Татарстан Республикаһының Милли музейы

Татарстан Республикаһының милли музейы (татар. Татарстан Республикасы Милли музее) — фәнни-тикшеренеү һәм мәҙәни-белем биреү учреждениеһы, Татарстандың алдынғы музей үҙәге һәм Иҙел буйының ҙур мәҙәни-тарихи музейы.

Татарстан Республикаһының Милли музейы
Ҡазан ҡалаһындағы 1 Май майҙаны яғынан музей бинаһы күренеше
Ҡазан ҡалаһындағы 1 Май майҙаны яғынан музей бинаһы күренеше
Асылған ваҡыты 1894 йыл
Күрергә килеүселәр йылына 200 меңгә яҡын кеше[1]
Директор Вяткина Алиса Львовна
Сайт http://tatmuseum.ru/
Логотип Викисклада Татарстан Республикаһының Милли музейы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Ҡазанда бик күп крайҙы өйрәнеү һәм фәнни коллкцияһы булған асыҡ (публика) музейҙы асыу идеяһы Ҡазан федераль университеты уҡытыусылары араһында тыуа[2]. 1870-се йылдар аҙағында профессор Загоскин Николай Павлович Ҡазан император университеты ҡарамағындағы Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте (ОАИЭ) ултырыштарында Ҡазан ҡала музейын асыу тәҡдиме менән сығыш яһай[3].

1879 йыл башынан Йәмғиәт ағзалары урындағы крайҙың үткән һәм бөгөнгө көнкүреше менән яҡындан танышыу маҡсатында Өфө ҡалаһында асыҡ музей ойоштороу менән шөғөлләнә башлай

Казанские губернские ведомости. — 21 марта 1879 года.[4]

Ләкин Йәмғиәт ойошторған музей асыҡ булмай:

Ул витриналарҙа, шкафтарҙа һәм йәшниктәрҙә тығыҙлап һалынған экспонаттары менән, бәләкәй һәм тәпәш бүлмәлә китапхана һәм архив менән бергә урынлашып, төрлө археологик һәм этнографик әйберҙәр келәтенән ғибәрәт була, һәм публикаға күрһәтеү түгел, Йәмғиәт ағзалары фәнни хеҙмәтенә лә булышлыҡ итерлек булмай.

— Отчёт В. М. Флоринского о музее ОАИЭ за 1882 год.[4]

1886 йылда Ҡазан һөнәрселек һәм ауыл хужалығы күргәҙмәһендә уны ойоштороусы Урыҫ техник йәмғиәтенең 1886 йылдың 31 авгусы ултырышында Ҡазан реаль училищеһы директоры Орлов Александр Петровичтың музей проекты ҡарала[5]. Губерна земствоһы һәм Ҡала думаһы гласныйы, Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте (ОАИЭ) ағзаһы, Ҡазан университеты профессоры Осокин Николай Алексеевич ҡатнашлығында[4] Ҡала педагогия музейы проекты Ҡала думаһы тарафынан хуплау таба.

1890 йылдың 15 (27) майынан 16 (28) сентябренә тиклем Ҡазанда уҙған Бөтә Рәсәй фәнни-сәнәғәт күргәҙмәһе байтаҡ сығымдарҙы ҡапланы һәм ҡалаға уникаль экспонаттар бүләк итте[6]. Казанский городской голова С. В. Дьяченко в своей речи на торжественном её закрытии обратился с призывом оказать помощь делу организации городского музея[4]. Шулай уҡ музей ҡала халҡына тарихи боронғолоҡтоң шәхси, университет һәм йәмәғәт йыйылмаларын тәҡдим итте.

Ризположенский Рафаил Васильевич музейҙың яңы проектын һәм уставын яҙҙы[7]. 1891 йылдың майында Ҡазан ҡала думаһы ултырышында Милли музейҙы ойоштороу буйынса Комиссия һайлана. Музей төҙөүгә аҡса йыйыу буйынса яҙылыу үткәрелә, барлығы 5000 һумдан ашыу аҡса йыйыла. Аҡсаны Ҡазандың билдәле сауҙагәрҙәре һәм сәнәғәтселәре И. И. Алафузов, П. В. Щетинкин, Я. Ф. Шамов, И. В. Александров, М. Т. Атлашкин, В. Е. Соломин, М. С. Королькова һәм башҡалар бирә[4]. О. С. Александрова-Гейнстың ҙур бүләге, музей Воскресенск урамында урынлашырға тейешлеген талап итеп, биргән 500 000 һум көмөш аҡсаһын да ҡушып, Каруанһарай бинаһында музей ойошторорға ҡарар ителә[8].

