙәр arrector pili. мускулдары (сәсте йәки төктө күтәреүсе мускулдар) менән уратып алынған. Сәстең йәки төктең төбө махсус муҡсала була. Йәнәш урынлашҡан май биҙҙәренән бүленеп сыҡҡан матдәләр тирене, сәсте, төктәрҙе майлап тора. Шунлыҡтан улар һығылмалы була һәм һыуҙа еүешләнмәй.

Тир биҙҙәре үҙгәртергә

Тир биҙҙәре аша организмдан һыу һәм тарҡалған метаболик продукттар, тоҙҙар һәм бәүелсәнең артыҡ өлөшө сығарыла. Шулай итеп, тир биҙҙәре өҫтәмә бүлеп сығарыу ағзалары ролен үтәй.

Тир, тән өҫлөгөнән парға әйләнеп, уны һыуытып терморгуляцияның мөһим звеноһы булып тора. Шул юл менән эҫе ҡабыуҙан, көн һуғыуҙан һаҡлай.

Һөт биҙҙәре үҙгәртергә

Һөт биҙҙәреҡатын-ҡыҙҙарҙа үҫешкән. Яңы тыуған сабыйҙы туҡландырыу өсөн бик мөһим булған күкрәк һөтө етештерә. Һөт биҙҙәренең булыуы имеҙеүселәрҙең төп билдәләренең береһе.

һөт бик туҡлыҡлы һәм уның составында хайуан балаларының үҫеше өсөн кәрәкле бөтә матдәләр: һыу, майҙар, аҡһымдар, углеводтар, витаминдар һәм минераль тоҙҙар була.

һөттөң аҡ төҫө уның составындағы майҙың үтә ваҡ тамсылар рәүешендә булыуына бәйле. Бындай май хайуан балаһының организмында еңел һеңдерелә һәм үҙләштерелә.

Лайлалы тиресә биҙҙәре үҙгәртергә

Балыҡтарҙың, ер-һыу хайуандарының тиреһендәге лайлалы тиресә биҙҙәре тирене дымландырып, шыуғалаҡ итеп тороусы лайла бүлеп сығара, Был һыуҙа йөҙгәндә ышҡылыу көсөн кәметә. Ер-һыу хайуандарының тиреһен ҡороға сыҡҡанда кибеүҙән һаҡлай.

Тиренең функциялары үҙгәртергә

 
Тиренең һуҙылыусанлыҡ һәләте
Пётр Шпаннер, 1891 год

Тире түбәндәге функцияларҙы үтәй[7]:

һулыш — тиренең кислородты йотоу һәм углекислый газ бүлеп сығарыу һәләте менән бәйле;

Һаҡлау — организмды механик һәм химик факторҙар тәьҫиренән, ультрафиолет нурланыштан, микробтарҙың үтеп инеүенән, һыуҙың тыштан үтеп инеүенән һаҡлай ;

терморгуляция — тиреләге ҡан тамырҙарының киңәйеүен һәм ҡыҫылыуын көйләп һәм тир аша тән температураһын көйләү;

көйләү функцияһы —тир аша организмдағы һыу-тоҙ балансын көйләүҙә ҡатнашыу;

бүлеп сығарыу (экскретор) — тир биҙҙәре аша организмдан метаболизм продукттары, артыҡ һыу һәм тоҙҙар, дарыуҙар сығарыла; бөйөрҙөң гипофункцияһы осрағында был эшмәкәрлек көсәйә;

депо — 1 л тирәһе ҡан дермалағы ҡан тамырҙарында һаҡлана;

эндокрин һәм метаболик — тирелә D витамины синтезланаһәм туплана, шулай уҡ ҡайһы бер башҡа гормондар ҙа туплана;

