Сөнниҙәр

Исламда иң ҙур ағым


Сөнниҙәр, әһле әс-сүннә үәл-жәмә‘ә (ғәр. أهل السنة والجماعة‎ — «Сөннәт һәм община берҙәмлеге кешеләре») — Исламдағы төп һәм иң киң таралған йүнәлеш вәкилдәре.

Суннизм
ғәр. أهل السنة والجماعة

Сөнни йүнәлештәге ислам эшмәкәрҙәре Мухаммед, Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан, Али ибн Әбү Талип, Хәсән ибн Али, Хусейн ибн Али
Башҡа исемдәре:

ахль ас-сунна ва-ль-джамаа

Дин:

ислам

Нигеҙләнгән:

VII век

Төбәктәр

Төньяҡ Африка, Яҡын Көнсығыш, Үҙәк һәм Көньяҡ Азия, Кавказ, Балкан, Волга буйы.

Милләттәр:

ғәрәптәр, берберҙар, фарсылар, төрөктәр, пәнжәптәр, индонезиялылар

Ағзалар һаны:

ок. 1,5 млрд

Нигеҙләүселәр

Абу Ханифа, Малик ибн Анас, Мухаммад аш-Шафии, Ахмад ибн Ханбаль

Хәҙерге вәкилдәре

Хәнәфи мәҙһәб, Мәлики мәҙһәб, Шәфиғи мәҙһәб, Хәнбәли мәҙһәб

Төп храм:

Мечеть аль-Харам

Юғары уҡыу йорттары:

аль-Азхар

Вероубеждение:

асариты, ашариты, матуридиты

Ҡаршы тороусылар:

Шиғыйҙар, хариджиты

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Этимологияһы үҙгәртергә

Сөнниҙәр атамаһы «әһле әс-сүннә үәл-жәмә‘ә» тигәндән килеп сыҡҡан. Беренсе өлөшө (әһле әс-сүннә) Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм уның сәхәбәләренең тотҡан юлынан барыу тигәнде күҙ уңында тота, сөнки сүннә (сөннәт) һүҙенең төп мәғәнәһе — «юл». Сөнниҙәр өсөн Ҡөрьән һәм Сөннәт — Ислам хоҡуҡиәтендә тәүсығанаҡ булып тора, улар Ҡөрьән аяттары һәм хәҙистәр нигеҙендә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә, ә уларҙа аныҡ яуаптар булмаған осраҡта — аҡылға таянып («ижтиһад») ҡарар ҡыла. Исемдең икенсе өлөшө (үә-л-жәмә‘ә) общинаны танып, проблемаларҙы хәл иткәндә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм уның сәхәбәләренең ғәмәли ысулдарына эйәреү тигәнде аңлата. Жәмә‘ә (йәмәғәт)термины тәүге тапҡыр Хәсән ибн Ғәлиҙең Хәлифәлек власын Мүәвиә ибн Әбү Суфиян I ҡулына тапшырғанда мәғлүм булды. Беренсе фетнә — граждандар һуғышы туҡтатылған йыл Ислам тарихына «берҙәмлек йылы» (сәнәт әл-жәмә‘ә) булып инеп ҡалған [1].

Тарихы үҙгәртергә

Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ һәм тәүге өс Хаҡ хәлифә осоронда мосолман өммәте берҙәм була. Хәлифә Ғосман (656) үлтерелгәндән һуң, мосолман йәмғиәте бүлгеләнә, Ғәли ибн Әбү Талип менән Мүәвиә араһында тартҡылашыу процесты тағы ла тәрәнерәккә ебәрә.

Хәлифәлек киңәйгәндән һуң, ислам диненә күскән ҡайһы бер халыҡтар ислам доктринаһына үҙҙәренең элекке инаныс-ҡараштарын индерергә тырышҡан. Был йәмғиәтте икегә бүлеүсе сектантлыҡҡа һәм ҡаршылыҡтарға килтерә. Сиктән сығыусылар һәм сектантлыҡҡа эйәреүселәргә ҡаршы сәхәбәләр һәм уларға эйәреүселәр (тәбиғиндәр) урталыҡ юлда торалар. Ошо юлға нигеҙ һалыусылар тип Ибн Ғүмәр, Ибраһим ән-Нәһаи, Хәсән әл-Басри һәм Әбү Хәнифә һәм башҡа ислам дине белгестәрен һанарға мөмкин [1]