1891 йылда ағаһы — вице-адмирал И. Ф. Лихачёв бүләк иткән Ҡазан археологы, тарихсыһы, коллекционеры Андрей Фёдорович Лихачёвтың ҙур 40 меңлек йыйынтығы ҡала музейы коллекцияһының нигеҙен тәшкил итә[9].

Музейҙың уставы 1894 йылда раҫлана, ә 1895 йылдың 5 апрелендә уны асыу тантанаһы була[8][10].

Музейҙы асыу тантанаһында Ҡазан университеты һәм Ҡазан ветеринария институты профессорҙары, уҡытыусылары һәм студенттары, Ҡала думаһы ағзалары, Ҡазан губернаһы губернаторы Пётр Алексеевич Полторацкий, Волга буйы федераль округы попечителе В. А. Попов һәм башҡа бик күп чиновниктар, архимандрит Филарет һәм башҡа руханиҙар, ҡала урта уҡыу йорттары вәкилдәре, шулай уҡ музейҙы ойоштороусылар ҡатнашҡан[4].

Тәүге музей коллекцияларын булдырыуҙа шулай уҡ университет ғалимдары: А. А. Штукенберг, Н. П. Загоскин, П. И. Кротов, Н. Ф. Высоцкий, Н. Ф. Катанов һәм башҡалар ҡатнашҡан. Улар араһында — В. И. Заусайлов, О. С. Александрова-Гейнс, Ғ.Ғәлиев (Баруди), Д. И. Образцов һ. б. торған[11][12], О. С. Александрова-Гейнс, Г. Галеев (Баруди), Д. И. Образцов и другие.

Музей Каруанһарайҙың беренсе һәм икенсе ҡаттарында урынлашҡан һәм тәүҙә дүрт бүлектән торған: уҡыу, тарихи-этнографик, тәбиғи-тарихи һәм А. Ф. Лихачёв исемендәге музей («А. Ф. Лихачёв музейы» өсөн махсус бағыусылыҡ (попечительство) булдырылған, унда ҡала башлығы, ҡала думаһы гласныйҙары һәм Лихачёвтар нәҫеле вәкиле ингән). Бүлек директорҙары итеп Ҡазан университеты профессорҙары ҡуйылған[8], ә Музей советының беренсе рәйесе итеп (музей директоры) ҡала башлығы С. В. Дьяченко һайланған.

Музей эшләгән йылдарҙа уның исеме бер нисә тапҡыр үҙгәртелә: 1918 йылдан — Губерна музейы, 1921 йылдан — АТССР-ның Үҙәк музейы, 1944 йылдан — ТАССР-ның Дәүләт музейы, 1982 йылдан — ТАССР-ҙың берләшкән дәүләт музейы (ТР), 2001 йылдан — Татарстан Республикаһының Милли музейы[13][14].

Музей фондтары үҙгәртергә

Музейҙың хәҙерге заман фондтары 580 085 предметытөп фондҡа ҡараған 960 мең һаҡлау берәмегенә эйә була[15]. Улар, Волга буйы һәм Урал буйы халыҡтары тарихын өйрәнеү өсөн әһәмиәткә эйә булғанлыҡтан, тыуған яҡты өйрәнеү тематикаһын системалы рәүештә солғап ала.

Фондтар структураһы[16]:

  • Археология фонды — 246 257 берәмек.
  • Предмет сығанаҡтары (фарфор һәм фаянс коллекцияларын да индереп) фонды — 12 200 берәмек.
  • Этнография фонды — 15 000 берәмек.
  • Ҡиммәте металдар фонды — 4 050 берәмек.
  • Ҡорал фонды — 915 берәмек.
  • Нумизматика фонды — 109 457 берәмек.
  • Яҙма сығанаҡтар фонды — 130 000 берәмек.
  • Татар мәҙәниәте эшмәкәрҙәренең архив фонды — 30 000 берәмек.
  • Һирәк осраған китап фонды — 22 000 берәмек.
  • Һынлы сәнғәт материалдары фонды — 73 877 берәмек.
  • Фотографиялар фонды — 40 000 берәмек.
  • Негативотар фонды — 42 000 берәмек.
  • Тәбиғи тарих фонды — 7 000 берәмектән ашыу.

