Татищев Василий Никитич

Татищев Василий Никитич (29 апрель 1686 йыл, Рәсәй империяһы, Псков өйәҙе — 26 июль 1750 йыл, Болдино, Дмитровский өйәҙе, Мәскәү губернаһы, ) — Рәсәй тарихсыһы, географы, иҡтисадсы һәм дәүләт эшмәкәре; беренсе рус тарихы буйынса капиталь хеҙмәттәр авторы — «Рәсәй тарихы», Ставрополь (хәҙер Тольятти), Екатеринбург һәм Пермь ҡалаларына нигеҙ һалыусы.

Татищев Василий Никитич
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 19 (29) апрель 1686 или 29 апрель 1686({{padleft:1686|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[4]
Тыуған урыны Псков, Петербург губернаһы[d]
Вафат булған көнө 15 (26) июль 1750[3] (64 йәш) или 26 июль 1750({{padleft:1750|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[4] (64 йәш)
Вафат булған урыны Болдино[d], Дмитровский уезд[d], Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Атаһы Никита Алексеевич Татищев[d]
Балалары Евграф Васильевич Татищев[d] һәм Евпраксия Васильевна Татищева[d]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, антрополог, тарихсы, географ, иҡтисадсы, сәйәсмән, тарих, иҡтисад, лексиколог
Специальное звание или классный чин Глава Уральской горной администрации[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Vasily Tatishchev
 Татищев Василий Никитич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Никитич Татищев 1686 йылдың 29 апрелендә атаһы Татищев Никита Алексеевич (1706 йылда вафат булған) Псков өйәҙендәге поместьеһында тыуған[5].

Татищевтар Рюриковичтарҙан, дөрөҫөрәге — Смоленск кенәздәренең кесе тармағынан таралғандар. Уларҙың нәҫеле кенәз титулын юғалта. Василий Никитичтың атаһы1678 йылда Мәскәүҙә дәүләт хеҙмәтендә «йәшәүсе» булып иҫәптә торған һәм башта уның ер биләмәләре лә булмай, әммә 1680 йылда Псков өйәҙендә вафат булған алыҫ туған тейеш кешеһенән биләмә ҡала. 1693 йылда Никита Алексеевичтың улдары: ун йәшлек Иван һәм ете йәшлек Василий батша Иван Алексеевич һарайында стольник дәрәжәһе менән бүләкләнгәндәр һәм 1696 йылда унының үлеменә тиклем шунда хеҙмәт иткәндәр. Артабан, 1704 йыл башытарына тиклем ағалы-ҡустылы Татищевтар атаһы поместьеһында йәшәгән булырға тейештәр. 1705 йылдың 25 июнендәге Разрядн приказында, улар әкиәт яҙалар һәм үҙҙәренең йәштәрен кәметеп күрһәтәләр (Иван 4 йәшкә, Василий 2 йәшкә), шул арҡала, 1706 йылға тиклем хеҙмәткә алынмау буйынса ташламаларын һаҡлап алып ҡалалар[6]. 1706 йылда улар Азов драгун полкы сафына алыналар. 1706 йылдың 12 авгусында ағалы-ҡустылылырҙың икеһе лә поручик дәрәжәһенә үрләтелә, Автон Ивановтың яңынан төҙөлгән драгун полкы составында Мәскәүҙән Украинаға юлланалар һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашалар. В. Н. Татищев Полтава янындағы һуғышта ҡатнаша һәм яралана, уның үҙ һүҙҙәре буйынса, ул «батша эргәһендә» яралана. 1711 йылда Татищев Прутр походында ҡатнаша.

1712—1716 йылдарҙа, күп кенә йәш дворяндар кеүек, Татищев та сит илдәрҙә белемен камиллаштыра, әммә башҡалар кеүек Голландияла ла, Францияла ла түгел, ә Германияла уҡый. Берлинда, Дрезденда, Бреславлдә була, белемдең төрлө өлкәләренә ҡағылышлы бик күп китаптарға юлыға. Татищев, башлыса, инженерлыҡ һәм артиллерия эштәре буйынса уҡый, генерал-фельдцейхмейстер Яков Вилимович Брюс менән бәйләнешен өҙмәй, уның күп кенә йомоштарын үтәй. Сит илдән ҡайтҡан арала, Татищев үҙҙәрендәге хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә. 1714 йылдың йәйендә йәшләй генә тол ҡалған Авдотья Васильевна Андреевскаяға өйләнә.

1716 йылдың 5 апрелендә Татищев Петров армияһының «генераль смотрында» була, бынан һуң Брюс теләге буйынса, атлы ғәскәрҙән артиллерияға күсерелә. 1716 йылдың 16 майы Татищев һынауҙы уңышлы үтә һәм артиллерия инженер-поручигы дәрәжәһенә үрләтелә. 1717 йылда Татищев Көнигсберг һәм Данциг янындағы ғәмәлдәге армияла хеҙмәт итә, бында ул ташландыҡ хәлгә төшкән артиллерия хужалығын тәртипкә килтереү менән булыша. 1717 йылдың сентябрендә Данцигҡа Пётр I килгәндә, Татищев 200 мең һумлыҡ контрибуция тарихына ҡатнашып китә, сөнки урындағы магистрат йыл дауамында был хаҡты түләмәгән була. Пётр I ҡалала булған «Ҡот осҡос хөкөм» картинаһы менән ҡыҙыҡһынып китә, бургомистр уны славян мәғрифәтсеһе Мефодий яҙған тип иҫәпләй һәм картинаны 100 мең һумға баһалап, батшаға контрибуция иҫәбенә тәҡдим итә. Пётр I картинаның хаҡын 50 мең һумға төшөртөп алырға ризалаша, ләкин Татищев, картинаның авторы Мифодий булмауын дәлилләп, батшаны был килемһеҙ вәғәҙәләшеүҙән баш тартырға күндерә.

