Тамырлаштырыу — Совет власы тарафынан 1920-се йылдарҙа һәм 1930-се йылдар башында СССР-ҙың милли республикалары халҡы һәм үҙәк власы араһындағы милли мәсьәләләр буйынса ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү буйынса совет власының сәйәси һәм мәҙәни кампанияһы. Тамырлаштырыу милли аҙсылыҡ вәкилдәрен етәксе вазифаларға әҙерләүҙә һәм үрләтеүҙә, милли-территориаль автономияларын булдырыуҙа, милли аҙсылыҡ телдәрен эш башҡарыуға (делопроизводство), мәғариф өлкәһенә индереүҙә, урындағы телдәрҙә киң матбуғат сараларын дәртләндереүҙә кәүҙәләндерелә. 1930-сы йылдар аҙағында (19321933 йылдарҙа өлөшләтә) тамырлаштырыу бөтөрөлә, күп кенә уның әүҙем ҡатнашыусылары репрессиялана. Тамырлаштырыу урынына бөтә ерҙә лә милләт-ара теле булараҡ урыҫ теле алмашҡа килә. Шуға ҡарамаҫтан, тамырлаштырыу СССР-ҙың милли аҙсылыҡ вәкилдәренән байтаҡ белемле кадрҙар ҡатламын барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ урыҫ булмаған телдәрҙә белем биргән уҡыу учреждениелары селтәре барлыҡҡа килә.

Тамырлаштырыу
Рәсем
Дәүләт  СССР
Ваҡиға ваҡыты 1920

Тамырлаштырыу сәбәптәре һәм идеологик нигеҙҙәре үҙгәртергә

Тамырлаштырыу сәбәптәре Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы йылдарында милли сиктәрҙә барлыҡҡа килгән совет власының ныҡ булмауында, урыҫ булмаған халыҡтарҙың уның айырылып торған «урыҫ» тел һәм этник-мәҙәни төп билгеле власҡа ҡарата (элеккеһенә лә, яңыһына ла) ышанып етмәүе һәм үҙәк власын нисек кенә булмаһын иҫәпләшергә мәжбүр иткән ХХ быуат башындағы революцион ваҡиғалар барышында милли үҙаңдың үҫеүе ята. «Тамырлаштырыуҙың» идеологик нигеҙендә — 1917 йылдың 15 ноябрендә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының хоҡуҡтары декларацияһы. «Тамырлаштырыуҙың» артабанғы үҫеше партия һәм совет етәкселәренең хеҙмәттәрендә урын ала. 1920 йылда И. В. Сталин «Рәсәйҙәге милли мәсьәлә буйынса совет власы сәйәсәте» мәҡәләһендә «мәктәпте, судты, администрацияны, власть органдарын туған телдә ойошторорға» тәҡдим итә[1]. Совет Рәсәйендә хәлдәр түбәндәгесә була — милли ситтәрҙә ҡалалар йыш ҡына урыҫ телле була, әммә уларҙы уратып алған ауылдарҙа милли аҙсылыҡ вәкилдәре йәшәй. Шуға күрә иң элек урыҫ телле ҡалаларҙы тамырлаштырырға кәрәк була. И. В. Сталин бында бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ күрмәй. РКП (б)-ның X съезында үҙенең сығышында: «Тарихҡа ҡаршы барып булмай. Әгәр Украина ҡалаларында әле лә урыҫ элементтары өҫтөнлөк ала икән, ваҡыт үтеү менән был ҡалалар һис шикһеҙ украинлашасаҡ. 40 йыл элек Рига немец ҡалаһы ине. Әммә ҡалалар ауылдар иҫәбенә үҫешә, ә ауыл милләт һаҡлаусыһы, хәҙер инде Рига — саф латыш ҡалаһы. 50 йыл элек Венгрияла бөтә ҡалалар ҙа немец ҡалалары ине, хәҙер улар мадьярлашҡан. Шул уҡ нәмәне урыҫ характерлы Украина ҡалалары тураһында әйтеп була, улар ҙа украинлашасаҡ, сөнки ҡалалар ауылдар иҫәбенә үҫешә»[2].

Көнбайыш тарихсылары фекере буйынса[3] тамырлаштырыу урындарҙа большевистик власын нығытыу маҡсаты булып тора. Милли республикаларҙың һәм автономияларҙың партия һәм совет органдарында милли (урыҫ булмаған) кадрҙарҙың аҙ булыуы үҙәк етәкселегендә борсолоу тыуҙыра, сөнки был урындағы халыҡта уның абруйын төшөрә. Күп кенә урындағы совет һәм партия функционерҙары урыҫ булмаған халыҡтарҙың телен белмәй һәм уның ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм мәҙәниәтенә һауалы ҡарашта булалар һәм ул ваҡытта урыҫ булмаған халыҡҡа яҡшы таныш булған великорус шовинизмын күрһәтәләр. Революцияға тиклемге осорҙан алып урындағы халыҡтарҙан етәксе вазифаларҙы биләү өсөн, бигерәк тә Урта Азия республикаларында, етерлек белеме булған кешеләр бик аҙ ҡала. Хатта Украинала ла кадрҙар бик ныҡ етешмәй, быны 1918 йылда Украинала украинлаштырыу сәйәсәтен үткәрергә маташҡан большевиктарҙың дошманы гетман П. П. Скоропадский таный. Ул былай тип яҙа: «Украиндар бөтәһе лә, Украинаны булдырыу өсөн урыҫ көстәре менән файҙаланды, тип әйтәләр. Эйе, сөнки украин көстәре менән генә етди нәмә ойоштороп булманы. Ысынлап та украин мәҙәни синыфы бик аҙ һанлы. Бына ошо украин халҡының төп бәләһе»[4]. Өҫтәүенә, милли интеллигенцияһының бер өлөшө большевиктар власҡа килеүе менән сит илгә күсенә. Һөҙөмтәлә, 1920-се йылдарҙың башына милли аҙсылыҡ вәкилдәре совет республикалары партия органдарының бик бәләкәй генә өлөшөн тәшкил итә, өҫтәүенә улар ҙа туған телен бөтә камиллығында белмәйҙәр. Мәҫәлән, 1922 йылда Украина компартияһы составында этник украиндарҙың һаны 23 процент тәшкил итә[5]. 1922 йылда УКП(б) ағзаларының 11 проценты ғына украин телендә иркен һөйләшә[5]. Хатта совет власына киҫкен сараға бурарға тура килә — украинлаштырыуҙы үткәреү маҡсатында М. С. Грушевский етәкселегендә Галиция милләтселәрен саҡырырға. Урындағы партия һәм совет власының «тамырлаштырыуы» эҙмә-ярым-йорто була. 1930 йылдарҙың башында «Буржуаз милләтселеге менән көрәш» кампанияһы башланыу арҡаһында «тамырлаштырыу» кампанияһыюҡҡа сығарыла башлай, уның арышында урындағы «тамырлаусыларҙың» төп өлөшө репрессияларға дусар ителә. Мәҫәлән, Кремль милли сәйәсәте өлкәһендә немец белгесе Герхард Зимон[6]тамырлаштырыу милләтсел көстәрҙең үҫешен тотҡарларға тейеш була, тип һанай. Телдә, мәҙәниәттә һәм кадрҙар сәйәсәтендәге ташламалар автономиялыһәм сепаратистик ҡараштарҙың таралыуын туҡтатырға тейеш була.

Тамырлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу үҙгәртергә

Тамырлаштырыу партия һәм административ етәксе вазифаларына төрлө кимәлдәге урындағы милли кадрҙарҙы үрләтеү аша, шулай уҡ милли сиктәрҙә ғәмәлдә булған урыҫ телле партия һәм административ кадрҙарын мәжбүри рәүештә урындағы халыҡтарҙың телдәрен өйрәнеү аша үткәрелә. Әлеге сәйәсәт, милли мәҙәниәттәргә ярҙам итеү менән бер рәттән, бөтә ҡапма-ҡаршылыҡтарына һәм уңышһыҙлыҡтарына ҡарамаҫтан, СССР-ҙағы урыҫ булмаған халыҡтарҙың милли нығыныуы һәм мәҙәни үҫеше өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә.

Милли аҙсылыҡ йәшәгән райондарҙа улар өсөн вәкәләт процент квоталары билдәләнә. 1923 йылдың 22 ноябрендә Ҡырғыҙ АССР-ының Үҙәк башҡарма комитеты 1924 йылдың ғинуарынан июлгә тиклемге осорҙа ҡаҙаҡ улустарында рәсми делопроизводствоны ҡаҙаҡ теленә күсереү буйынса декрет ҡабул итә[7]. Ҡырғыҙ АССР-ының II сессияһы ҡаҙаҡ халҡы йәшәгән райондары штаттарын — 100 % тамырлаштырыу һәм ҡатнаш этник составлы райондарҙа 50 % тамырлаштырыу талап итә[8]. 1936 йылда Ҡаҙаҡ Үҙәк башҡарма комитеты составында — 67 %, республика наркоматтарында — 64 %, республика башҡарма комитеттары етәкселәре — 53 %, өлкә башҡарма комитеттары рәйестәре — 56 %, район башҡарма комитеттары рәйестәре — 69 %, ауыл Советтары рәйестәре — 65 % ҡаҙаҡтар тәшкил итә[9]. 1937 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республика партия ойошмаһының дөйөм һанынан ҡаҙаҡтар 46,8 % тәшкил итә[9].

Ҡайһы бер урындарҙа 1920-се йылдарҙа тамырлаштырыу урындағы халыҡтарға урыҫ телле күскенселәр өсөн тартып алынған ерҙәрҙе кире ҡайтарыу һәм РСФСР-ҙан күсеп килеүҙе сикләү менән оҙатыла. 1920—1921 йылдарҙа совет власы урыҫ теллеләрҙе Ҡаҙағстанға күсереүгә сик ҡуйыу, шулай уҡ ҡаҙаҡтарға тартып алынған ерҙәрҙе кире ҡайтарыу буйынса буйынса саралар күрә. Ҡырғыҙ автономиялы совет социалистик республикаһы Совнаркомының 1920 йылдың 8 ноябрендәге ҡарары үҙаллы крәҫтиән күсенеүен тыя[10]. 1920-се йылдар башында Ҡытайҙан (1916 йылғы ихтилалды баҫтырғандан һуң) ҡайтҡан ҡаҙаҡтар үҙ ерҙәрендә урыҫ телле халыҡты таба. Ҡаҙаҡ АССР-ы властары урыҫ телле халыҡты һөрөп сығара һәм ҡаралтылар менән бергә йорттарҙы ҡаҙаҡтарға тапшыра. Барыһы 120 урыҫ һәм украин ауылы, 32 утар, 95 биләмә һәм 6466 хужалыҡ (уларҙың яртыһы тиерлек Ете һыу губернаһында) бөтөрөлә[11]. 1920-се йылддарҙың икенсе яртыһында Ҡаҙағстан территорияһында урыҫ телле халыҡтан ерҙәрҙе тартып алыу массауи характер ала һәм уларҙың күсеүе менән оҙатыла. 1929 йылда рәсми статистика хәбәр итеүенсә, «европа» халҡын ҡыҫырыҡлап сығарыу бара, һөҙөмтәлә, дөйөм алғанда, республикала хужалыҡтар һаны 14 процентҡа кәмей, ә урыҫ һәм украин халҡы Ҡаҙағстанда һаны буйынса 700 мең кешегә кәмей[12]. Бындай сәйәсәт оҙаҡҡа һуҙылмай. 1927 йылдың 8 февралендә РСФСР -ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ер файҙаланыу хоҡуҡтарында урыҫ телле һәм ҡаҙаҡ халҡын тиңләштерә[13]. 1929 йылда СССР-ҙың Европа өлөшөнән күсеүҙе тыйыу бөтөрөләref>Казиев С. Ш. Советская национальная политика и проблемы доверия в межэтнических отношениях в Казахстане (1917—1991 годы). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М.: Б.и., 2015. — С. 261—262.</ref>.