«Әһле әс-сүннә» төшөнсәһе төрлө яҡҡа тарҡатырға тороусыларҙан айырымланырға мөмкинлек бирә. Сөнниҙәр берҙәмлек һаҡлай һәм төрлө бидғәттәргә Ислам тәғлимәтен — ғаҡыданы боҙоуҙарҙан ҡурсып тора. Риүәйәттәргә ярашлы, Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ алдан уҡ өммәтенең бихисап секталарға бүленәсәген, шулай уҡ мосолмандар араһында булған был «ҡотҡарыусы» төркөм нәжиә, буласағын, уның вәкилдәре "Әһле әс-сүннә"нән буласаҡ, тип әйтеп ҡалдырған[1]

Шиғыйҙар, харижиҙар, мүтәзилиҙәр һәм башҡа хизбылар менән аяуһыҙ бәхәстәр нигеҙендә Исламда сөнниҙәрҙең инаныстары теоретик нигеҙҙә нығына. Былар барыһы ла сөнни йүнәлешле матуридиҙар, әшәриҙәр һәм әсәриҙәр (сәләфи) инаныстарына инеп ҡалған һәм бөгөнгәсә сөнниҙәрҙең тәғлимәтен тәшкил итә. Уларҙың үҙ-ара артыҡ принципиаль характерға эйә булмаған айырмалары бар.

Ортодоксаль Ислам дине тәғлимәтен үҫтереүсе бөйөк ғалимдар — Әбү Мансур әл-Матуриди, Әбү-л-Хәсән әл-Әшәри, Әбү Хәмит Әл-Ғазали, Ибн Таймия һәм башҡалар. Дингә ҡараштары менән бер үк ваҡытта сөнниҙәрҙең хоҡуҡи мәктәптәре (мәҙһәбтәре лә) үҫешкән, улар араһындахәнәфи, мәлики, шәфиғи һәм хәнбәли мәҙһәбтәре киң танылыу алған. Хәнәфи мәҙһәбтең күпселек вәкиле матуриди булып тора, күпселек маликиҙәр һәм шәфиғиҙәр — әшәрит, ә хәнбәлиҙәр — сәләфи[1].

 
Мосолмандар 10%-тан күберәк – йәшел — сөнниҙәр, шәмәхә — шиғыйҙар, күк — ғибәҙиҙәр

Таралыуы үҙгәртергә

 
Ислам күп таралған төбәктәр: йәшел — сөнниҙәр, ҡыҙыл — шиғыйҙар, шәмәхә — ғибәҙиҙәр

Сөнниҙәр һаны 1 миллиард 550 миллион самаһы[2] Ислам динендәгеләрҙең яҡынса 90 %[3].

Сөннилек үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Сөнниҙәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ сөннәтенә (ғәмәлдәре һәм әйткәндәренә) эйәреүгә, традицияларға тоғролоҡҡа, Өммәт башлығы — хәлифәне һайлауҙа ҡатнашыуға баҫым яһай.

Сөнниҙәрҙең төп билдәләре:

«Сөннилек» термины ҡасан нығынып киткәне теүәл билдәле түгел, мәгәр шиғыйлыҡ менән сағыштырғанда[4], аныҡ йөкмәткегә эйә: сөннилек — ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ тормош юлына эйәреү. Шиғыйҙар иһә хәлифә итеп хәҙрәте Али вариҫтарын ғына таный.

Хәҙистәр ғилеме үҙгәртергә

Ислам динен таратыуҙың тәүге быуаттарында сөннәтте тәшкил иткән хәҙистәрҙең күпселек өлөшө сәхәбәләр аша телдән таратыла, улар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ һүҙҙәрен йә иһә ғәмәлдәре тураһында шәкерттәргә һөйләйҙәр, шәкерттәр быларҙың барыһын да ятлай һәм, үҙ сиратында, ошо белемде уҡыусыларына тапшыра. Әммә ислам динен таратыу өсөн сәхәбәләр хәлифәлектең төрлө тарафтарына юлланғанға күрә, уларҙың һаны ҡырҡа кәмей, шуға хәҙистәрҙе яҙып алыуға һәм уларҙы яҙма рәүешендә һаҡлауға иғтибар көсәйә. Имам Мәлик ибн Әнәстең «әл-Мүәттә» исемле йыйынтығы тәүге хәҙистәр йыйынтығы булып тора, унда хәҙистәр фикхтың төрлө киҫәктәренә ярашлы классификациялана. Әбү Дауыт хәҙистәрҙе тапшырыусылар исемдәре буйынса классификациялауҙы беренсе булып башлай.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ вафатынан һуң яҡынса 200 йыл үткәс, ислам дин белгестәре йыйған алты эре сөнни хәҙис йыйынтығы яҙыла. Уларҙы Кутуб әс-ситтә («Хәҙистәрҙең алты йыйылмаһы») йәки әс-Сихах әс-ситтә («Ышаныслы алты») тип атайҙар. Рәсми рәүештә уларҙы тәүге тапҡыр XI быуатта ислам дине белгесе Ибн әл-Кайсарани (Ibn al-Qaisarani) бер урынға йыя[5][6].

Кутуб әс-Ситтә хәҙистәренең дөрөҫлөгөнә килгәндә, сөнниҙәр әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарында бирелгән хәҙистәрҙе ышаныслы тип һанай, шул уҡ ваҡытта сөнниҙәр араһында башҡа яҙмаларҙа телгә алынған ҡайһы бер хәҙистәрҙең ышаныслы булыуы тураһында килешмәүсәнлек бар.

Хоҡуҡи мәҙһәбтәр үҙгәртергә

Сөнниҙәр дүрт дини-хоҡуҡи мәктәпте таный, уларҙы мәҙһәб (ғәр. مذهب‎) — (мәҙһәп) тип атайҙар: мәлики, шәфиғи, хәнәфи һәм хәнбәли. Сөнни мәҙһәбтәрҙең береһе — заһири — хәҙерге ваҡытта бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Дүрт мәктәп тә бер-береһенең легитимлығын таный. Мосолман был мәктәптәрҙең теләһә ҡайһыһын һайлап алырға хоҡуҡлы.

Мәлики мәҙһәбе

Мәлики мәҙһәбенә нигеҙ һалыусы тип Мәлик ибн Әнәс һанала. Имам Мәлик юридик күрһәтмәләр һәм хөкөмдәр индереү өсөн түбәндәге сығанаҡтарға таянған: Ҡөрьән, Сөннәт, «Мәҙинә ҡалаһында йәшәгән кешеләрҙең эштәре», сәхәбәләрҙең фекерҙәре, аналогия буйынса фекер йөрөтөү (ҡыяс) һәм «файҙа хаҡына ирекле фекер» (истислах).

Мәликтең шәкерттәре уның эшен дауам итә һәм мәҙһәбте формалаштырыу инициаторы була. Мәлики хоҡуҡи мәҙһәбе күп илдәргә таралған. Мәҙинәнең үҙендә, Хиджазда ла был мәҙһәб популярлыҡ яулай алмай, әммә мосолман донъяһының көнбайышында бик күп эйәреүселәр таба, мәҫәлән, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала һәм мосолман испанияла, ә шулай уҡ Кувейтта һәм Бахрейнда.

Шәфиғи мәҙһәбе

Шәфиғи мәҙһәбенә Мөхәммәт әш-Шәфиғи нигеҙ һалған. был мәҙһәб хәнәфи һәм мәлики мәҙһәбтәренең көслө йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән һәм уларҙың үҙенсәлектәрен үҙ эсенә алған[7]. Законлы ҡарар ҡабул итер өсөн шәфиғи хоҡуҡи белгестәре Ҡөрьәнде, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сөннәтен, абруйлы белгестәрҙең фекерен, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренеңфекерен, ҡыясты һәм истихсабты ҡулланалар.