1718 йылда Татищев Арланд утрауҙарында шведтар менән һөйләшеү ойоштороуҙа ҡатнаша. Татищев 1718 йылдың ғинуар аҙағында — февраль башында утрауҙы өйрәнеп сыға, килешеү конгресын үткәреү урыны итеп Варгад ауылын һайлай; 10 май көнө бында рус һәм швед дипломаттары тәүге тапҡыр осраша. Төрлө сәбәптәр арҡаһында бер нисә айға һуҙылған һөйләшеүҙәрҙә солох килешеүенә ҡултамға ҡуйылмайынса ҡала. Рус делегацияһы 15 сентябрҙә Варгадтан ҡайтып китә, ә Татищев юлға уларҙан да иртәрәк сыға.

Петербургҡа ҡайтҡас, Татищев 1718 йылдың 12 декабрендә булдырылған Берг-коллегияның етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнгән Брюс ҡулы аҫтында эшләүен дауам итә. 1719 йылда Брюс бөтә дәүләттә «ер үлсәү» һәм Рәсәйҙең географияһын ентекле төҙөү кәрәклеген дәлилләп, Пётр I мөрәжәғәт итә. Татищев был эштәрҙе атҡарырға тейеш кеше була (1725 йылда Черкасовҡа яҙған хатында Татищев «дәүләттең ерен үлсәүгә һәм уның ландкартаһы булған ентекле географияһын төҙөүгә» тәғәйенләнеүен билдәләй). Әммә 1720 йылдың башында Татищев Уралға ебәрелә һәм шунан алып, география менән шөғөлләнергә мөмкинлеген юғалта. Бынан тыш, географияны төҙөүгә әҙерлек этабында уҡ Татищев тарихи мәғлүмәттәрҙең мөһим икәнлеген аңлап ҡала һәм яңы тема менән мауығып китә, бынан ары ул география өсөн түгел, ә тарих өсөн материалдар туплай башлай.

Уралды үҙләштереү. Сәнәғәтсе һәм иҡтисадсы үҙгәртергә

1720 йылда яңы бурыс Татищевты тарихи-географик эшен ҡалдырып торорға мәжбүр итә.Ул «Себер губернаһы Көңгөрҙә һәм башҡа урындарҙа, көмөш һәм баҡыр мәғдәндәрен иретеү заводтары төҙөү өсөн уңайлы урындар эҙләргә» ебәрелә. Уға таныш булмаған, мәҙәни яҡтан артта ҡалған һәм электән һәр төрлө яманлыҡтар аренаһы булып хеҙмәт иткән илдә эшләргә тура килә.

Үҙенә тәғәйенләнгән яҡты йөрөп сығып, 1720 йылдың 29 декабренән 30-на ҡараған төндә ул Уктус Заводына килә. Татищев йәшәү урыны итеп Көңгөрҙө түгел, ә Уктус Заводын һайлай һәм бында башта Тау канцелярияһы, аҙаҡ Себер юғары тау начальствоһы тип аталған идаралыҡ булдыра. Урал заводтарына тәүге тапҡыр килгәнендә үк Татищев байтаҡ эштәр башҡарып өлгөрә: Иҫәт йылғаһы буйында Екатеринбург заводына нигеҙ һала һәм унда хәҙерге Екатеринбургтың урыны һайлана, Егошиха ауылына яҡын урында баҡыр иретеү заводы төҙөү өсөн урын һайлай, бының менән ул Пермь ҡалаһына нигеҙ һала, Ирбит йәрминкәһенә барған суҙагәрҙәрҙе Верхотурье аша үткәреүгә рөхсәт алыуға өлгәшә, шулай уҡ Вятка һәм Көңгөр араһында почта эшен яйға һала.

Завод эргәһендә ике башланғыс мәктәп, ике — тау эшенә уҡытыу мәктәбе аса, заводтар өсөн махсус судьялар учреждениеһы хәстәрләй, урмандарҙы һаҡлау өсөн инструкция төҙөй, Уктус заводынан Чусовойҙағы Устин пристаненә ҡыҫҡа юл һалдыра һ.б.

Татищев тормошҡа ашырған саралар ҡаҙна заводтары учреждениеһында үҙ эшмәкәрлеген юҡҡа сығара тип уйлаған Демидовта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Был бәхәте тикшереү өсөн Уралға Г. В. де Геннин ебәрелә, ул Татищевтың эште дөрөҫ ойоштороуын иҫбатлай. Уны аҡлайҙар, һәм 1724 йыл башында Петр менән осрашыуға саҡырыла, Берг-коллегияға кәңәшсе итеп үрләтелә һәм Себергә обер-бергамт итеп тәғәйенләнә.