Тамырлаштырыу һөҙөмтәһендә мәғариф политэтник системаһы булдырыла. Мәҫәлән, Украин ССР-ында 1938 йылдың яҙына 21656 мәктәп була, унда уҡытыу 21 телдә алып барыла. Уҡытыу ураин телендә −18101, урыҫ — 1550, йәһүд — 312, молдова — 163, үзбәк — 19, белорус — 9, болгар — 54, поляк — 50, немец — 512, чех — 14, грек-эллин — 12, татар — 5, әрмән — 4, төркмән — 2, ҡырғыҙ — 1, швед — 1, ҡаҙаҡ — 1, ҡатнаш — 838 мәктәптә бара[14]. Күп кенә милли мәктәптәр аҙ комплектлы була (мәҫәлән, Киевтағы чех мәктәбендә 3 класс һәм 19 уҡыусы була), уҡыусылар урыҫ телен насар белә, шулай уҡ уҡытыусылар һәм уҡыу әсбаптары етешмәйетешмәй[15]. Әлеге полиэтник системаһы 1930-сы йылдарҙа һәйбәт үҫеш ала. системаһы полиэтничный 1930 йылдарҙа бик тиҙ үҫә. 1930/31 уҡыу йылда СССР-ҙа милли мәктәптәрҙә 7620400 кеше уҡый, ә инде 1938/39 уҡыу йылында — 14146152 кеше[16]. 1939 йылда СССР-ҙа уҡытыусыларҙы әҙерләү өсөн 411 милли педагогия училищеһы эшләй, унда 116200 студент уҡый[17].

Матбуғатты тамырлаштырыу бик әүҙем бара. 1936 йылда Украин ССР-ындағы бөтә журналдарҙың 62 % украин телендә сыға. Л. З. Мехлистың ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетына ебәрелгән ҡулхатында, Украин ССР-да бер генә урыҫ телле өлкә гәзите — «Социалистик Донбасс» сығарыла, башҡа өлкә әһәмиәтендәге бер генә гәзит сығарылмай, тип яҙа[18].

РСФСР милли берәмектәрендә тамырлаштырыу үҙгәртергә

Тамырлаштырыу союздаш республикаларҙы ғына түгел, РСФСР составындағы милли автономияларҙы ла үҙ эсенә ала. Улар араһында урыҫ халҡы һан яғынан өҫтөнлөклө булған автономиялар ҙа була, шулай булыуға ҡарамаҫтан автономияла тамырлаштырыу үткәрелә.

Урыҫтар өҫтөнлө алған (1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса 55,2 % тәшкил итә) Бүрәт-Монгол АССР-ында тамырлаштырыуҙы 1924 йылда махсус булдырылған комиссия башлай[19]. Әммә аппаратты тамырлаштырыу буйынса план квалификациялы кадрҙар етешмәү арҡаһында шунда уҡ тиерлек уңышһыҙлыҡҡа тарый һәм 1926 йылда уны ҡабаттан эшләргә тура килә[20]. Өс йыллыҡ план 1927—1929 йылдарҙа тормошҡа ашырылырға тейеш һәм республика учреждениеларында бүрәттәрҙең вәкиллеген 37,7 %, ә аймаҡ һәм түбәнге совет һәм кооператив органдарҙа 33 % булырға тейеш була[20]. К 1936 году буряты составляли 32,7 % работников республиканских организаций и учреждений[21].

Татар АССР-нда татар телен эш башҡарыуға индереү формаль рәүештә 1921 йылдың 25 июнендәге Бөтә Татар Үҙәк башҡарма комитетының һәм Татар АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының «Татреспублика сиктәрендә татар телен тормошҡа ашырыу тураһында» исемле Декретынан башлана. Төп канцелярия эштәрен башҡарыуҙы татарҙар күпләп йәшәгән райондарҙа 1930 йылға татар теленә күсереү күҙаллана[22]. Артабан бер-бер артлы республика норматик акттары ҡабул ителә. Уларҙың талаптары урындарҙа үтәлмәй, әммә улар яңы күрһәтмәләрҙә ҡабатланып тора. Мәҫәлән, 1922 йылда бер күрһәтмәгә ярашлы Татар АССР-ының бөтә учреждениеларында алтаҡталар, штамптар һәм мисәттәр 1923 йылдың 1 февраленә тиклемтатар һәм урыҫ тәржемә ителергә тейеш була[22]. 1923 йылдың 21 сентябрендә Татар АССР-ының Үҙәк башҡарма комитетының яңы ҡарары сыға, унда шул уҡ күрһәтмәләрҙе үтәү талап ителә[23]. Һуңынан татар телен индереү буйынса аҡса бүлеү туҡтатыла. 1926/27 һәм 1927/28 уҡыу йылдарында республика татар телен индереүгә аҡса бүленмәй. Делопроизводствоны татар теленә күсереү бурысы ла үтәлмәй ҡала[24].

РСФСР автономияларында мәктәптәрҙе тамырлаштырыу үҙгәртергә

Тамырлаштырыу сиктәрендә РСФСР-ҙың милли республикаларында милли телдәрҙә уҡытыу мәктәптәрен ойошторорға маташыуҙар була. Был сәйәсәттең һөҙөмтәләре төрлө республикаларҙа төрлөсә үткәрелә. ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары Г. М. Маленковҡа 1940/41 уҡыу йылына күҙалланған хәл тураһында хәбәр итә[25]:

  • 1-10-сы кластарҙа туған телдә уҡытыу бер республикала ғына бар — Татар АССР-ынында;
  • милли мәктәптәрҙең 5 — 7-се кластарында милли телдә уҡытыу РСФСР-ҙың бөтә республикаларында тамамланыу хәлендә (Дағстан АССР-ы, Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ынан башҡа);
  • бөтә милли республикаларҙа урта мәктәптәрҙең 1 — 4 кластарында (һәм башланғыс мәктәптә) уҡытыу туған телдәрҙә алып барыла.