Иң ҡиммәтле (уникаль) коллекциялар[15][16]:

  • Андрей Фёдорович Лихачёвтың болғар коллекцияһы — 3080 берәмек.
  • Ананьин ҡәберлектәренең ҡаҙылма коллекцияһы — 800 берәмек.
    • Ново-Мордовский ҡәберлеге стелалары — 3 берәмек.
  • Мысыр коллекцияһы — 250 берәмек.
  • Антик (боронғо) коллекция — 420 берәмек.
  • Алтын тәңкәләр коллекцияһы — 401 берәмек.
  • XVII быуаттың боронғо ҡойолмалары коллекцияһы — 20 берәмектән ашыу.
  • XV—XX быуаттың ҡулъяҙма китаптар коллекцияһы — 88 берәмек.
  • Көнсығыш нумизматика коллекцияһы — яҡынса 90 000 берәмек.
  • Татар теле һәм әҙәбиәте эшмәкәрҙәренең мемориаль әйберҙәре коллекцияһы — 20 берәмек.
  • Ҡазан татарҙарының ҡулланма сәнғәте өлгөләре коллекцияһы — 3500 берәмек.
  • Державин Гавриил Романовичтың мемориаль коллекцияһы — 8 берәмек.
  • Колибри коллекцияһы — 36 берәмек.
  • Америка турғай кеүек ҡоштар коллекцияһы — 41 берәмек.
  • Тарихи таксидермия ҡомартҡылары коллекцияһы — 150 берәмектән ашыу.

Музей комплексы үҙгәртергә

  Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 1610049001объект № 1610049001

Музей федераль әһәмиәттәге архитектура һәм тарих ҡомартҡыһы булып торған элекке ҡазан Каруанһарай бинаһын биләй. Уның архитектура ҡиәфәте XIX быуат башында формалаша башлай, һуңынан бина бер нисә тапҡыр төҙөкләндерелә, 1990-сы йылдарҙа реставрацияланғандан һуң, заманса күренеше барлыҡҡа килә.

Хәҙерге ваҡытта музейҙың киләһе майҙандары бар:

  • экспозиция-күргәҙмә — 5206 м²
  • ваҡытлыса күргәҙмәләр — 1200 м²
  • фонд һаҡлағысы — 6015 м²

Музей эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Музейҙа 348 хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың 79-ы — ғилми хеҙмәткәр. Музейҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге, башлыса, тарих, тәбиғәт белеме, этнография һәм әҙәбиәт өлкәһендә алып барыла.

1939 йылдан алып музейҙа Ғилми совет эшләй. Бынан тыш, музейҙың һәм берекмәнең төрлө яҡлы эшмәкәрлеген көйләүсе ғилми-методик, экспозиция советтары, Берекмә советы һәм башҡа структуралар эшләй. Уларҙың эгидаһы аҫтында традицион ғилми-ғәмәли конференциялар, уҡыуҙар, «Тыуған яҡты өйрәнеү шаршамбылары» уҙғарыла[10].

2001 йылда Татарстан Республикаһы Министрҙар Кабинеты раҫлаған концепцияға ярашлы, музей нигеҙендә эре мәҙәни-педагогик үҙәк булдырыу, һәм музей клубтары һәм түңәрәктәре эшмәкәрлеген берләштереүҙе күҙ уңында тота[10]. Татарстан Республикаһы Милли музейын яңыртып ҡороу (реконструкция) проекты 6000 м² ашыу майҙанда экспозиция булдырыуҙы күҙ уңында тота.

2006 йылда Татарстан Милли музейы тәҡдим иткән «Музей музыкаһы» проекты «Үҙгәреүсән донъяла үҙгәреүсән музей» конкурсының «Музей тикшеренеүҙәре» номинацияһында еңеүсе булды.

Музей йыл һайын үткәргән саралар үҙгәртергә

Музейҙың филиалдары үҙгәртергә

1981—2005 йылдарҙа музей республиканың 80-дән ашыу музейы ингән музей берекмәһендә баш музей булып иҫәпләнде[10].

Үҙгәртеп ҡороуға бәйле, Татарстан Республикаһының Милли музейында хәҙер 10 филиал һәм бүлек, шулай уҡ Юғары Ослан районында филиалы һәм Кама Тамағы районында бүлеге бар. Бынан тыш, ТР Милли музейы республиканың филиалдары һәм 400-ҙән ашыу йәмәғәт музейҙары өсөн (ведомстволарына ҡарамай) ҙур ғилми һәм методик үҙәк булып тора[10].