Күп тә торамай уны тау ихтыяжы эштәре арҡаһында һәм дипломатик йомоштарҙы башҡарыу өсөн Швецияға ебәрәләр. Татищев Швецияла 1724 йылдың декабренән алып 1726 йылдың апрель айына тиклем була, завод һәм рудниктар ҡарай, байтаҡ пландар һәм һыҙмалар йыя, ҡырлау оҫтаһы яллай, ул һуңынан Екатеринбургта ҡырлау эшен яйға һала, Стокгольм порты һәм швед тәңкә системаһын тураһында сауҙа итеү тураһында мәғлүмәт туплай, урындағы ғалимдар менән таныша, һ. б.

Швеция һәм Дания илдәренә сәйәхәтенән ҡайтҡас, Татищев арыуыҡ ваҡытын отчет төҙөү менән шөғөлләнә, был мәлдә ул бергамттан сығарылмаған, шул уҡ ваҡытта, Себергә лә ебәрелмәгән була. 1727 йылда ул аҡса контораһына ағза итеп тәғәйенләнә, ул иһә аҡса йортона буйһонған була.

1734 йылдың көҙөндә Уралға икенсе тапҡыр ебәрелә һәм тау ҡаҙна заводтары начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә.1737 йылдың июленән 1739 йылдың мартына ҡәҙәр Ырымбур экспедицияһын етәкләй.

1998 йылда Екатеринбургтағы Плотинкала Екатеринбург ҡалаһына нигеҙ һалыусылар «Рәсәйҙең данын улдары В. Н. Татищевҡа һәм В. И. де Геннинға Екатеринбург рәхмәтле 1998 йыл» тигән һөйкәл ҡуйыла. Монументтың авторы — скульптор Петр Чусовитин.

Тәбиғи-фәнни тикшеренеүҙәре үҙгәртергә

В. И. Вернадский[7] һүҙҙәренә ҡАрағанда, 1737 йылда Рәсәйҙә беренсе тапҡыр «тәбиғи фәндәр өлкәһендә үҙ аллы фәнни эштәр» атҡарыла башлай. Был эш Василий Татищев исеме менән бәйле, сөнки ул геодезистар өсөн шәхсән үҙе инструкция әҙерләй һәм уларҙы Сенатҡа һәм Фәндәр академияһына ебәрә, был инструкция, асылда, беренсе географик-иҡтисади анкета булып тора. Татищев Сенаттан уны илдең бөтә ҡалаларына таратырға рөхсәт һорай, ләкин ризалыҡ ала алмай, бынан һуң ул үҙе инициатива күрһәтеп, инструкцияның күсермәләрен эре ҡалаларға, айырып әйткәндә, Себер тарафтарына ебәрә[8]

Тәүге тапҡыр тупраҡ тураһында мәғлүмәт йыйыла: «шул ерҙәрҙең тупрағы тәбиғәте буйынса ниндәй: уңдырышлымы, әллә ҡара ҡомломо, йә булмаһа ылымыҡлымы, балсыҡлымы, ҡырсынлымы, ташлымы, һаҙлыҡлымы йә еүешме, сөнки бер үк өйәҙҙә лә бер төрлө түгел, шуның өсөн, өйөҙҙең күпселек өлөшөн иҫәпкә алып, урында яҙып алырға кәрәк». Татищевты ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтар ҙа ҡыҙыҡһындыра: «ташҡа әйләнгән әйберҙәр юҡ микән, йәки йылға янында табылған, шулай уҡ: төрлө ҡабырсаҡ, балыҡ, ағас йәки үлән һүрәт һәм үҙенсәлекле ҡатып ҡалған нәмәләр…»

Язалар үҙгәртергә

1725 йылдан башлап, Екатеринбург заводына беркетелгән һалдаттар Ҡамышлы, Пышма һәм башҡа биҫтәләрҙәге ихтилалдарҙы баҫтыралар.

1734 йылдың декабрендә Татищев Нерчинскиға кенәз Долгоруков эше буйынса һөргөнгә ебәрелгән Егор Столетовтың шикле ҡылығы тураһында белеп ҡала, ул Монстың элекке әшнәләренең береһе була: ул һаулығы ҡаҡшауға һылтанып, императрица Анна Иоанновнаның исем туйы көнөнә бағышланған ғибәҙәткә бармай ҡала.. Татищев бында сәйәси эҙемтә күрә һәм был эште төрлө язалар (аяҡтан аҫып ҡуйыу) ҡулланып, ныҡлап тикшереүгә тотона. Башта уның был алымдарын хупламайҙар (1735 йылдың 22 авгусындағы уның өҫтөнән яҙылған ялыуға яуап рәүешендә килгән ҡарарҙа «мөһим эштәрҙе тикшереүгә тотонған, әммә уларҙы башламау хәйерле булыр ине» тип яҙылған була), ләкин, һөҙөмтәлә, Столетов язалауға түҙмәй, заговор ойошторорға әҙерләнгәндәрен таный («һеҙҙең Анна Иоанновна һаулығы өсөн ғибәҙәт ҡылырға теләмәү генә түгел, йәки доға уҡыған булып ҡыланманым, хатта бөтөнләй доға ҡылырға теләгем дә булманы», «һәм цесаревнаның (Елизавета) тәхеткә ултырыуын теләнем һәм өмөтләндем»), ул үҙенә генә түгел, башҡа бик күптәргә лә нахаҡ яла яға, һуңынан йәшерен, канцелярияға күсерелә һәм унда үлем хәленә еткергәнсе язалана, аҙаҡ килеп, язалап үлтерелә.