Шулай итеп,РСФСР-ҙың милли республикаларында Бөйөк Ватан һуғышы башына тамырлаштырыу сикләнгән һөҙөмтә бирә — башланғыс һәм өлөшләтә урта мәктәптәр тамырлаштырылған була. Өлкән кластар Татар АССР-ында ғына тамырлаштырыла. Татар асср-ы мәктәптәренең коренизировать ғына өлкәнерәк булды.

Совет һөргөнөн тамырлаштырыу үҙгәртергә

Коллективлаштырыу СССР-ҙа «кулак һөргөнөн» барлыҡҡа килтерә. Шул уҡ ваҡытта спецпоселениеларҙа кулактар мәктәп йәшендәге балалы ғаиләләре менән йәшәй. Һөргөнгә ебәрелгән кулак ғаиләләре араһында милли автономияларынан да булалар. Башта совет властары һөргөнселәрҙең балалары өсөн милли мәктәптәр төҙөй башлай, йәғни һөргөндө лә «тамырлаштыралар». 1932 йылдарҙа ОГПУ һәм Наркомпрос Украина һәм Ҡаҙағстан һөргөнселәренең балалары өсөн милли телдәрҙә уҡытыу буйынса 532 милли мәктәп төркөмдәре ойошторалар, уларҙа уҡытыу өсөн милли республикаларҙан уҡытыусылар йәлеп итеү ҡарала[26]. Был уйҙан 1935 йылда уҡ баш тарталар һәм һөргөнсөләрҙең балаларын урыҫ телендә генә уҡыта башлайҙар[27].

Ҡыҙыл Армияһын тамырлаштырыу үҙгәртергә

Тамырлаштырыу шулай уҡ Ҡыҙыл Армияла ла үткәрелә. Революцияға тиклемге ваҡыттарҙан барлыҡҡа килгән йола буйынса, совет власының тәүге йылдарныда РККА-ға милли ситтәрҙең төп халыҡтары вәкилдәре саҡырылмай.

РККА-лағы тамырлаштырыу хәрби частарҙы милли билдә буйынса комплектлауҙа, хәрби хеҙмәттә милли телдәрҙе ҡулланыуҙа, милли хәрби-уҡытыу йорттарҙы һәм хәрби уҡыу йорттарында билдәле милләттәр өсөн квоталар булдырыуҙа сағылдырыла. Идеолог булып М. В. Фрунзе сығыш яһай, ул урыҫ булмаған контингенттарҙы Ҡыҙыл Армияһының «өҫтәмә ҡеүәт сығанағы» тип һанай[28].

Рәсәйҙә 1918 йылдың май айында Граждандар һуғышы башлана, уның барышында Башҡортостанда башҡорт милли частары булдырыла, башҡорт ғәскәрҙәренең күпселек өлөшө 1918 йылдың июнендә — 1919 йылдың февралендә Аҡ хәрәкәте армияһы яғында, ә 1919 йылдың июненән — РККА яғында һуғыша[29]. 1918 йылдың июнендә башҡорт батальондарында күк төҫтә еңдәге билдәләр индерелә, уларҙа мосолман символикаһы, частың номеры һәм хәрби званиеһы яҙыла. Башҡорт ғәскәренең милли флагы була. Рәсәйҙәге милли ғәскәрҙәр араһында башҡорт ғәскәрҙәре иң тәүгеләрҙән була.

1924 йылдың аҙағында уҡ ҡайһы бер республикаларҙа милли частар һәм берләшмәләр ғәмәлдә була — Грузин, Әрмән, Әзербайжан, Белорус, Бохара һәм Украин ССР-ҙарында, Ҡырым, Саха һәм Дағстан АССР-ында[28]. Шулай уҡ милли частарҙы төҙөү өсөн «концентрация» ҡуллана — бер этносты формаль рәүештә милли тип һаналмаған бер территориаль хәрби часында туплайҙар[28]. Шул уҡ ваҡытта «концентрация» һөҙөмтәһендә милли дивизиялар ғына түгел, ә ябай хәрби частарҙағы вағыраҡ формированиелар — полктар, батальондар, батареялар, роталар, эскадрондар, взводтар барлыҡҡа килә[28]. При этом в результате «концентрации» возникали не только национальные дивизии, но и более мелкие формирования в обычных воинских частях — полки, батальоны, батареи, роты, эскадроны, взводы[30].

Күп кенә урыҫ булмаған хәрбиҙәр урыҫ телен белмәй. Әммә 1925 йылдың 31 июлендә СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының Милләттәр советы Президиумының «Милли частарҙа урыҫ телендәге башҡарыу командаларын индереү тураһында» ҡарары сығарыла[31]. Уставтар милли телдәргә тәржемә ителә[32]. Бынан тыш, милли телдәрҙә хәрби-сәйәси әҙәбиәте баҫтырыла[32].

Хәрби-уҡыу йорттарның тамырлаштырыуы 1924 йылда башлана. 1924 йылдың 9 июнендә хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссарының «Хәрби-уҡыу йорттарын национализациялау тураһында»ғы бойороғо сыға, уға ярашлы төрлө курстар базаһында командирҙар составынтуған телдә әҙерләү өсөн милли хәрби-уҡытыу йорттары асыла[33]. Бындай йорттарҙың һаны бик тиҙ арта[33]:

  • 1924 йылдың 1 мартына ҡарата — 7 йорт һәм 2973 курсант;
  • 1924 йылдың 1 ноябренә ҡарата — 13 йорт һәм 4961 курсант;
  • 1925 йылдың 1 октябренә ҡарата — 20 йорт һәм 6328 курсант.

Милли хәрби мәктәптәрҙең күбеһе тиҙҙән бөтөрөлә. 1929 йылда СССР-ҙа 9 хәрби милли мәктәп кенә ҡала[33]. Милли хәрби мәктәптәрҙә курсанттар араһында һан яғынан өҫтөнлөктө «урыҫ булмағандар» ала, әммә урыҫтар ҙа күп була. 1925 йылда милли мәктәптәр курсанттарының 76,6 % милләте буйынса урыҫ булмай[33]. Бынан тыш, ҡайһы бер милләт вәкилдәре өсөн (немец, мордва, удмурт, сыуаш, коми-зырян, молдаван) хәрби уҡыу йорттарында махсус урындарҙа уларҙың компактлы йәшәү территорияһында махсус урындар бүленә[33].

Тамырлаштырыуҙы туҡтатыу үҙгәртергә

Тамырлаштырыуҙы өлөшләтә 1932—1933 йылдарҙа туҡтатыла башлай — РСФСР-ҙың бөтә территорияһында украинлашыу ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының һәм СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1932 йылдың 15 декабрендәге берлектәге директиваһы нигеҙендә бөтөрөлә[34]. Урындарҙа директиваны бик тиҙ арала үтәйҙәр һәм бер нисә аҙнанан украинлашыуҙан урыҫлашыуға күсәләр. 1932 йылдың 28 декабрендә инде ВКП(б)-ның Үҙәк-Ҡара тупраҡ өлкә комитеты бюроһы директиваны түбәндәге ҡарарҙарҙы ҡабул итә[35]:

  • 1933 йылдың 1 ғинуарынан украин телен уҡытыуҙы бөтә I һәм II баҫҡыс мәктәптәрендә туҡтатырға (ағымдағы йылдың етенсе сығарылыш уҡыусыларынан башҡа);
  • 1933 йылдың 1 ғинуарынан украин теле уҡытыусыларын әҙерләү буйынса бөтә куртарҙы ғәмәлдән сығарырға;
  • Барлыҡ уҡыу пландарында украин теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға алмаштырырға;
  • 1933 йылдың 15 ғинуарынанпедагогия техникумдарында украин телен уҡытыуҙы туҡтатырға (өсөнсө курстарҙан башҡа);
  • Борисов һәм Волокон украин педагогия техникумдарын бөтөрөргә;
  • Белгород институтында украин телен уҡытыуҙы туҡтатырға;
  • Ауыл Советтарының техник составы өсөн украин телен уҡытыу буйынса курстарҙы ғәмәлдән сығарырға.

1932 йылдың 26 декабрендәге Үҙәк-Ҡара тупраҡ өлкәһе буйынса 59-се һанлы бойороҡ сыға, уға ярашлы судопроизводствола украинлаштырыуҙы бөтөрөлә. Әлеге документ буйынса[36]:

  • Судтарҙа һәм прокуратурала бөтә эш производствоһын урыҫ теленә күсерергә;
  • Кисекмәҫтән украин телендә хатлашыуҙы туҡтатырға;
  • Украин хеҙмәткәрҙәренә украин телендәге эш өсөн ниндәй булһа ла өҫтәмә эш хаҡын туҡтатырға;
  • Өлкә судының украин кассацион төркөмөн бөтөрөргә.

Әлеге саралар 1933 йылда РСФСР-ҙа украинлаштырыу тулыһынса туҡтатыла һәм урыҫлаштырыу менән алмаштырыла. Шуға ҡарамаҫтан, РСФСР-ҙа украин милли райондары (1933 йылдың 1 декабренә ҡарата 50 район) һәм украин ауыл Советтары һаҡланып ҡала[37].

1937—1938 йылдарҙа тамырлаштырыуҙы тиҙ арала туҡтатыу һәм уртасыл урыҫлаштырыуға кире ҡайтыу буйынсакире ҡайтарыу буйынса саралар ҡабул ителә. Бындай боролоштоң шулай уҡ үҙенә күрә объектив сәбәптәре була. Мәҫәлән, ҡайһы бер республикаларҙа мәктәп тамырлаштырыуы милли мәктәптәрҙең уҡыусылары йыш ҡына урыҫ телен белмәй һәм ошо сәбәпле республиканың ҡайһы бер милли мәктәп һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә алмай. 1938 йылда яңы мәғариф халыҡ комиссары П. А. Тюркин Ҡырғыҙстан, Төрөкмәнстан, Үзбәкстан һәм Тажикстан күпселек милли мәктәптәрендә урыҫ теле «бөтөнләй уҡытылмай», тип белдерә[38]. Шунан һуң ғына 1938 йылда бөтә милли башланғыс мәктәптәрҙә 2-се кластан мотлаҡ рәүештә урыҫ телен уҡытыу индерелә, ә тулы булмаған урта мәктәптәрҙә — 3-сө кластан[39]. 1938 йылдың 7 мартында ВКП(б-ның Үҙәк Комитетының һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының «Милли частар һәм РККА формированиелары тураһында» берлектәге ҡарары милли хәрби частары берләшмәләре, хәрби училищелар һәм мәктәптәр экстерриториаль комплектлау принцибында дөйөм Союз итеп үҙгәртелә[40]. Тамырлаштырыуҙы туҡтатыу совет матбуғатында уны яҡлаусыларына ҡарата фашлау кампаниялары менән оҙатыла бара. Мәҫәлән, 1938 йылдың 20 мартында «Правда» гәзите «Башҡортостан Наркомпросының серегән позицияһын» фашлай: «Халыҡ дошмандары — оҙайлы ваҡыт Башҡортостан халыҡ мәғарифы органдарында эш алып барған буржуаз милләтселәре башҡорт йәштәрен урыҫ мәҙәниәтенән ситләштереү сәйәсәтен үткәргәндәр, башҡорт һәм татар мәктәптәрендә урыҫ телен уҡытыу эшендә меңдәрсә кәртәләр ҡорғандар»[41]. Шул уҡ йылдың 28 мартында «Правда» Украин ССР-ының Наркомпросын тәңкиткә дусар итә. Мәҡәләлә билдәләүенсә, буржуаз милләтселәр «ике теллелектең ауырлығы „теорийкаһын“ әйләнешкә индерәләр»: был «теория» буйынса, йәнәһе, үҙ туған телен өйрәнгән украин балаларына бер үк ваҡытта урыҫ телен дә өйрәнеүе ҡыйын. Ике телде өйрәнеү беренсе йәки икенсе кластарҙа башланған элекке урыҫ мәктәбе тәжрибәһен күрәләтә һанға һуҡмай, улар ошо «теорийканы» педагогтарҙың баштарына ла һеңдерәләр. Миҫал өсөн урыҫ теле уҡытыусыларының әҙерлек кимәленең түбән булыуы телгә алына: «Ағымдағы йылдың ғинуарында,өсөнсө Киев педагогия техникумының ситтән тороп уҡыған уҡытыусылар араһынан тикшереү сессияһы ваҡытында йөҙ уҡытыусынан береһе генә урыҫ теленән диктантты „уртаса“ билдәһенә яҙған, ә ҡалғандары — „насар“ билдәһенә»[42]. 1938 йылдың 4 ғинуарында ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһы республика наркоматтарына «балаларға буржуаз-милләтсел йоғонто яһау үҙәктәре» тип иғлан ителгән милли мәктәптәрҙе (немец, фин, поляк, латыш, эстон һәм башҡа) ябай совет мәктәптәре итеп үҙгәртергә (уҡытыуҙы республика телендә йәки урыҫ телендә алып барыу менән) ҡуша[43].