Татарстан Республикаһының Милли музейы филиалдары[10]:

Татарстан Республикаһы Милли музейының структур подразделениелары бүлектәр хоҡуғында[10]:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Национальный музей Республики Татарстан(недоступная ссылка) // Агентство культурной информации РТ.
  2. Назипова Г. Р. Университет и музей: исторический опыт губернской Казани. — Казань: Изд-во «Школа», 2004.
  3. См. также: Флоринский В. М. Проект публичного историко-этнографического музея при Обществе археологии, истории и этнографии // Известия ОАИЭ. — 1878 год. — Т. 1. — № 5.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Назипова Г. Р. Казанский городской музей: Очерки истории 1895—1917 годов. — Казань: Изд-во «Kazan-Казань», 2000.
  5. Проект устройства в городе Казани художественного, промышленно-технического музея // Волжский вестник. — № 189. — 3 сентября 1886 года.
  6. См.: Андрей Лебедев. Всероссийская, она же — первая Казанская(недоступная ссылка) // Республика Татарстан. — 14 июля 2005 года.
  7. Ризположенский Р. В. Проект организации и Устава Казанского научно-промышленного музея. — Казань, 1890.
  8. 8,0 8,1 8,2 Казанский городской научно-промышленный музей 2012 йыл 6 ноябрь архивланған. // Сайт Национального музея РТ.
  9. См.: Назипова Г. Р., Измайлова С. Ю. Казанский антиквариум. — Казань: Изд-во «Фолиантъ», 2006.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 Общие сведения 2012 йыл 10 апрель архивланған. // Сайт Национального музея РТ.
  11. Карташова Е. И. В. И. Заусайлов в формировании коллекции историко-этнографического отдела Казанского городского научно-промышленного музея. Тезисы конференции // Дьяконовские чтения в Национальном музее Республики Татарстан. — Казань, 2001.
  12. Сергей Ивановский «Белая ворона» из Казани // Независимая газета. — 10 октября 2000 года.
  13. Синицына К. Р. Полвека музеев Казани и Татарии: Очерки истории 1917—1967 годов. — Казань: Изд-во «Kazan-Казань», 2002.
  14. Валеева Л. Г. Страницы прошлого листая: Из истории Государственного объединённого музея ТАССР 1970—1980 годов. — Казань: Изд-во «Kazan-Казань», 2005.
  15. 15,0 15,1 Национальный музей Республики Татарстан // Сайт «Музеи России» Российской сети культурного наследия.
  16. 16,0 16,1 Описание фондов 2012 йыл 6 ноябрь архивланған. // Сайт Национального музея РТ

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Дьяконов В. М. Моя жизнь и музей : Сорок лет участия в музейном строительстве. — Казань : Изд-во «Kazan-Казань», 2006. — 504 с. — 500 экз. [1]
  • Кто есть кто в науке об искусстве : (Республика Татарстан) : Справочник / Акад. наук Респ. Татарстан. Науч. совет по искусствознанию и эстетике; [Редкол.: Галеев Б. М. (отв. и науч. ред., сост.) и др.]. — Казань : ФЭН, 1998. — С. 16–20. — 116 с.
  • Сбережённая память. 110 лет Национальному музею Республики Татарстан // «Казань» : журнал; спецвыпуск. — 2005. — № 3.
  • Литература по истории музея:

1. Адлер, Б. Национальный музей / Б. Адлер// Казанский музейный вестник, 1921, № 1/2. — С. 3 −12.

2. Воробьев, Н. И. Естественно-исторический отдел Казанского центрального музея/ Н. И. Воробьев // Казанский музейный вестник,1922, № 2.- С. 172—177.

3. Дьяконов В. М. 60 лет музея. Доклад на сессии ученого Совета 7 мая 1955 г. — Казань, 1955. 4. Загоскин Н. П. Обозрение возникновения и организации Казанского городского музея//Отчет Совета Казанского городского научно-промышленного музея за 1895—1900 годы. Казань, 1901; 5. Муханов, Г. С. Музейный век вместил тысячелетие /Г. С. Муханов //Научный Татарстан,1995, № 3. — С. 16-22.

6. Муханов, Г. С. История Государственного музея Республики Татарстан в зеркале XX века / Г. С. Муханов. — Казань, 1997. — 30 с.