Татищев шулай уҡ дини эштәр менән шөғөлләнә. 1738 йылдың 20 апрелендә Туйгилде Юлаҡов христианлыҡты ҡабул итеп, аҙаҡ кире исламға ҡайтҡаны өсөн язалап үлтерелә[9]. Хөкөм ҡарарында: «Император ғали йәнәптәре ҡушыуы һәм йәшерен кәңәшсе Василий Никитич Татищев ҡушыуы буйынса, һиңә, Туйгилде, грек диненә ышанып суҡындырылып та, Мөхәмәт ҡанундарын кире ҡайтыуың, шуның менән, Аллаға ҡаршы хәшәрәти енәйәткә барҙың, әммә һин ҡоҫҡолоғона кире ҡайтҡан эт кеүек, суҡындырылғанда биргән антыңды боҙҙоң, бының менән һин Аллаға ла, ғәҙел ҡанунға ла ҙур ҡаршылыҡ күрһәттең һәм зыян килтерҙең, — Мөхәмәт юлынан барғандарҙы хрестиан диненә күскәндәрҙең барыһы ла ҡурҡһын өсөн, бөтә суҡындырылған татарҙар йыйылған ерҙә язаларға бойорола — яндырырға»[10]. В. Н. Татищев үҙе язалауҙы күҙәтеп тормай, сөнки был мәлдә Һамар ҡалаһында була.[11].

1739 йылдың 29 апрелендә Екатеринбургта Соймоновтың хатын алалар. 30 апрелендә «Генерал-майор Л. Я. Соймонов фарманы буйынса» үлем хөкөмө Канцелярияла раҫлана (Л. Угримов, поручик Василий Ближевский). 1 майҙа Угримов генерал Соймоновҡа хат ебәрә: «Хәҙер Һеҙҙең ғали йәнәптәренең ордеры буйынса, апрель айының 30 көнөндә тормошҡа ашырылды»[12].

Анна Иоанновна тәхеткә ултырғандағы һәм уның батшалығы ваҡытындағы сәйәси эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1730 йылдың кризисы уның был вазифаны биләгән мәленә тура килә. Анна Иоанновнаның тәхеткә ултырыуы сәбәпле, Татищев шляхетлыҡтың 300 кешеһе ҡултамға яҙыу төҙөй. Иҫбатлауынса, Рәсәй кеүек ҙур илгә, монархия идаралығы ҡулай, ләкин импиратрицаға «ярҙам өсөн» 21 ағзаһы булған сенат һәм 100 ағзаны үҙ эсен алған йыйын ойоштороу, ә юғары урындарға тауыш биреү юлы менән һайлау яҡшыраҡ булыр ине[13]. Ошонда уҡ төрлө кластарға ҡарған халыҡтың хәлен еңеләйтеү өсөн төрлө саралар тәҡдим ителә.

Киң масштабтағы агитация алып барылыу сәбәпле, гвардия дәүләт ҡоролошонда үҙгәрештәр булыуын теләмәй, һәм был проект тормошҡа ашмай ҡала; әммә Татищевты юғары урын биләгәндәрҙең дошманы итеп күргән яңы хөкүмәт быға ыңғай ҡарай: ул Анна Иоанновнаның тәхеткә ултырыу тантанаһында обер-церемониймейстер була. Аҡса контораһының баш судьяһы булып алғас, Татищев рус аҡса системаһын яҡшыртыу буйынса эшмәкәрлек башлап ебәрә.

1731 йылда Татищев менән Бирон араһында низағ башлана, һәм уны ришәүәтлектә ғәйепләү буйынса судҡа биреү менән тамамлана. 1734 йылда Татищев судтан ҡотолоп ҡала була, тағы ла «заводтарҙы арттырыу өсөн» Уралға ебәрелә. «Батша һүҙе һәм эше» буйынса тотҡондарҙы язалауҙа үҙе шәхсән ҡатнаша. Уға тау-саңғы йөкмәтелгән була.

Татищевтың тормошо заводтар менән бәйле булғанда, ул үҙенең эшмәкәрлеге менән заводтарға ла, крайға ла күп файҙа килтерә: тап шул ваҡытта заводтарҙың һаны 40-ҡа тиклем барып етә; даими рәүештә яңы рудниктар асыла, Татищев тағы ла 36 завод ойошторорға мөмкин тип иҫәпләй, ә улар бер нисә тиҫтә йылдан ҙуң ғына асыла. Яңы рудниктар араһында Татищев күрһәткән Бәрәкәт тауы иң мөһим урын алып тора.

Татищев шәхси заводтарҙың идара итеү эшенә ҡыҫылыу мөмкинселеген киң ҡуллана, һәм бының менән үҙенә ҡаршы шелтә һәм ялыуҙар яҙылыуына сәбәпсе була. Ғөмүмән, ул шәхси заводтар яҡлы булмай, был уның үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡандан түгел, ә дәүләткә металл кәрәккәнгә, һәм металды дәүләт үҙе тапһа, ул үҙенә табыш ала, шуға ла бындай эштеайырым кешеләр атҡарырға тейеш түгеллеген аңлағандан була.