һиҙеү ағзаһы (рецептор) — тирелә баҫымды, тейеүҙе, ауыртыуҙы, һыуыҡты, йылыны ҡабул итеүсе төрлө рецепторҙар урынлашҡан. Улар кешегә йәрәхәтләнеүҙе, бешеүҙе, туңыуҙы булдырмай ҡалырға мөмкинлек бирә. Тиренең һиҙеүсәнлеге организмдың тирә-йүн менән үҙ-ара тәьҫир итешеүендә мөһим роль уйнай. Тире һиҙеүсәнлеген юғалтһа, кеше даими рәүеш тә имгәнеүҙәргә дусар була;

 
Һәр төҫ умыртҡа һөйәгенән килгән нервыға (иннервация) тейешле тире өлөшөнә тап килә

иммун функция — антигендарҙы эләктереү, эшкәртеү (процессинг) һәм ташыу (транспорт) һәм артабан иммун реакцияһын булдырыу.

Тиренең төрҙәре:

  • ҡалын тире (устарҙа һәм табанда) — ҡалын (400—600 мкм) эпидермистан, төктәр һәм май биҙҙәре юҡ[7];
  • нескә тире (тәндең башҡа өлөштәрендә) —эпидермис ҡатлауы йоҡа (70-140 мкм); сәстәр, төктәр һәм тире биҙҙәре бар[7][5].

Сағыштырма анатомия үҙгәртергә

Ғөмүмән, хайуандың теләһә ниндәй тышҡы туҡымаһын тиерлек тире тип атарға мөмкин, әммә ысын тире тик хордалыларға ғына хас[8].

Быуынтығаяҡлыларҙың үҙҙәренә генә хас үҙенсәлеге булып хитиндан торған кутикулалы тышҡы һөлдә тора. Кутикула эктодерма күҙәнәктәренән барлыҡҡа килә. Өс ҡатлауҙан тора — эндокутикла, экзокутикла һәм эпикутикла.

Проторакаль биҙҙәр тарафынан етештерелгән стероид гормон экдисондарҙың тәьҫиренән ҡау һалғанда гиподермала яңы эпикутикула , ә уның аҫтында яңы эндокутикла барлыҡҡа килә.

Моллюскыларҙа шулай уҡ эктодерманан ҡаты тышҡы япма — эзбиз ҡабырсаҡ барлыҡҡа килә. Әммә бындай төр япмаларҙы тире тип һанап булмай.

Ысын тиреле хайуандарҙың иң түбән вәкиле булып ланцетник тора. Ланцетниктың тиреһе —тығыҙ арауыҡлы куб формаһындағы күҙәнәктәрҙән торған бер ҡатлы эпителий (эпидермис). Улар үҙҙәрен аҫтан көпләп торған йоҡа базал мембранала урынлашҡан.

Эпидермис өҫ яҡтан эпидермаль биҙҙәр бүлеп сығарған һәм мукополисахаридтарҙан торған яры менән ҡапланған. Ул ланцелаттарҙың йоҡа тиреһен зарарланыуҙан һаҡлай. Эпителий аҫтында ҡойҡа һымаҡ тоташтырғыс туҡыманың йоҡа ҡатламы — кориум, йәки кутис ята. Тышҡы япмалары үтә күренмәле, пигментланмаған тиерлек.

Балыҡтарҙың тышҡы япмаһы һөйәк тәңкәле тиренән ғибәрәт (ҡайһы бер балыҡтарҙа тәңкәләр юҡ). Башҡа умыртҡалыларҙағы кеүек, балыҡ тиреһе дермаға һәм эпидермисҡа (эпителиаль туҡыманан торған эктодермаль сығышлы тиренең өҫкө ҡатламы) бүленә.

Балыҡтағы эпидермисы мөгөҙләнмәй. Эпидермистағы биҙҙәр мускусҡа оҡшаш секреция бүлеп сығара. Ул хайуандың тышҡы япмаларын һаҡлай. Тәңкәләр формалашыуҙа төп ролде тиренең эске ҡатламы — дерма башҡара. Тәңкәләр башта эзбиз яралғы фиғылында барлыҡҡа килә.

