Тинес (рус. Те́ча[1]) — Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә аҡҡан йылға. Силәбе өлкәһендәде Ирташ күленән башлана, Ҡурған өлкәһендә Иҫәт йылғаһына ҡоя.

Тинес
рус. Теча
Буйлап аҡҡан территориялар Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһе
Йылға башы Иртәш күле
Йылға тамағы Иҫәт йылғаһы

Өлкән ҡушылдыҡтары: Мишеләк, Өйөҙйылға, Баҫҡаҙыҡ.

Йылғаның исеме үҙгәртергә

«Тинес» — йылғаның ысын башҡорт исеме. Урыҫса ул «Теча» тип атала.

Фажиғә үҙгәртергә

19491956-сы йылдарҙа радиоактив матдәләр байыҡтырған Маяҡ ойошмаһынан йылғаға радиоактив матдәләр ағып төшә. 1957-се йылда Маяҡта шартлау булып, радиоактив матдәләр шаҡтай күп күләмдә күләмдә йылғаға эләгә. Был фажиғәгә килтерә: йылға буйындағы күп ауылдарҙа (шул иҫәптән Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарының күп башҡорт ауылдарында) кешеләр яман шеш сирҙәре менән ауырый башлай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә