Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы

табип, профессор- токсиколог

Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы (2 июль 1943 йыл) — ғалим-терапевт, токсиколог һәм профпатолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983)[1].

Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Суртанүҙәк, Матрай ауыл Советы (Йылайыр районы), Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тикшеренеүсе, табип
Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы

Биографияһы үҙгәртергә

Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы Тереғолова 1943 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Матрай районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Суртанүҙәк ауылында тыуған.

1960 йылда Учалы районы Ураҙ урта мәктәбен тамамлай[2].

1960—1963 йылдарҙа Сибай медицина училищеһында уҡый.

1963—1965 йылдарҙа Учалы үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.

1971 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң, Өфөнөң 18-се һәм 5-се дауаханаларында участка табиб-терапевы, цех табибы булып эшләй.

1974 йылдан- Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты табибы.

1975 йылдан башлап, дауалау эштәре буйынса баш табип урынбаҫары.

1982 йылдан — клиниканың баш табибы.

1985 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтында ассистент булараҡ уҡыта башлай.

1995—2000 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1996 йылдан башлап хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар кафедраһы мөдире.

2000 йылдан — Медик-экологик мәсьәләләр һәм экологик хәүефһеҙлек фәнни-производство үҙәге етәксеһе .

Фәнни эшмәкәрлеге медицина экологияһы һәм хеҙмәт медицинаһы, шул иҫәптән клиник токсикология, тау тоҡомдарын эшкәртеү предприятиелары, нефтехимия сәнәғәте эшселәренең һөнәри ауырыуҙарын иҫкәртеү мәсьәләләренә; халыҡты һауыҡтырыуҙың медик-экологик проблемаларына арналған. Зәкиә Тереғолова тарафынан организмды таҙартыу һәм эсәктәр дисбактериозын иҫкәртеү ысулдары эшләнә[3].

500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 15 монография һәм 2 уйлап табыу авторы.

15-ән ашыу медицина фәндәре кандидаты, 5 медицина фәндәре докторы әҙерләгән.

Рәсәй медицина фәндәре академияһы (РАМН) Туҡланыу институтының медицина мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советы ағзаһы.

2000 йылдан- Медик-экологик мәсьәләләр һәм экологик хәүефһеҙлек фәнни- производство үҙәге етәксеһе. Бер үк ваҡытта үҙе ойошторған клиник токсикология һәм һөнәри ауырыуҙар кафедраһы мөдире, шулай уҡ дауалау факультетында ИПО курсын алып бара.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш токсикологы.

«Башҡорт Энциклопедияһы» нәшриәтенең Фәнни редакция советы ағзаһы.

«Тәбиғәт» редакция советының ағзаһы.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Интоксикация органическими растворителями на предприятиях резинотехнических изделий (современные подходы к оценке условий труда, диагностике, лечению и профилактике). Уфа, 1999 (авторҙаш);
  • Профессиональные заболевания от воздействия физических факторов. Уфа, 2009 (авторҙаш).
  • Оценка влияния условий труда и факторов окружающей среды на состояние здоровья горнорабочих. Уфа, 2012 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә