Тетюшев Савва Никифорович

Тетюшев Савва Никифорович — урыҫ сауҙагәре,  императрица Екатерина II указы буйынса Ашҡаҙар йылғаһы буйында тоҙ пристаненә нигеҙ һалыусы.  Һуңынан был пристань  Стәрлетамаҡ ҡалаһы булып үҫә. 

Тетюшев Савва Никифорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1726
Тыуған урыны Ульяновск, Симбирский уезд[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө иртәрәк1767
Һөнәр төрө эшҡыуар

Ғаиләһе үҙгәртергә

Крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, 1766 йылда уға  40 йәш була. Атаһы, крәҫтәин Никифор Яковлевич балаларын сауҙагәрҙәр ҡатламына  яҙҙыра. Ҡатыны — Татьяна Ивановна. Замандаштары хәтирәләре буйынса, Тетюшев Савва тыштан ҡарағанда император Петр III  бик оҡшаған булған.

Сауҙа эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Туҡымалар менән хәрәкәттәге армияны тәьмин иткән, император һарайына тауар ташыған.  1761 йылда бөйөк кенәз Петр Федорович һәм бөйөк кенәз ҡатыны Екатерина Алексеевна (буласаҡ Екатерина II) өсөн  «буҫтау, ебәк туҡыма, газ һәм пуанде-шпан» алыуға Польшаға юллана.  1762 йылда Шлезвиг-Гольштин хеҙмәтендә хәрби фактор (тәьмин итеүсе) була. Йорт-ҡаралты советнигы була.  

Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалыусы.    үҙгәртергә

1764 йылда Ырымбурҙа тоҙ һатыу менән шөғөлләнгән. Төбәктән Үҙәк Рәсәйгә тоҙ һатыуҙы йылына миллион ботҡа тиклем арттырыу буйынса  проект тәҡдим иткән. Бының өсөн хәҙерге Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ашҡаҙар аръяғы районы биләмәһендә урынлашҡан  Юрматы башҡорттарының ере Ашҡаҙар һәм Ағиҙел ҡушылдығында яңы пристань төҙөргә тәҡдим итә. 

1765 йылда Екатерина II Тетюшевты  ҡабул итә һәм уның проектын хуплай. Илек тоҙон сығарыу һәм ебәреү буйынса баш директор булып тәғәйенләнә  һәм  1766 йылдың  башында Петербургтан  Ырымбур губернаһына ҡайта. Коллегия советнигы булып үрләтелә. 1766 йыл1767 йылдарҙа пристань төҙөүҙә етәкселек итә. 1767 йылдың яҙында 323 846 бот тоҙ менән тәүге карауан баркалар Ашҡаҙар тамағынан сыға. Төрлө сәбәптәр арҡаһында (төбәктең әҙ халҡы, ҡатмарлы климат шарттары, ҡыҫҡа  навигация осоро һ. б.) Тетюшев Савваның «тоҙ» проекты тулыһынса тормошҡа ашмай —  йыл һайын Стәрлетамаҡ пристаненә 350 мең боттан артыҡ  булмаған тоҙ ташыла. 

Хәҙерге Стәрлетамаҡ ҡалаһында Тетюшев Савва урамы бар.

Һылтанмалар үҙгәртергә