7. Mukhanov G. S., G.R. Nasipova. The Multitude of Cultures in the museums of Kazan//Museum international. — 2006, № 231, september. — 107—110 p

8. Назипова, Г .Р. Казанский городской музей и его роль в культурной жизни Волжско-Камского края (конец XIX — начало ХХ вв.) / Г. Р. Назипова. Дисс. …. канд. ист. наук. — Казань, 1991. — 207 с.

9. Нәҗипова, Г. Музей — һәм этнография фәне // Мирас, 1993, № 11. — 60- 65 б.

10. Назипова, Г. Р. Казанский городской музей. Очерки истории 1895—1917 годов / Г. Р. Назипова. — Казань: «Кazan-Казань», 2000. — 272 с.

11. Назипова Г. Р. Ученый совет в истории Государственного объединенного музея Республики Татарстан // Теория и практика музейного дела в России на рубеже ХХ — XXI веков/Труды ГИМ. Вып.127.- М., 2001. — С. 118—123.

12. Назипова Г. Р. Формирование этнографического собрания Государственного объединенного музея Республики Татарстан// Проблемы культурогенеза народов Волго-Уральского региона: Материалы межрегиональной научно-практической конференции. — Уфа, 2001. — С.348-354.

13. Назипова Г. Р. Перспективы развития информационных технологий в Национальном музее Республики Татарстан // Пятая юбилейная ЕВА 2002 Москва. Конференция, выставки, семинары, демонстрации, дискуссии, круглые столы. Тема конференции: «Информация для всех: культура и технологии информационного общества»./Материалы конференции. 2-7 декабря 2002 г.- М., 2002. С. 9-1-1—9-1

14. Назипова Г. Р. Музейное краеведение: из опыта работы Национального музея Республики Татарстан// Историческое краеведение в Татарстане: Материалы республиканской научной конференции (20-21 декабря 2002 года). К 70-летию со дня рождения К. Р. Синицыной (1932—1997 гг.)-Казань, 2004. — С.178-185.

15. Назипова Г. Р. Ожившая история. Творческий успех коллектива Национального музея Республики Татарстан// Казань. 2006.- № 10-11.- С. 96 — 100.

16. Назипова Г. Р. Национальный музей Республики Татарстан: традиции и новаторство//Гасырлар авазы — Эхо веков. 2007. № 1.- С. 7-10.

17.Nazipova G.P. The Development the City of Kazan: The Museum Aspect//City Museums and City Development/Edited by Ian Jones, Robert R. Macdonald, and Darryl McIntyre.- Lanham-New York: Alta Mira press — Toronto — Plimouth, UK, 2008.- P.129-135.

18. Назипова Г. Р. Информационные технологии в Национальном музее Республики Татарстан и развитие языков региона// Представление языков народов России и стран СНГ в российском сегменте Интернета. Семинар Российского комитета Программы ЮНЕСКО «Информация для всех» и Межрегионального центра библиотечного сотрудничество в рамках Международной конференции «ЕВА 2007 Москва». Сборник докладов. — М.: Межрегиональный центр библиотечного сотрудничества, 2008. — С. 37-40.

19.Назипова Г. Р. Музейный контент индустрии туризма// Индустрия туризма и гостеприимства в Республике Татарстан: мнения, тенденции, перспективы развития: Материалы международной научно-практической конференции/Под общ. ред. к.ю.н. Н. Н. Китаевой.- Казань: АртПечатьСервис, 2010. — С. 216—223.

20. Назипова Г. Р. Коммуникативная роль музеев в контексте культурной антропологии// XIII Конгресс антропологов и этнологов России: сб. материалов. Казань, 2-6 июля 2019 г./ Отв. ред.:М. Ю. Мартынова. — Москва; Казань: ИЭА РАН, КФУ, Институт истории им. Ш.Марджани АН РТ, 2019.- 516+LV с. — С. LI-LV. 21.Назипова, Г. Р."Казанский антиквариум"/ Г. Р. Назипова, С. Ю. Измайлова. — Казань: Фолиантъ, 2006. — 200 с.

22. Синицына К. Р. «Казанский музейный вестник» 1920—1924 гг. — Казань: изд-во Казан. ун-та, 1963. — 26 с.

23. Синицына К. Р. Полвека музеев Казани и Татарстана. Очерки истории 1917—1967 годов. — Казань, 2002. — 280 с.

24. Худяков, М. История Казанского губернского музея / М. Худяков // Казанский губернский музей за 25 лет: Юбилейный сборник статей. — Казань, 1923. — С. 5-27.

Һылтанмалар үҙгәртергә