Тейендәр (лат. Sciurus) — кимереүселәр отрядына ҡараған, ағас ҡыуышына оялай торған өлтөк ҡойроҡло бәләкәй генә затлы тиреле йәнлектәр. Бынан тыш тейендәр тип Sciurus ырыуына ҡараған ҡыҙыл тейендәр, пальма тейендәре ғаиләһен һ. б. атайҙар.

Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа йәшәй, үҫемлеклек аҙыҡ менән туҡлана. Тейен ҡышҡылыҡҡа ағас сәтләүектәрен әҙерләй. Сәтләүектәрҙе ағас ҡыуышына, ергә күмеп йәшерә. Ҡайһы бер тейендәрҙең насар хәтерле булыуы, урманды һаклауҙа булышлыҡ итә: ергә күмелгән сәтләүектәрҙән яңы үҫентеләр үҫеп сыға[1]. Ағас ҡыуышында оя яһай. Инә тейен йылына ике-өс тапҡыр унлап бала килтерә. Тейен тиреһе бик затлы һанала.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Русские названия по книге Полная иллюстрированная энциклопедия. «Млекопитающие» Кн. 2 = The New Encyclopedia of Mammals / под ред. Д. Макдональда — М.: «Омега», 2007. — С. 441. — 3000 экз. — ISBN 978-5-465-01346-8.
  • Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Млекопитающие. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., 1984. — С. 143. — 10 000 экз.