Бер үк ваҡытта милли райондарҙы һәм милли ауыл Советтарын бөтөрөү бара. 1937 йылдың 17 декабрендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы «Милли райондарҙы һәм милли ауыл Советтарын бөтөрөү тураһында» исемле ҡараҙы раҫлай, әлеге ҡарарҙа «был райондарҙың күбеһе ҡоротҡос маҡсаттары менән халыҡ дошмандары тарафынан булдырылған» һәм «территорияларында милли райондар һәм ауыл Советтары булған Украина КП(б)Үҙәк Комитетына, Алыҫ Көнсығыш, Алтай һәм Краснодар крайкомдарына, Ҡаҙағстан КП(б) Үҙәк Комитетына, Ҡырым, Ырымбур, Ленинград, Архангельск өлкә комитеттарына, 1938 йылдың 1 ғинуарына ВКП(б) Үҙәк Комитетына әлеге райондарҙы ғәҙәттәге райондар һәм ауыл Советтары итеп үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр ебәрергә» тип яҙыла[44].

Ниһайәт, урыҫ телле матбуғаттың позициялары өлөшләтә ҡайтарыла. 1937 йылдың 17 декабрендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы Украина КП(б)Үҙәк Комитетына һәм бөтә Украина Үҙәк башҡарма комитетына 19 декабренән урыҫ телендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты һәм Украина КП(б)Үҙәк Комитеты органы булараҡ ҙур күләмдәге бөтә украин көндәлек гәзитен ойоштороу бурысын йөкмәтә. Гәзитте «Коммунист» гәзитенең тиражы менән сығарырға, шулай уҡ «бер айлыҡ ваҡыт эсендә урыҫ телендә етәкселек гәзиттәрен ойошторорға. Тәүге сиратта, урыҫ гәзиттәре Харьков, Днепропетровск, Одесса һәм Николаевта булдырылырға тейеш»[45].

Тамырлаштырыуға Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы етди йоғонто яһай. Һуғыш барышында РСФСР-ҙа ҡайһы бер милли автономиялар (Волга буйы немецтар, Ҡалмыҡ АССР-ы, Ҡырым АССР-ы, Чечен-Ингуш АССР-ы), ә уларҙың төп халыҡтары мәжбүри рәүештә СССР-ҙың башҡа урындарына күсерелә. Һөргөндә уҡытыу тик урыҫ телендә алып барыла. Шуға күрә әлеге халыҡтарҙың милли мәктәптәре бөтөрөлә.

Тамырлаштырыуҙы ҡабаттан тергеҙергә маташыу (1938 йыл) үҙгәртергә

Төньяҡ Осетин АССР-ында 1940 йылдан мәктәпте тамырлаштырыу башлана. ВКП(б)-ның һәм Төньяҡ Осетин АССР-ы Совнаркомының 1940 йылдың 5 декабрендәге «Төньяҡ Осетин АССР-ында милли мәктәптәрҙе тамырлаштырыу тураһында»ҡарары осетин милли мәктәптәрендә 5-7 кластарҙа уҡытыуҙы осетин теленә күсерә[46]. Был маташыу уңышһыҙлыҡҡа осрай. Төньяҡ Осетия ВКП(б)-ның Өлкә комитеты секретары К. Д. Кулов 1952 йылда ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары Г. М. Маленковҡа уңышһыҙлыҡтың сәбәбе тураһында хәбәр итә[46]:

  • Осетин мәктәптәре өсөн уҡытыусылар кадрҙары әҙерләнмәне. Төньяҡ Осетия дәүләт педагогия институты хатта 1952 йылда осетин мәктәптәре өсөн кадрҙар әҙерләмәй;
  • Осетин телендәге дәреслектәрҙең түбән сифатлы булыуы, дәреслектәр ашығыс рәүештә осетин теленә тәржеимә ителгән һә шуға күрә улар «осетин уҡыусылары тарафынан фән нигеҙҙәрен өйрәнеү етди рәүештә тотҡарлай».