1737 йылда Бирон Татищевты тау эшенән ситләштерергә теләп, уны Башҡортостанды тулыһынса буйһондороу һәм башҡорттар менән идара итеүҙе яйлау өсөн, (ҡара:башҡорт ихтилалдары (1735—1740)) Ырымбур экспедицияһына тәғәйенләй. Бында ул бер нисә кешелекле сара үткәреүгә өлгәшә: мәҫәлән, яһаҡ һалымдарын яһаҡ йыйыусылар һәм целовальниктар түгел, ә башҡорт старшиналары үтәй башлай.

1739 йылдың ғинуарында Татищев Петербургка килә, бында уның өҫтөнән яҙылған ялыуҙарҙы тикшереү өсөн комиссия төҙөлгөн була. Уны «ҡыйнауҙарҙа һәм ришүәттә», үҙ эшен еренә еткереп башҡармауҙа һ.б. ғәйепләйҙәр. Әйтергә кәрәк, былялыуҙарҙың ҡайһы берҙәре дөрөҫлөккә тап килә, әгәр ҙә Бирон менән килешеп эшләгән булһа, Татищевтың хәлен яҡшырыр ине.

Комиссия Татищевты ҡулға ала һәм Петропавловск ҡәлғәһенә ябып ҡуя, ә 1740 йылдың сентябрендә уны бөтә дәрәжәләренән дә мәхрүм итә. Әммә хөкөм ҡарары үтәлмәй. Тормошондағы был ауыр йылдарҙа Татищев улына нәсихәтен — билдәле «Рух» әҫәрен яҙа.

Һуңғы йылдары. «Тарих» яҙыу үҙгәртергә

Бирондың властан ситләтелеүе Татищевты тағы ла алғы планға сығара: ул һаҡ аҫтынан сығарыла һәм 1741 йылда Әстерханға Әстерхан губернаһы менән идара итеү өсөн тәғәйенләнә, уның төп бурысы ҡалмыҡтар[14] араһындағы сыуалыштарҙы туҡтатыуҙан ғибәрәт була. Тейешле хәрби көстәрҙең юҡлығы һәм ҡалмыҡ байҙары араһындағы мөнәсәбәттәр Татищевҡа ниндәй ҙә булһа ныҡлы уңышҡа өлгәшергә ҡамасаулай. Тәхеткә Елизавета Петровна ултырғас, Татищев ҡалмыҡ комиссияһынан ҡотолорона өмөт итә, әммә был ниәте тормошҡа ашмай: ул 1745 йылға ҡәҙәр тәғәйенләнгән урынында ҡала, аҙаҡ бындағы идара башлығы менән низағтары арҡаһында эшенән бушатыла. Татищев Мәскәү янындағы үҙенең Болдино биләмәһенә ҡайта һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем бында йәшәй. Бында ул 1732 йылда Петербургҡа алып килгән тарихын тамамлай, әммә хуплау тапмай. Татищевтың ауылдан яҙған хаттар ла һаҡланып ҡалған.

Татищев вафатының алдынан сиркәүгә килә һәм оҫталарға көрөк алып килергә ҡуша. Литургия тамамланғандан һуң, ул священник менән зыяратҡа бара һәм ата-бабалары ҡәбере эргәһендә үҙенә лә ҡәбер ҡаҙырға ҡуша. Ҡайтҡанында, руханиҙан иртәгә үҙҙәренә килеүен һәм йыназа уҡыуын үтенә. Өйөнә ҡайтҡас, ул ярлыҡау указын һәм Александр Невский орденын килтергән йомошсоно таба. Ул тиҙҙән был донъянан китәсәге тураһында белдереп, орденды кире ҡайтара. Икенсе көнө, 15 (26) июля 1750 й., ул йыназа уҡыттыра, барыһы менән дә хушлаша һәм үлә. Раштыуа ҡәберлегендә (хәҙерге Солнечногорский р-ны) ерләнгән.

1970 йылдар уртаһында географ һәм тарихсы Е. В. Ястребов, һуңыраҡ 1985 йылда Г. З. Блюмин тарафынан асылған В. Н. Татищевтың ҡәберендәге табутында ошондай яҙыу була: «Василий Никитич Татищев 1686 йылда тыуған… , 1704 йылда хеҙмәт юлын башлай..., 1737 йылда заводтарҙың генерал- бергмейстеры. Йәшерен советник, Ырымбур һәм Әстерханда ошо дәрәжәлә губернатор булды. Ошо уҡ дәрәжәлә … Болдинола 1750 йылдың 15 июлендә вафат булды»[15].

Татищевтың төп әҫәре булған Рәсәй Тарихының икенсе редакцияһы, уның вафатынан һуң 18 йыл үткәс, Екатерина II заманында — 1768 йылдарҙа нәшер ителә. Рәсәй Тарихының «боронғо яҙмалағы» тәүге редакцияһы, ни бары 1964 йылда ғына беренсе тапҡыр нәшер ителә[16].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Атаһы — Никита Алексеевич Татищев Әсә — ? Ҡатын — Андреевская Анна Васильевна (1750 й.). 1728 йылдан айырым йәшәйҙәр. 1-се никахтан улдары — Алексей Федотович Реткин.

Балалары һәм ейәндәре: Тарихсының ике балаһы була[17], уның ҡыҙының улы — билдәле шағир Тютчев[18].

