Татищев (Ырымбур өлкәһе)

Татищев — Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе Переволоцк районындағы ауыл. Татищев ауыл советының административ үҙәге.

Татищев
Нигеҙләү датаһы 1736
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Татищев ауыл советы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Татищев ауыл советы[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 576 кеше (2017)[2]
Почта индексы 461275
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Урал йылғаһының уң ярында Ҡамыш-Һамар йылғаһы һыуҙарын ҡойҡан ерҙә урынлашҡан (ҡәлғә төҙөлгән саҡта йылға Яйыҡ тип атала).

Тарихы үҙгәртергә

Ауылға нығытылған ауыл булараҡ Ырымбур экспедицияһының беренсе начальнигы И. К. Кирилов 1736 йылда нигеҙ һала. Башта ауыл Ҡамыш-Һамар пристане тип атала, һуңынан -Татищев ҡәлғәһе. XVIII быуатта Татищев ҡәлғәһе Түбәнге Яйыҡ дистанцияһының төп ҡәлғәһе тип һанала. Уның ҡарамағында Чернореченск, Нижнеозерный, Рассыпной, һәм Переволоцк ҡәлғәләре була. 1774 йылдың 22 мартында Татищев ҡәлғәһе диуарҙары эргәһендә Пугачев ихтилалы тарихында иң эре алыштарҙың береһе була.

XIX быуат башында Татищев ҡәлғәһе, юҡҡа сығарылған Түбәнге Урал дистанцияһының башҡа нығытмалар кеүек, Ырымбур казак ғәскәренең станицаһы итеп үҙгәртелә. 1834 йылдың апрелендә үткәрелгән рәүиз иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, барыһы 959 кеше иҫәпләнә.

Пушкин Татищевта үҙгәртергә

Татищев ҡәлғәһе — А. С. Пушкиндың «Капитан ҡыҙы» повесында Белогорск ҡәлғәһенең прототибы. Пушкин 1833 йылдың сентябрендә Татищев станицаһында ике тапҡыр була: 18-дә — Һамарҙан Ырымбурға юл ыңғайы һәм 20-дә — Ырымбурҙан Уральскиға. Ул ваҡытта Татищев халҡы 1773 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға арта. 1833 йылда станицала атаман вазифаһын хорунжий М. И. Исаков башҡара. Моғайын, ул Пушкинды станицала йәшәгән ихтилалдың замандашы булған 83 йәшлек Матрена Алексеевна Дехтярева менән таныштырғандыр. Уның һүҙҙәренән шағир-тарихсы Пугачевтың Татищев ҡәлғәһендә булып китеүе һәм полковник Григорий Миронович Харловтың ҡыҙы Татьяна Григорьевна Харлованың һәм уның ҡатыны Анисья Семеновнаның яҙмышы тураһында хикәйә-хәтирәләрен яҙып ала.

Татищев ҡәлғәһе һәм унда булып үткән ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр Пушкиндың «Пугачев тарихында» һәм уның ҡулъяҙмаларының ҡаралама варианттарында, П. И. Рычковтың «Тарихына», «Ҡулъяҙмаларына» архив әҙерләмәләрендә, «Ырымбур яҙмаларҙа», «Пугачев болаһының тарихына» В. Б. Броневскийҙың рецензияһы тураһындағы тәнҡит баһаламаһында һүрәтләнә. Татищев ҡәлғәһе тураһында И. И. Осиповтың, И. С. Полянскийҙың һәм М. Н. Пекарскийҙың яҙмаларында телгә алына, улар 1835—1836 йылдарҙа Пушкиндың ҡулдарына эләгә.

Ауылда «Капитан ҡыҙы» әҙәби музейҙың филиалы эшләй.

Халыҡ үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2010[3]2012[4]2013[5]2014[6]2015[7]
605603590574573

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  4. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  6. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.