Тәңкәләр бер нисә төргә бүленә. Кимерсәкле балыҡтарҙың теш тибы буйынса үҫешкән плакоид тәңкәләре бар. Эволюция барышында плакоид тәңкәләр акулаларҙың һәм скаттарҙың яңаҡтарында теш барлыҡҡа килтерә. Плакоид тәңкә дентиндан тора. Ул тәңкәнең нигеҙен тәшкил итә. Дентин тыш яҡтан эмаль менән ҡапланған.

Химик составы буйынса акулаларҙың һәм кеше тешенең дентины һәм эмале оҡшаш.

Иң ябай тәңкә ганоид тип атала. Ул нур ҡанатлы балыҡтарҙан иң примитив булған балыҡтарҙа, мәҫәлән, бикре балығында күҙәтелә. Бындай тәңкәләр бер-береһенә ятып тормай, ә бер-береһенә тығыҙ тейеп урынлаша. Балыҡ үҫкән ыңғайына улар ҙа үҫә, ҙурая бара.

Пластиналар өҫтән дентинға оҡшаған матдә ҡатламы — ганоин менән ҡапланған. Йыш ҡына бындай тәңкәләр балыҡтың (мәҫәлән, Polypteridae һәм Lepisosteidae ғәиләләренә ҡараусы) кәүҙәһен тоташ панцир булып ҡаплай.

Ҡаҙылма суҡ ҡанатлы һәм ике һулышлы балыҡтарға, шулай уҡ хәҙерге суҡ ҡанатлы балыҡтарға космоид тәңкәләрхас. Ундай тәңкәләрҙең тышҡы йөҙө космин ҡатламынан тора, ә уның өҫтөндә дентин ҡатламы ята.

Амфибияларҙың тиреһе шыма, йоҡа, йомшаҡ. Шыйыҡсаларҙы һәм газдарҙы сағыштырмаса еңел үткәрергә булышлыҡ итеүсе лайла бүлеп сығарыусы тире биҙҙәренә бай.Ҡайһы берҙәрендә лайла ағыулы йәки тире аша газ алмашыуҙы еңеләйтеү сифатына эйә булырға мөмкин. Тире ҡан капиллярҙарҙың тығыҙ селтәре менән сырмалған һәм өҫтәлмә һулыш алыу ағзаһы булып тора.

Тирелә мөгөҙләнеү һәм һөйәкләнеү элементтары бик һирәк осрай. Тирелә йыш ҡына пигментация күҙәтелә, улар һаҡлаусы төҫ барлыҡҡа килтерә. Организм үҫеш процесында тиреһен тоташ көйө ташлай.

Амфибияларҙың тиреһе башҡа умыртҡалыларҙағы кеүек күп ҡатлы эпидермистән һәм ысын тиренән (кориум) тора.

Тиреләренең тышҡы ҡатламында кератин һалыныуына ҡарамаҫтан, амфибияларҙа әлегә тиклем дым юғалтыуҙан һаҡланыу сараһы үҫешмәгән. Шуның арҡаһында уларға етерлек дымлы урындарҙа йәшәргә тура килә.

Һөйрәлеүселәр тиренең кибеүенә ҡаршы тороу һәләтенә эйә. Тиреләренең тышҡы яғы ҡалынайыу һәм мөгөҙләнеү (кератинизация) һөҙөмтәһендә мөгөҙ тәңкәләр йәки ҡалҡан барлыҡҡа килтерә. Ул ҡаты йәки һығылмалы булыуы мөмкин.

Кеҫәрткеләрҙә мөгөҙ тәңкәләр бер-береһенә ятып тора . Ташбаҡаларҙа тиреләге ҡалҡандар ҡушылып тоташ панцирь барлыҡҡа килтерә.

Мөгөҙ япмаларының алмашыныуы тулыһынса йәки өлөшләтә булырға мөмкин. Күп төрҙәрҙә был йылына бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Тығыҙ һәм ҡоро тиренең биҙҙәре аҙ. Еҫле биҙҙәр йыш ҡына клоака янында урынлашҡан. Лайлалы биҙҙәре юҡ.

