Таянович Вениамин Игоревич

Таянович Вениамин Игоревич (6 апрель 1967 йыл) — спорт ветераны. 1985—1992 йылдарҙа йөҙөү буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1992 йылғы Олимпия уйындары чемпионы, призёры һәм рекордсыһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1986) һәм атҡаҙанған (1992) спорт мастеры.

Таянович Вениамин Игоревич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй[1]
Тыуған көнө 6 апрель 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө йөҙөүсе
Уҡыу йорто Урал дәүләт физик культура университеты
Масса 89 килограмм
Спорт төрө Йөҙөү
Ҡатнашыусы swimming at the 1992 Summer Olympics – men's 4 × 100 metre freestyle relay[d] һәм swimming at the 1992 Summer Olympics – men's 4 × 200 metre freestyle relay[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный мастер спорта СССР
Бейеклеге/буйы 194 сантиметр

Биографияһы үҙгәртергә

Вениамин Игоревич Таянович 1967 йылдың 6 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуа. 2006 йылда Силәбе ҡалаһында Урал физик культура институтын тамамлай.

Өфө ҡалаһындағы «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәтенә (ДСО) ҡараған Үҫмер балалар спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүсеһе. 19851992 йылдарҙа армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Һамар; тренеры Г. Г. Турецкий).

Спорт ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Донъя һәм Барселонағы Йәйге Олимпия уйындарының чемпионы (1992 — 4×200 м эстафетала)
  • Европа чемпионы (1991 — 4×100 м һәм 4×200 м эстафетала)
  • СССР чемпионы (1985 — 4×200 м эстафетала, 1989-90 — 200 метрға йөҙөүҙә)
  • БДБ (СНГ) чемпионы (1992 — 4×200 м эстафетала)
  • СССР халыҡтары Спартакиадаһында 100 һәм 200 м-ға йөҙөүҙә чемпион һәм көмөш призер (1991)
  • Донъя чемпионатының (1991) 4×100 һәм 4×200 м эстафеталарында көмөш призер.
  • Изге ихтыяр уйындарының (Игры доброй воли) (1986 йыл — 4×200 м эстафетала һәм 1990 йыл — 4×100 м һәм 4×200 м эстафеталарында) көмөш призер.
  • Таллинда үткәрелгән Халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе, СССР-АҠШ матчтарында 200 м-ға йөҙөү буйынса көмөш призер (1989)

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. https://www.worldaquatics.com/athletes/1064240/wd#main-content