Терно́поль (укр. Терно́піль, 1944 йылға тиклем — Тарнополь) — Украиналағы ҡала, Тернополь өлкәһенең сәйәси-административ, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Тарихи Галиция һәм Подолиялағы иң эре ҡалаларҙың береһе. Ҙурлығы буйынса Көнбайыш Украинала дүртенсе ҡала.

Город
Тернополь
укр. Тернопіль
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Украина

Координаталар

49°33′ с. ш. 25°35′ в. д.HGЯO

Мэр

Надал Сергей Витальевич

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1540

Майҙаны

113.2 км²

Рәсми теле

Украин теле

Халҡы

217 773 кеше (2015)

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+380 352

Почта индексы

46000-46499

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

rada.te.ua

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тернополь (Украина)
Тернополь
Тернополь

Серет йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡала Көнбайыш Украинала автомобиль һәм тимер юлдары еиҫешкән урында урынлашҡан. Киевҡа тиклем тимер юл буйлап 486 км (Винница аша).

Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған иң боронғо ҡоролма — Иҫке замок (Тернополь замогы исеме менән билдәле). 1540 йылда поляк короле Сигизмунд I краков костеляны Ян Амор Терновскийға ҡала төҙөү һәм тирә-яғындаға ерҙәрҙе биләү хоҡуғы биргән грамота тапшыра. Серет йылғаһының Сопильче (Топильче) тигән урынында буйында крепость төҙөү һигеҙ йыл дауам итә. Замоктан башҡа Воздвижения Честного Креста исемле сиркәү һаҡланған. Был сиркәү XVI быуатта бороғо, тарихи Боронғо Русь дәүләте тарихына барып тоташкан, храм урынында төҙөлгән. Был көмбәҙһеҙ бина өс өлөштән тора. Алтаҡта танытмаһы буйынса, төҙөлөш 1602 йылдың 15 июнендә башланған һәм 1608 йылдың 4 авгусында тамамланған.

1636 йылда ағастан Успенская сиркәүе төҙөлә. 1836 йылда был урында яңы сиркәү һалалар. Был сиркәү 1962 йылда емерелә, беҙҙең көндәрҙә мәхәллә тарафынан яңынан төҙөлә.

Речь Посталития беренсе бүленгәндән һуң Тернополь 1772 йылдан 1810 йылға тиклем Австрия составына инә. Шёнбрунн килешеүе буйынса ҡала тирә-яғындағы ерҙәр менән Александр I-гә Наполеон Бонапарттан Рәсәй Бишенсе коалиция һуғышында Австрияға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан өсөн компенсация булараҡ күсә. Вена конгрессы ҡарары буйынса ҡала киренән Австрияға ҡайтарыла. 1815 йылдан Австрия составында, 1867 йылдан Австро-Венгрия составында була. 1918 йылда Беренсе донъя һуғышынан һуң Австро-Венгрия тарҡалғас Польша составына күсә.

1939 йылғы Германия менән Советтар Союзы төҙөгән килешеү нигеҙендә Украина Совет Социалистик Республикаһы составына күсә.

Ҡала үҙәге

Һылтанмалар үҙгәртергә