Тереғолов Хәлил Ниғмәтулла улы

Тереғолов Хәлил Ниғмәтулла улы (12 март 1890 йыл7 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһы поручигы, Башҡорт хәрби шураһының бүлек мөдире.

Хәлил Ниғмәтулла улы Тереғолов
Тыуған ваҡыты

12 март 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ҡарғалы ауылы

Үлгән ваҡыты

7 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (47 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Биографияһы үҙгәртергә

Хәлил (Хәлиулла) Ниғмәтулла улы Тереғолов 1890 йылдың 12 мартында[1][2] (башҡа мәғлүмәттә буйынса — 12 августа[3]) Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) тыуған. Тереғоловтар дворян нәҫеленән[2].

1910 йылда Ҡазан уҡытыусылар мәктәбен тамамлай. 1916 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби мәктәп тамамлап, прапорщик званиеһын ала[3].

1918 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Башҡорт хөкүмәтенең Силәбелә эшләй башлауынан алып автономияның хәрби көстәрен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт хәрби шураһының ағзаһы була, уның мобилизация бүлеген етәкләй. 1918 йылдың авгусында Башҡорт хәрби шураһы комиссияһы составында Башҡорт армияһы һалдаттарына униформа төҙөүҙә ҡатнаша[3].

1918 йылдың октябрендә Башҡорт хәрби шураһының вәкәләттәре яңы учреждениеға — Башҡорт хәрби идаралағына күсә. Хәрби идаралыҡтың мобилизация бүлегенең мөдире итеп подполковник Янишевский тәғәйенләнә, ә Хәлил Тереғолов уның урынбаҫары вазифаһын биләй. Уға подпоручик званиеһы бирелә[3].

1919 йылда АСБР-ҙың Хәрби эштәр буйынса комиссариатта хеҙмәт итә. 1920 йылдың мартында Дезертирлыҡ менән көрәш буйынса Башҡортостан үҙәк комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә, әммә сирләүе арҡаһында хәрби хеҙмәтте ташларға мәжбүр була. Туған ауылына ҡайта, уҡытыусы булып эшләй. 1931 йылда Дәүләкәнгә күсә, 2-се һанлы мәктәптә уҡыта[3].

1937 йылдың 2 сентябрендә ҡулға алына. Шул уҡ йылдың 7 декабрендә атыла. 1956 йылдың 30 июнендә аҡлана[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Терегулов Халилулла Нигматуллович // Дубленных В. В. Белая армия на Урале: Ист. справки частей и соединений. — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2008. — 385 с. — ISBN 978-5-7525-1868-7.
  2. 2,0 2,1 Тереғолов Ә. Ғ. Тереғоловтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 157–158. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  4. Книга памяти Республики Башкортостан

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.

Һылтанмалар үҙгәртергә