Тау велосипеды (маунтинбайк) (ингл. mountain bike, ҡыҫҡаса MTB) — юл ситтенән йөрөргә тәғәйенләнгән велосипед (ләкин киреһендә булдырыуы мөмкин), һәм шул һөҙөмтәнән, был велосипедтың айырым конструкцияһы бар, шоссе, треклы һәм юл (ҡала) велосипедтарынан айырмалы. Шулай уҡ «тау велосипеды» — тау велосипедтары ҡулланылған спорт дисциплиналарының кушма исеме.

Тау велосипеды
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-fr-ca" does not exist.
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы VTT[1]
Спорт төрө маунтинбайк[d]
Хеҙмәтләндереүсе маунтинбайкер[d]
 Тау велосипеды Викимилектә
Олимпийские Игры 2016 год Рио
Велосипедта тау — хардтейл өсөн кросс-кантри
икеподвеслы тибынан тау велосипеды

Тау велосипедының хас билдәләре: нығытылған трапеция формаһында рама, йомшаҡ амортизацион вилка, артҡы подвестка булыуы (ҡайһы бер дисциплиналарҙа), юл просветын ҙурайтыр өсөн втулкалар менән бер тигеҙ күтәрелгән каретка ҡулланыла, ҡалын ҡабарынкылы покрышка, ныҡ тәгәрмәстәр. Шул уҡ ваҡытта сылбырлы передача тиҙлекте күсереүсе менән йыһазландырылған токандырғысы бар, ул иң түбән тиҙлекте тәьмин итә, был тауға күтәрелеүҙе еңеләйтә. Руль стойкаһынан, дисциплинаға ҡарап, 30 — 120 мм алға сығарылған.

Тау велосипедының массаһы 6 кг алып тәшкил итә (кросс-кантри өсөн велосипед) 19 кг тиклем (даунхилл йәки фрирайд өсөн велосипед) дисциплина һәм элеу ҡоролмаларына ҡарап.

Иҫке обод тормоздарҙы хәҙерге ваҡытта тулыһынса диск тормоздары алмаштыра: механик (көс трос аша тапшырыла) һәм гидравлик (тормоз шыйыҡсаһы тултырылған гидролиния). Оҙаҡ ваҡыт тау велосипедының тәгәрмәсе өсөн 2 стандарт булған: 24 һәм 26 дюйм. 2010—2014 йылдарҙа тағы 2 яңы стандарттар барлыҡҡа килә 650b (27,5 дюйм) һәм 29 дюйм («найнер»). 24 дюймлы велосипедтар үҫмерҙәр өсөн генә һәм ҡайһы бер экстремаль дисциплиналар, дёрт йәки 4x, һымаҡтарҙа ҡалғандар. Диаметры 26 дюйм булған тәгәрмәстәр, ҡасандыр классика булһа ла, шулай уҡ ҡулланыуҙан сыҡҡан тиерлек, арзан ғына ҡала велосипедтарында һәм дерт/слоупстайл өсөн генә ҡалған.

Заводта эшләнгән велосипедтың хаҡы 17-20 мең һумдан алып (башланғыс кимәл) 150—900 мең һумға тиклем һәм күберәк (спортсы-профессионал кимәле), был материал төрлөлөгөн, детальдарының конструкцияһы һәм сифатын, етештереүҙә ниндәй технологиялар кулланыуы, теге йәки икенсе кимәл велосипедын эшләгәндә, күрһәтә.

Төрлө йөрөу төрҙәренә махсус велосипедтар сығарыла:

  • велотриал (тәбиғи йәки яһалма кәртәләрҙе үтеү);
  • дерт/слоупстайл (трамплиндан сериялар буйлап трюктар башҡарып һикереү; трассалар формалары буйынса бик ныҡ айырылырға мөмкин, әммә уларҙың стандарт элементтары бар);
  • кросс-кантри (пересеченный местность буйлап тиҙ йөрөү);
  • байкер-кросс (бер үк ваҡытта бер нисә спортсының төшөүе, көрәшеү мөмкинлеге бар);
  • тиҙ йөрөшлө төшөү (даунхилл);
  • фрирайда;
  • mountain all;
  • һәм башҡалар

Велосипед категориялары тәү сиратта техникаға төрлө талаптар менән айырыла. Кросс-кантри өсөн, мәҫәлән, иң төп талаптарҙың береһе — ауырлығы түбән булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта даунхиллда принципиаль рольды идара итеү уңайлығы, покрышкаларҙың ер менән тоташыуы һәм амортизация сифаты уйнай.

Һәр бер тау велосипедының техник характеристикаһы һәм конструкцион үҙенсәлектәре бар: рама геометрияһы, амортизация йөрөшө тәгәрмәс ҙурлығы, рама конструкцияһы һәм тапшырыуҙың күплеге менән айырыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 https://www.culture.fr/franceterme/terme/EQUI424 (фр.)DGLFLF.