Тиреләрендә эске ҡатламының тышҡы өлөшөндә йыш ҡына махсус күҙәнәктәр — хроматофорҙар була. Был күҙәнәктәрҙә пигменттар: меланиндар һәм каротеноидтар етештерелә. Шулай уҡ хроматофорҙарҙа яҡтылыҡты сағылдырыуға һәләтле гуанин бар. Хроматофорҙар ярҙамында ҡайһы бер һөйрәлеүселәр сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тән төҫөн үҙгәртә ала. Хамелеондар — ошондай үҙсәнлеккә эйә булған иң билдәле вәкилдәр.

Ҡоштарҙың тиреһе йоҡа, һығылмалы, майға бай. Тоташтырғыс туҡыма ҡатламында контурлы ҡауырһындарға беркетелгән һәм торошон үҙгәртеүсе шыма мускулдар күп.

Тире биҙҙәре юҡ, ҡоштарҙа берҙән-бер тире биҙе — ҡойроҡ умыртҡа һөйәге өҫтөндә урынлашҡан ҡоймос биҙе (килһеҙ ҡоштарҙа, ҡайһы бер туғаҙаҡтарҙа, күгәрсендәрҙә, тутыйғоштарҙа һ.б. юҡ).

Ҡоймос биҙе майлы матдә етештерә. Ҡош суҡышы менән биҙҙән был майлы шыйыҡлыҡ тамсыларын һығып сығара һәм уның менән ҡауырһындарын майлай. Былай майлау ҡауырһындарҙы эластик һәм һығылмалы итә, ә һыу ҡоштарын еүешләнеүҙән һаҡлай.Ҡайһы бер ҡоштарҙың ҡолағы янында көкөрт биҙҙәре бар.

Ҡоштарҙың үҙенә генә хас үҙенсәлеге булып суҡыштың булыуы тора. Гөбөргәйелдәрҙең яңаҡтары тышлығы кеүек, суҡыштар ҙа эпидермистың тышҡы ҡатламынан барлыҡҡа килә. Улар үҫеү барышында үҙгәреп тора.

Ҡоштарҙың алғы ослоҡтары осоуға яраҡлаштырылғанлыҡтан, суҡыш уларҙың ҡайһы бер функцияларын үҙенә алған. Суҡыштың формаһы һәм төҙөлөшө ҡоштоң туҡланыу ысулына бәйле.

Ҡоштарҙың бөтә төрҙәре өсөн дә хәҙерге замандың башҡа хайуандарында осрамаған ҡауырһын япмаһы булыуы хас Ҡауырһындар ҡоштоң суҡышынан һәм аяҡтарының дисталь өлөштәренән тыш кәүҙәһен тулыһынса ҡаплай.

Ҡауырһындар үҫешкәндә мөгөҙләнеүсе күҙәнәктәрҙә пигменттар һалына, улар һәр төргә хас төҫтө билдәләй.

Ике төр пигменттар йышыраҡ осрай: меланиндар һәм липохромдар. Меланиндар ҡауырһындарға ҡара, көрән, ҡыҙғылт-көрән һәм һары төҫ бирә. Липохромдар сағыуыраҡ төҫ бирә: ҡыҙыл, йәшел, һары, зәңгәр һ. б.

Ҡауырһындарҙа төрлө пигменттарҙың бер төҫкә ҡушылыуы төҫтө ҡатмарлаштыра. Аҡ төҫ пигмент булмағанда, ҡауырһындың һауа менән тултырылған үтә буш мөгөҙ күҙәнәктәренән яҡтылыҡтың тулы сағылышы ярҙамында барлыҡҡа килә.

Ҡауырһындарҙың өс төрө бар: контур, мамыҡ һәм төктәр.

Контур ҡауырһындың ҡаты тар көпшәһе һәм уның ян-яҡтарында киң, йомшаҡ елпеүестәре бар. Елпеүестәрҙе көпшәнән ҡуйы булып айырылып киткән, мөгөҙ матдәнән төҙөлгән бик нәҙек төктәр барлыҡҡа килтерә.