  • Евпраксия Васильевна Татищева (1715—1769). Ире — Михаил Андреевич Римский-Корсаков (1708—1778), Семёнов полкының лейб-гвардия поручигы, 1733 йылдан — отставкала.
    • Мария Михайловна Римская-Корсакова (9.01.1736—6.08.1786). Ире — Михаил Петрович Волконский (Иван Фёдорович Волконский Чермной яғынан). 2-се ире — Степан Андреевич Шепелев.
    • Пётр Михайлович Римский-Корсаков (1731—1807). Ҡатыны — Пелагея Николаевна Щербатова (1743—1783).
    • Александр Михайлович Римский-Корсаков (1753—25.05.1840), инфантерия генералы, Дәүләт советы ағзаһы.
  • Евграф Васильевич Татищев (1717—1781), тулы хоҡуҡлы статский советник. Өйҙә тәрбиәләнә, тәүге белемде атаһының етәкселеге аҫтында ала. 1732 йылда Шляхет ҡоро ер кадет корпусына уҡырға инә, 1736 йылда бынан армияға һалдатҡа алына. Тәүҙә Пермь драгун полкында хеҙмәт итә, 1741 йылда секунд-майор итеп үрләтелә, аҙаҡ атаһы ҡулы аҫтындағы Низовый полкына Ҡалмыҡ экспедицияһына йүнәлтелә. 1751 йылда премьер-майор дәрәжәһендә Нарва йәйәүлеләр полкында була, 1758 йылда — Ростов йәйәүлеләр полкы подполковнигы. 1758 йылдың 18 декабрендә полковник дәрәжәһенә эйә була, 1764 йылдың 25 декабрендә статский советник тигән яңы исем менән гражданлыҡ хеҙмәтенә күсерелә. Күп тә тормай отставкаға сыға һәм Мәскәүҙә йәшәй[19],[20]. Ҡатыны — Прасковья Михайловна Зиновьева. Икенсе ҡатыны — Наталья Ивановна Черкасова. Өсөнсө ҡатыны — Аграфена Федотовна Каменская (1733—1811)
    • Ростислав Евграфович Татищев (1742—1820), статский советник, устроитель усадьбы Воробьёво.
    • Анна Евграфовна Татищева (1752—1835). Ире — Фёдор Михайлович Ахметьев.
    • Александра Евграфовна Татищева (в замужестве Дашкова, супруга Якова Андреевича Дашкова) (27 апреля 1759—24 марта 1795)[21]
    • Алексей Евграфович Татищев (29 август 1760—29 октябрь 1832). Ҡатыны — Мария Степановна (ҡыҙ фамилияһы — Ржевская) (21 июнь 1774—1852)
    • Екатерина Евграфовна Татищева (1763—1793)
    • Никита Евграфович Татищев (1763—1786)
    • Василий Евграфович Татищев (1766—1827)
    • Прасковья Евграфовна Татищева (1767—1841). Ире — Леон Леонович Багратион (Грузинский) (1764—1800)
    • Михаил Евграфович Татищев (1771—1791)
    • Елизавета Евграфовна Татищева (1772—1837). Ире — Иван Филиппович Новосильцев

Фәлсәфәүи ҡараштары үҙгәртергә

Татищевтың бөтә әҙәби эшмәкәрлеге, шул иҫәптән, тарих һәм география буйынса хеҙмәттәре лә публицистик бурыстарҙы үтәүгә ҡоролған: уның төп маҡсаты булып йәмғиәткә файҙа килтереү тора. Татищев аңлы рәүештә утилитарист була. Уның донъяға ҡарашы «Фәндең һәм училищеның файҙаһы тураһында ике дуҫтың һөйләшеүе» тигән хеҙмәтендә асыҡ сағыла. Был ҡараштарҙың төп идеяһын Татищев шул заман өсөн модала булған Пуфендорф һәм Вальхтан алынған тәбиғи хоҡуҡ, тәбиғи әхлаҡ, тәбиғи дин идеяларынан торған була Был ҡарашҡа ярашлы юғары маҡсат, йәки «ысын именлек», ихтыяр көсө торошонан, «выждан һәм күңел тыныслығынан» ғибәрәт, ул «файҙалы» фәндәр ярҙамында аң кимәлен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла. «Файҙалы» фәндәр иҫәбенә Татищев медицинаны, иҡтисадты, ҡануниәтте һәм фәлсәфәне индерә.

Шул уҡ ваҡытта уның ҡараштарын шик аҫтына алыусылар (Пештич, Лурье, Толочко), фәнни яҡтан выжданһыҙлыҡ (Татищев заманында фнни этикет һәмтарихи тикшеренеүҙәрҙе яҙыу ҡағиҙәһе булмай) йәки уҡыусыларҙа аңлы рәүештә хата фекер тыуҙырыу тураһында һөйләмәй, ә нәҡ үҙ аллы тикшереүҙе күрһәтә. «Татищев хәбәрҙәре» тирәләй бәхәстәр әле лә дауам итә.

2005 йылда А. П. Толочко В. Н. Татищевтың тарихи хеҙмәттәренә арнадған күләмле монографияһын баҫтыра. Бында беҙҙең көндәргә килеп еткән йылъяҙмалар менән раҫланмаған бөтә «Татищев хәбәрҙәренең» дөрөҫлөккә тап килеүе инҡар ителә. Татищевтың ниндәй ҙә булһа сығанаҡтарға һылтанмалары ла күрәләтә үҙгәртеп бирелеүе иҫбатлана. А. П. Толочко билдәләүенсә, Татищев ҡулланған сығанаҡтар һаҡланған һәм хәҙерге тикшеренеүселәргә яҡшы таныш

Башҡа әҫәрҙәре үҙгәртергә

Төп әҫәренән һәм үрҙә телгә һәм һөйләшкән төп хеҙмәтенән тыш, күп һанлы публицистик характерҙағы инша яҙып ҡалдырған: «Дин», «дәүләт һәм хөкүмәт юғары һәм түбәнге земство теҙмәһе ебәрә киҫәтеү яһаны», «Фекерләү ревизия ярашһыҙлығының тураһында» һәм башҡалар.