Һөҙөмтәлә Кулов, 1952 йылда тамырлаштырылған осетин мәктәптәренең уҡыусыларының белем кимәле үтә түбән булыуын, һөҙөмтәлә улар училищелар, техникумдар һәм юғары уҡыу йорттарына (унда уҡытыу урыҫ телендә бара) ингән саҡта ауырлыҡтар кисереүен һыҙыҡ өҫтөнә ала[46]. Шуға күрә Кулов ВКП(б) 1938 йылдың 13 мартындағы СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм ВКП(б)-ның берлектәге ҡарарына һылтанып, 1952 йылдың 1 сентябренән осетин мәктәптәренең 5 — 7 класс уҡыусыларын (осетин телен предмет булараҡ ҡалдырыу менән)[46] урыҫ телендә уҡытыуҙы үтенә. Тамырлаштырыуҙан Кулов баш тарта алмай, әммә ете йыллыҡ осетин мәкьтәбендә тамырлаштырыуҙы үткәреү өсөн «тейешле шарттар тыуҙырырға кәрәклеге тураһында белдерә»[46].

Тамырлаштырыу йомғаҡтары үҙгәртергә

ТРСФСР-ҙың бөтә милли автономияларындағы башланғыс мәктәптәрендә уҡытыу туған телдә алып барыла. Ҡайһы бер автономиялар (уларҙағы милли мәктәптәр ҙә)Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтөрөлә.

1949 йылда РСФСР-ҙа милли телдәрҙе уҡытыу буйынса күрһәткестәр[47]:

  • Татар АССР-ы — уҡытыу 10 класты ҡуша һанағанда татар телендә алып барыла;
  • Башҡорт һәм Сыуаш АССР-ы — айырым предметтар 10 класты ҡуша һанағанда милли телдәрҙә алып барыла. Бынан тыш, әлеге республикаларҙа 7-се класты ҡуша һанағанда милли телдәрҙә алып барыла (айырым предметтарҙан тыш);
  • Төньяҡ Осетия АССР-ы — 7 класс 7-се класты ҡуша һанағанда милли телдәрҙә алып барыла (айырым предметтарҙан тыш);
  • Башҡа республикалар — милли телдәрҙә уҡытыу 1 — 4 кластарҙа алып барыла.

Шулай итеп, мәғарифты тамырлаштырыу сәйәсәтенән 1949 йылға ҡарата РСФСР-ҙың күпселек республикаларында туған телдә уҡытыу башланғыс мәктәптәрендә генә ҡала.

Тамырлаштырыу 1930-сы аҙағында милли мәктәптәрҙә урыҫ теленең бөтөнләй өйрәнелмәүенә йәки сифатһыҙ уҡытыуға килтерә. Уҡыуҙы тамамлаусылар СССР-ҙың юғары йорттарына һәм техникумдарына (иң элек Мәскәү һәм Ленинград) уҡыуға инә алмай, сөнки уҡытыу урыҫ телендә алып барыла. РСФСР-ҙың мәғариф наркомы Петр Тюркин союздаш республикалары милли мәктәптәрендә урыҫ телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә һығымтаһы буйынса доклад яҙмаһында (1938 йылдың 2 февраленд)милли республикаларҙың күпселек мәктәрендә урыҫ теле бөтөнләй уҡытылмауы сағылдырған һандар килтерә[48]. Мәҫәлән, Төрөкмән ССР-ндағы 728 мәктәптә урыҫ теле 321 мәктәптә генә уҡытыла, Ҡырғыҙ ССР-нда 667 башланғыс мәктәптән урыҫ теле 189 мәктәптә уҡытыла, Ҡаҙаҡ ССР-нда 255 тулы булмаған урта мәктәптән урыҫ теле 39 мәктәптә уҡытыла, 75 урта мәктәптән — 7 мәктәптә[49]. Урыҫ телен өйрәнеү буйынса эштәр Тажиҡ, Үзбәк һәм башҡа республикаларҙа ла яҡшы түгел, тип билдәләй Тюркин[50]. Өҫтәүенә, урыҫ теле өйрәнелгән мәктәптәрҙә лә уның уҡытыу сифаты бик түбән кимәлдә була[51]:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Урыҫлаштырыу
  • Титуллы милләт

