Таганрог троллейбусы

Таганрог троллейбусы — Таганрог ҡалаһының йәмәғәт транспорты .

Эшләй башлаған ваҡыты — 25 декабрь 1977 йыл. 2010 йылда ҡалала 7 маршрут булған. Троллейбустар паркын берҙән- бер депо хеҙмәтләндерә, ул трамвай-троллейбус идаралығы составына инә.

Тарих үҙгәртергә

Беренсе троллейбус линияһы 1977 йыл аҙағында ҡаланың ике тимер юл вокзалын тоташтыра, ул КПСС-тың ҡала комитеты беренсе секретары Б. Ф. Зубрицкий тырышлығы менән булдырылған[1]. СССР-ҙың энергетика машиналар төҙөү министры В. В. Кротов троллейбус депоһын төҙөүгә аҡса бүлгән, бының төп шарты — ҡала властары «Ҡыҙыл Котельщик» заводы территорияһын киңәйтергә ярҙам итергә тейеш булыу[2].

Маршруттар үҙгәртергә

2014 йылдың 1 ғинуарына эшләүсе маршруттар:

Башланғыс туҡталыш Һуңғы туҡталыш Эш көндәрендәге режим Ял көнөндәге эш режимы Интервал эш көндәрендә Интервал

ял көндәрендә

Иҫкәрмә
1 Авиаторҙар майҙаны Яңы вокзал 5:51 — 23:25 6:31 — 15:51 16 — 30 20
2 «Ҡыҙыл котельщик» заводы ПМК 5:38 — 23:31 5:38 — 23:31 22 22 «Йәйғор» баҙарын ике яҡтан кәртәләп.
3 Авиаторҙар майҙаны Кирбес заводы 6:00 — 23:10 6:00 — 23:10 10 — 18 20 — 30
4 Авиаторҙар Майҙаны Галич урамы 6:18 — 17:24 7:16 — 17:24 17 50
5 Галич урамы Яңы вокзал 5:48 — 22:18 6:44 — 16:58 31 — 46 31
7 Авиаторҙар майҙаны «Ҡыҙыл котельщик» заводы 6:47 — 16:18 6:47 — 16:16 30 30

Хәрәкәт итеү составы үҙгәртергә

  • БТЗ-5276-01 (5 берәмек)
  • БТЗ-5276-04 (1 бер.)
  • ВЗТМ-5284.02 (7 бер.)
  • ВМЗ-52981 (5 бер.)
  • ВМЗ-5298.01 «Авангард» (3 бер.)
  • 11 HU STS Steyr (3 бер.)
  • B79T DAF DenOudsten-KM560 / Kiepe (17 бер.)

Юл хаҡы үҙгәртергә

2015 йылғы мәғлүмәт буйынса:

  • Тулы — 14 һум.
  • Уҡыусылар өсөн(студенттар, мәктәп уҡыусылары) — 11 һум 00 тин (1 март, 2015 йыл).
  • Пенсионерҙар өсөн (махсус танытмаһы булғанда) — 8 һум 00 тин

2009 йылда пассажирҙар ағымы түбән булғанлыҡтан түләү системаһы үҙгәртелә. Кондукторҙарҙың байтаҡ өлөшө ҡыҫҡартыла, пассажирҙар алғы ишектән сыға һәм юл хаҡын түләй. Тик барлыҡ троллейбустарҙа ла беренсе ишек аша сығыуҙы ойоштороу техник сәбәптәр арҡаһында мөмкин булмай (мәҫәлән, «ЗиУ» троллейбустарында).

1 октябрь, 2010 йыл. Түләүҙәр системаһы менән бәйле контролде көсәйтеү трамвайҙарҙағы кеүек унификациялана —троллейбусҡа инеү һәм түләү беренсе ишектә, ә троллейбустан сығыу — икенсе һәм өсөнсө ишектә башҡарыла. Әммә троллейбус водителдәре даими рәүештә автобустар һәм маршрут таксиҙары менән ярышыу арҡаһында һәм пассажирҙар сыҡҡанда юл хаҡын түләү күп ваҡытты алғанға күрә был унификациялы алымдан баш тарттылар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бардашенко А. Вести за собой — значит быть впереди // Таганрогская правда. — 2008. — 27 июня.
  2. Зайцев Б. И. Перед временем честен // Первый. Воспоминания о Б. Ф. Зубрицком. — Таганрог: Лукоморье, 2010. — С. 69.

Һылтанмалар үҙгәртергә