«Рух» (изд. 1775) ентекле нәсихәт биреү, тормошо һәм эшмәкәрлеге бөтә кешеләрҙе ҡосаҡлап (помещик). Уның тәрбиә тураһында аңлатмай, ырыу тураһында төрлө хеҙмәттәр, быға буйһоноп һәм мөнәсәбәт тураһында, ғаилә тормошо тураһында, уларҙың оҡшаш һәм идара итеү һәм хужалыҡ имени.

«Иҫкәртеүҙәр»ҙә Татищев дәүләт хоҡуғына ҡарашы тураһында яҙылған, ә 1742 йылдағы ревизия айҡанлы яҙылған «Фекерләү»ҙә дәүләт килемдәрен арттырыу буйынса сараларын күрһәтелә.

«Рәсәйҙең тарихи, географик, гражданданлыҡ һәм сәйәси лексиконы» (1744—1746 йыл) тигән тамамланмаған аңлатмалы һүҙлеге («Ключников» һүҙенә тиклем) киң спектрлы төшөнсәләрҙе үҙ эсенә ала: географик атамалар, флот һәм хәрби эштәр, административ-идара системаһы, сиркәү һәм дин мәсьәләләре, фән һәм мәғариф, Рәсәй халҡы, суд һәм закон, синыф һәм ҡатлам, етештереү сараларын һәм сауҙа, сәнәғәт, төҙөлөш һәм архитектура эштәре, аҡса һәм аҡса әйләнеше. 1793 йылда беренсе тапҡыр нәшер ителә(М.: тау училищеһы, 1793. 1-3 сәғәт).
Файл:Rus Convert-TLT-Tatyshev-2002.jpg
Рәсәй почта конверты, 2002 йыл

Баҫма хеҙмәт үҙгәртергә

  • Татищев В. Н. Избранные труды по географии России / Под редакцией, со вступительной статьёй и комментариями А. И. Андреева; Оформление художника В. В. Осокина — М.: Географгиз, 1950. — 248, [2] б. — 10 000 экз. (пер)

Иҫтәлеген мәңгеләштереү үҙгәртергә

 
В. Н. Татищевҡа арналған СССР почта маркаһы, 1991, 10 тин (ЦФА 6377, Скотт 6052)

Ауыл-ҡасабалар үҙгәртергә

  • Татищев исеме Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендәге бер нисә аул-ҡасабаларға бирелгән.

Урамдар үҙгәртергә

Һәйкәлдәр үҙгәртергә

  • 2003 йылдың сентябрендә Солнечногорск крайҙы өйрәнеү музейы бинаһы алдында В. Н. Татищевҡа һәйкәл ҡуйылған — бюст шымартылған гранит колоннаға ҡуйылған.
  • Екатеринбургта В.Татищевҡа һәм де Геннинға һәйкәл ҡуйылған.
  • Тольятти ҡалаһында Татищевҡа һәйкәл ҡуйылған.
  • Пермь ҡалаһының 280 йыллығы айҡанлы 2003 йылда тарихи урында (Разгуляй скверы — хәҙер Татищев исемндәге сквер) В. Н. Татищевҡа — ҡалаға нигеҙ һалыусыға һәйкәл ҡуйылған.
  • В. Н. Татищев исемендәге Волга университеты (Тольятти) вестибюлендә В. Н. Татищевтың скульптураһы ҡуйылған.
  • Әстерхандың Әстерхан Еренең Дан аллеяһында бюст ҡуйылған. шереметевҡа килә татищев исемендәге баҡса бар.
Файл:Monument of Tatishchev in Togliatti.jpg
В. Н. Татищевҡа һәйкәл. Тольятти
Файл:Tatishev-VUiT.jpg
Татищевтың ТиВУ-дағы скульптураһы, Тольятти