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 227—228. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  2. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 232. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  3. Terry Martin. The Affirmative Action Empire: Nations and Nationalism in the Soviet Union, 1923-1939. — Cornell University Press, 2001.
  4. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 163. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  5. 5,0 5,1 Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 227. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  6. Герхард Зимон Умом Россию не понять. Страна и её мифы «Вестник Европы» 2001, № 3
  7. Казиев С. Ш. Советская национальная политика и проблемы доверия в межэтнических отношениях в Казахстане (1917—1991 годы). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М.: Б.и., 2015. — С. 218—219.
  8. Казиев С. Ш. Советская национальная политика и проблемы доверия в межэтнических отношениях в Казахстане (1917—1991 годы). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М.: Б.и., 2015. — С. 235—236.
  9. 9,0 9,1 Казиев С. Ш. Советская национальная политика и проблемы доверия в межэтнических отношениях в Казахстане (1917—1991 годы). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М.: Б.и., 2015. — С. 303.
  10. Казиев С. Ш. Советская национальная политика и проблемы доверия в межэтнических отношениях в Казахстане (1917—1991 годы). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М.: Б.и., 2015. — С. 218—219.
  11. Казиев С. Ш. Советская национальная политика и проблемы доверия в межэтнических отношениях в Казахстане (1917—1991 годы). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М.: Б.и., 2015. — С. 220—221.
  12. Казиев С. Ш. Советская национальная политика и проблемы доверия в межэтнических отношениях в Казахстане (1917—1991 годы). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М.: Б.и., 2015. — С. 239.
  13. Казиев С. Ш. Советская национальная политика и проблемы доверия в межэтнических отношениях в Казахстане (1917—1991 годы). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М.: Б.и., 2015. — С. 256.
  14. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 751—752. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  15. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 752. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  16. Панкратова Е. В. Национальные школы среднего Поволжья в 1930-х — начале 1940-х гг. // Известия Пензенского государственного педагогического университета. — 2011. — № 25. — С. 546.
  17. Панкратова Е. В. Национальные школы среднего Поволжья в 1930-х — начале 1940-х гг. // Известия Пензенского государственного педагогического университета. — 2011. — № 25. — С. 547.
  18. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 742—743. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  19. Базарова В. В. О проблемах коренизации в национальных автономиях Восточной Сибири в 1920-е — 1930-х гг. // Власть.- 2013. — № 12. — С. 176.
  20. 20,0 20,1 Базарова В. В. О проблемах коренизации в национальных автономиях Восточной Сибири в 1920-е — 1930-х гг. // Власть. — 2013. — № 12. — С. 176.
  21. Палхаева Е. Н., Жукова Н. Е. Социальное развитие общества в Бурят-Монгольской АССР в 20-е — 30-е гг. XX в. // Вестник Бурятского государственного университета. — Спецвыпуск. — 2012. — С. 68.
  22. 22,0 22,1 Юсупова Л. А. К вопросу огосударствления татарского языка в ТАССР в 1920-е гг. // Филология и культура. — 2012. — № 3 (29). — С. 234.
  23. Юсупова Л. А. К вопросу огосударствления татарского языка в ТАССР в 1920-е гг. // Филология и культура. — 2012. — № 3 (29). — С. 235.
  24. Юсупова Л. А. К вопросу огосударствления татарского языка в ТАССР в 1920-е гг. // Филология и культура. — 2012. — № 3 (29). — С. 236.
  25. Советская национальная политика: идеология и практики. — М.: РОССПЭН, 2013. — С. 333.
  26. Иванов А. С. Образовательная среда и иерархичность на спецпоселении в Западной Сибири (1940—1950-е гг.) // Вестник Калмыцкого института гуманитарных исследований РАН. — 2016. — Т. 27. — № 5 (27). — С. 48.
  27. Иванов А. С. Образовательная среда и иерархичность на спецпоселении в Западной Сибири (1940—1950-е гг.) // Вестник Калмыцкого института гуманитарных исследований РАН. — 2016. — Т. 27. — № 5 (27). — С. 48, 53.
  28. 28,0 28,1 28,2 28,3 Безугольный А. Ю. Призывное законодательство и комплектование Рабоче-Крестьянской Красной армии представителями нерусских национальностей в 1920-е гг. // Вестник Калмыцкого института гуманитарных исследований РАН. — 2013. — № 3. — С. 105.
  29. Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013. 15 бит
  30. Безугольный А. Ю. Национальные формирования РККА в 1930-е гг. // Вестник Калмыцкого института гуманитарных исследований РАН. — 2016. — Т. 27. — № 5 (27). — С. 61.
  31. Безугольный А. Ю. Призывное законодательство и комплектование Рабоче-Крестьянской Красной армии представителями нерусских национальностей в 1920-е гг. // Вестник Калмыцкого института гуманитарных исследований РАН. — 2013. — № 3. — С. 110.
  32. 32,0 32,1 Безугольный А. Ю. Призывное законодательство и комплектование Рабоче-Крестьянской Красной армии представителями нерусских национальностей в 1920-е гг. // Вестник Калмыцкого института гуманитарных исследований РАН. — 2013. — № 3. — С. 112.
  33. 33,0 33,1 33,2 33,3 33,4 Безугольный А. Ю. Призывное законодательство и комплектование Рабоче-Крестьянской Красной армии представителями нерусских национальностей в 1920-е гг. // Вестник Калмыцкого института гуманитарных исследований РАН. — 2013. — № 3. — С. 111.
  34. Дроздов К. С. Политика украинизации в Центральном Черноземье, 1923 −1933 гг. — М., СПб.: Центр гуманитарных инициатив, 2012. — С. 433.
  35. Дроздов К. С. Политика украинизации в Центральном Черноземье, 1923 −1933 гг. — М., СПб.: Центр гуманитарных инициатив, 2012. — С. 433—434.
  36. Дроздов К. С. Политика украинизации в Центральном Черноземье, 1923 −1933 гг. — М., СПб.: Центр гуманитарных инициатив, 2012. — С. 434.
  37. Дроздов К. С. Политика украинизации в Центральном Черноземье, 1923 −1933 гг. — М., СПб.: Центр гуманитарных инициатив, 2012. — С. 451.
  38. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 748—749. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  39. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 750. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  40. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 747—748. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  41. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 746. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  42. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 746—747. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  43. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 745. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  44. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 743—744. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  45. Борисенок Е. Ю. Концепции «украинизации» и их реализация в национальной политике в государствах восточноевропейского региона (1918‒1941 гг.). Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — М., 2015. — С. 743—744. Режим доступа: http://www.inslav.ru/sobytiya/zashhity-dissertaczij/2181-2015-borisenok
  46. 46,0 46,1 46,2 46,3 46,4 Советская национальная политика: идеология и практики. — М.: РОССПЭН, 2013. — С. 339.
  47. Совет милли сәйәсәтенә: идеология һәм практикаһы. — М.: РОССПЭН, 2013. — 336 б.
  48. Дмитриев Т. «Это не армия»: национальное военное строительство в СССР в контексте советской культурно-национальной политики (1920—1930-е годы) // Время, вперед! Культурная политика в СССР. — М.: Издательский дом Высшей школы экономики, 2013. — С. 126.
  49. Дмитриев Т. «Это не армия»: национальное военное строительство в СССР в контексте советской культурно-национальной политики (1920—1930-е годы) // Время, вперед! Культурная политика в СССР. — М.: Издательский дом Высшей школы экономики, 2013. — С. 126.
  50. Дмитриев Т. «Это не армия»: национальное военное строительство в СССР в контексте советской культурно-национальной политики (1920—1930-е годы) // Время, вперед! Культурная политика в СССР. — М.: Издательский дом Высшей школы экономики, 2013. — С. 126.
  51. Дмитриев Т. «Это не армия»: национальное военное строительство в СССР в контексте советской культурно-национальной политики (1920—1930-е годы) // Время, вперед! Культурная политика в СССР. — М.: Издательский дом Высшей школы экономики, 2013. — С. 126.

Һылтанмалар үҙгәртергә