1-се рәт төктәре көпшәгә бер-береһенә параллель беркетелгән. Ошондай һәр төктөң ике яғынан тағы ла нәҙегерәк 2-се рәт төктәре айырылып китә. Был төктәр күрше төктәргә ятып тора һәм уларға бик бәләкәй ырғаҡтары менән йәбешә. Ҡауырһындың ошолай төҙөлөүе уны һығылмалы, еңел итә, һәм һауа уға бөтөнләй тиерлек үтеп инмәй.

Контур япма ҡауырһындар, черепицалар һымаҡ, остары менән бер-береһенә ятып, ҡоштоң тәнендә уның осоуын еңеләйтеүсе шылғыр тотош өҫлөк барлыҡҡа килтерә. Осҡанда ҡоштоң ҡанаттарындағы һәм ҡойроғондағы ҙур контур ҡауырһындар төп әһәмиәткә эйә.

Контур ҡауырһындар аҫтында ваҡ мамыҡ ҡауырһындар урынлашҡан. Уларҙың елпеүестәре йомшаҡ һәм кәүшәк, 2-се рәт төктәре юҡ. Ҡ айһы бер ҡош тарҙа мамыҡ та була, ул осонда суҡ кеүек төктәр шәлкеме булған ҡыҫҡа көпшәнән тора . Ҡауырһындар, бигерәк тә мамыҡ ҡауырһындар, һәм мамыҡ ҡош тәненең йылыһын һаҡлай.

Төктәр араһында, көпшәләрҙә һәм айырым мамыҡ бөртөктәре араһында һауа күп була, ә ул йылыны насар үткәрә.

Ҡоштар ҡәтғи периодик тәртиптә төләйҙәр: туҙған ҡауырһындар ҡойола, улар урынына яңылары үҫеп сыға

Һөтимәрҙәрҙең тиреһенә сәс (йөн) булыуы һәм төрлө — тир, май, һөт, еҫле биҙҙәрҙең булыуы хас. Ҡайһы бер һыу мөхитендә тереклек иткәндәренән (киттәр, сиреналар) башҡа бөтә һөтимәрҙәрҙә лә йөн япмаһы бар. Йөн япманың функцияһы — термик изоляция, зарарланыуҙан һаҡлау. Күпселек төрҙәрҙең, шул иҫәптән приматтарҙың (кешенән башҡа) вибриссаһы бар. Улар тейеп һиҙеү функцияһын башҡарысы эре төктәр.

Мөгөҙҙәр — бөтә төрҙәре лә тиренең сығарылмалары булып тора. Күпселек тояҡлыларҙа эпидермис эшмәкәрлеге арҡаһында барлыҡҡа килә (шулай уҡ осло һәм яҫы тырнаҡтар, сәстәр).

Тырнаҡ —ҡоро ер умыртҡалыларҙың күбеһендә бармаҡ остарында үҫешә: һөйрәлеүселәрҙә, бөтә ҡоштарҙа, һөтимәрҙәрҙә һәм ҡайһы бер амфибияларҙа. Тырнаҡтың төп функциялары — хәрәкәткә, дошмандан һаҡланыуғаһәм һөжүм итеүгә булышлыҡ итеү. Һөтимәрҙәрҙә тырнаҡтар артабан нығыраҡ үҫеш алған. Приматтарға тырнаҡтары(кеше, маймылдар) яҫы тырнаҡтар хас.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. (3) #skin - Twitter Search / Twitter
  2. Кожа в толковом словаре Ожегова. С. И. Ожегов, Н. Ю. Шведова. 1949—1992.
  3. Кожа в статье Малой медицинской энциклопедии. — М.: Медицинская энциклопедия. 1991—96 гг. на dic.academic.ru
  4. Быков, 2001
  5. 5,0 5,1 Самусев, Липченко, 2002
  6. Медицинская энциклопедия. Кожа
  7. 7,0 7,1 7,2 Быков, 2001, с. 56
  8. Сравнительная анатомия. Десять физиологических систем органов. Кожа и её производные