Башҡа мәғлүмәттәр үҙгәртергә

  • Екатеринбургта Татищев һәм де Геннинисемндәге премия булдырылған, Татищев исемендәге премия шулай уҡ Мәскәүҙә лә булдырылған.
  • Татищев тауы — хәҙерге Екатеринбург территорияһындағы иң бейек рельев нөктәһе.
  • 2002 йылда Татищевҡа арналған Рәсәй почта конверты сығарыла.
  • Н. В. Татищев исемен 1978 йылдың 27 сентябрендә Ҡырым астрофизик обсерваторияһында Совет астрономы Л. И. Черных асҡан бәләкәй планета йөрөтә[22].
  • Балтик хәрби моряктары «Василий Татищев» карабында хеҙмәт итә (Тольятти халҡының теләгенә ярашлы).
  • Уҡыусыларҙың олимпиадаһы Василий Татищев исеме менән атала: «Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университетының математика һәм тарих буйынса мәктәп уҡыусыларының төбәк-ара олимпиадаһы»[23].
  • Екатеринбургтағы 108-се гимназияға Татищев исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #49394058 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #119007487 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 ТАТИЩЕВ Василий Никитич // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 3: Р—Я (урыҫ) / под ред. А. М. ПанченкоСПб.: Наука, 2010. — С. 215—221. — ISBN 978-5-02-025203-5
  5. Корсакова В. Татищев, Василий Никитич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  6. Захаров А. В. Открывая новые страницы о юности В. Н. Татищева (по документам Разрядного приказа) // Труды Государственного Эрмитажа. Т. 43. СПб., 2008. С. 122—127. (Там же опубликована сказка 1705 г.)
  7. Вернадский В. И. Труды по истории науки в России. М.: Наука, 1988. 464 с.
  8. Гнучева В.Ф. Географический департамент Академии Наук XVIII века // Труды Архива АН СССР. — М.; Л.: Издательство АН СССР, 1946. — В. 6. — С. 446.
  9. Ракитин А. И. «Загадочные преступления прошлого». — 2001.
  10. Шакинко И. М. Василий Татищев. М., 1986. С. 185—186.
  11. Из предписания Татищева майору Угрюмову: «Татарина Тойгильду за то, что, крестясь принял паки махометанский закон, на страх другим, при собрании всех крещеных татар, сжечь; а жен и детей его, собрав, выслать в русские города, для раздачи; из оных двух прислать ко мне в Самару». По И. И. Симанов, Город Екатеринбург, 1898 г.
  12. Там же. С.246.
  13. Пайпс Р. Русский консерватизм и его критики. Исследование политической культуры. — М.: Новое издательство, 2008. С.85-86.
  14. http://mrsh45.narod.ru/orenburg/tatischev.htm 2012 йыл 11 ғинуар архивланған. «Губернаторы Оренбургского края» Владимир и Вера Семёновы
  15. http://www.uran.ru/gazetanu/2003/12/nu28/wvmnu_p7_28_122003.htm Правда и вымысел об открытии могилы Татищева
  16. Татищев В. Н. История Российская. Т. 4. М.: 1964.
  17. Всероссийское генеалогическое древо 2009 йыл 1 июль архивланған.
  18. Былое России: ТЮТЧЕВ Федор Иванович — предки поэта
  19. Сухарева О. В. Кто был кто в России от Петра I до Павла I. — Москва, АСТ, 2005. ISBN 5-17-023261-6
  20. История усадьбы Воробьёво 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  21. Руммель В. В., Голубцов В. В. Родословный сборник русских дворянских фамилий. — С.-Петербург: Издание А. С. Суворина, 1886. — Т. 1. — С. 231. — 627 с.
  22. Ҡалып:IAU(англ.)
  23. В 2011—2012 годах Межрегиональная олимпиада по математике «Татищев» проводится Институтом математики и механики УрО РАН совместно с Институтом математики и компьютерных наук УрФУ в рамках традиционной Вузовско-академической олимпиады по математике.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • МТатищев В. Н. Избранные труды по географии России / Под редакцией, со вступительной статьёй и комментариями А. И. Андреева; Оформление художника В. В. Осокина. — М.: Географгиз, 1950. — 248, [2] с. — 10 000 экз.
  • Гордин Я. А. Хроника одной судьбы: художественно-документальная повесть о В. Н. Татищеве. — ММ.: Советская Россия, 1980. — 208 с.
  • Дейч Г. М. В. H. Татищев. — Свердловск: Кн. изд-во, 1962. — 76 с.
  • Иофа Л. Е. Современники Ломоносова И. К. Кирилов и В. Н. Татищев: географы первой половины XVIII в. — М: Географгиз, 1949. — 96 с. — Приложение: с. 88 — 92.
  • ММ. (в пер.) (1-е издание — 1981).
  • Кусов В. С. О картографическом наследии В. Н. Татищева // Геодезия и картография, 1988, № 9. С. 38—41.
  • Романов С. И. Могила историка Татищева 2013 йыл 3 ноябрь архивланған. // Русская старина, 1879. — Т. 26. — № 11. — С. 540—543.
  • Саракаев М. О. Социально-экономические воззрения В. Н. Татищева. МСвердлов М. Б. Василий Никитич Татищев — автор и редактор «Истории Российской» / Санкт-Петербургский институт истории РАН. — СПб.: Европейский дом, 2009. — 344 с. — ISBN 978-5-8015-0239-7.: МИИ.1997. — 82 с.- ISBN =5-87919-030-3.
  • Татищев, Василий Никитич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907.(рус.) — Библиогр.: с. 316—327.
  • Странная смерть Василия Никитича Татищева 2013 йыл 3 ноябрь архивланған. // Библиографические записки, 1858. — Т. 1. — № 7. — СПб. 198—200.
  • Фомин В. В. Страсти по Татищеву // Исторический формат. — 2016. — № 1(5). — С. 55-72.
  • Фомин В. В. Страсти по Татищеву // Исторический формат. — 2016. — № 1(5). — С. 55-72.
  • Шакинко И. М. В. Н. Татищев — М.: Мысль, 1987. — 128 б. — (Замечательные географы и путешественники). — 60 000 экз.
  • Юхт А. И. Государственная деятельность В. Н. Татищева в 20-х — начале 30-х годов XVIII в / Отв. ред. А. А. Преображенский — М.: Наука, 1985. — 368 б. — 8700 экз.

Һылтанмалар үҙгәртергә