Хижраның III быуатынан алып шәфиғи мәҙһәбе Мысырҙа ҙур популярлыҡ яулай. Бөгөнгө көндә дәүләттең рәсми идеологияһы шиизм булыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт Иранда өҫтөнлөк итә һәм эйәрсендәрен һаҡлап ҡала. Ираҡта һәм Мәүәрәннәһерҙә шәфиғи мәҙһәбе хәнәфиҙәр менән популярлыҡта ярыша. Бөгөнгө көндә Сүриәлә, Ливанда, Фәләстиндә һәм Иорданияла өҫтөнлөклө булып тора, Ираҡта, Пакистанда, Һиндостанда, Малайзияла һәм Индонезияла, шулай уҡ Дағстанда, Чечняла һәм Ингушетияла күп һанлы эйәрсендәре бар[8][9]. Шәфиғи мәҙһәбе положениелары Сомали, Комор һәм башҡа ислам дәүләттәре ҡануниәтенең нигеҙен тәшкил итә[10].

Хәнәфи мәҙһәбе

Хәнәфи мәҙһәбенә нигеҙ һалыусы тип Әбу Хәнифә һәм уның уҡыусылары Мөхәммәт әш-Шәйбәни, Әбу Йософ һәм Зөфәр ибн әл-Хузәйел һаналалар.

Хәнәфи мәҙһәбе — бөтә хоҡуҡи мәктәптәр араһында иң таралғаны. Хәнәфиҙәр Урта һәм Үҙәк Азияла, Көньяҡ Азияла (Афғанстан, Пакистан, Һиндостан), Әзербайжанда, Төркиәлә, Сүриәлә, Мысырҙа һәм башҡа илдәрҙә йәшәй. Рәсәйҙә хәнәфиҙәр — татарҙар, башҡорттар, нуғайҙар[11], ҡарасайҙар, адыгтар (адыгейҙар, ҡабарҙылар, черкестар), абазиндар, Дағстандағы ҡумыҡтарҙың бер өлөшө[12] һәм башҡа халыҡтар.

Хоҡуҡи күрһәтмәләр биреүҙең Хәнәфи ысулы түбәндәге сығанаҡтарға нигеҙләнә: Ҡөрьән, сөннәт, берҙәм фекер, сәхәбәләр, Пәйғәмбәр сәхәбәләренең шәхсән фекерҙәре, Ҡөрьәндә булған менән аналогия буйынса фекер йөрөтөү, истихсан һәм урындағы йола.

Әбү Хәнифә бөтә мираҫын тиерлек телдән үҙ шәкерттәренә тапшырған, улар мәҙһәб положениеларын яҙып алған һәм системалаштырған. Әбү Хәнифә мәктәбен һаҡлауҙа, системалаштырыуҙа һәм таратыуҙа уның ике иң билдәле уҡыусыһы ҙур роль уйнай.  — Әбү Йософ һәм Мөхәммәт әл-Шәйбәни.

Хәнәфи мәҙһәбендә хоҡуҡи ҡарарҙар ҡабул итеү ысулдарының береһе — абруйлы шәхестәр ҡарарҙарының аныҡ иерархияһы (Әбү Хәнифә, Әбү Йософ, әш-Шәйбәни, башҡалар). Әгәр ниндәй ҙә булһа проблемала ҡыясты ла, истихсанды ла ҡулланырға мөмкин булһа, күп осраҡта истихсан өҫтөнлөклө була. Төрлө күрһәтмәләрҙән һайларға кәрәк булһа, иң ышаныслы йәки күпселек фекеренә өҫтөнлөк бирелә. Көсһөҙ һәм шикле хәҙистәр аргумент сифатында тик айырым осраҡтарҙа ғына ҡулланыла. Башлыса өҫтөнлөлөк истихсанға бирелә.

Ғосман һәм могол империяларында хәнәфи мәҙһәбе дәүләт статусын ала.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Али-заде, 2007
  2. «Сколько мусульман в мире?» // Сайт «Имам. Ру» (www.imam.ru)  (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2014)
  3. Волков В. Основные направления и течения в исламе // журнал «Отечественные записки», 2003. — № 5 (14). 2015 йыл 7 сентябрь архивланған.
  4. Ислам // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  5. Ignác Goldziher, Muslim Studies, vol. 2, pg. 240. Halle, 1889—1890. ISBN 0-202-30778-6
  6. Scott C. Lucas, Constructive Critics, Ḥadīth Literature, and the Articulation of Sunnī Islam, pg. 106. Leiden: Brill Publishers, 2004.
  7. Ислам: ЭС, 1991, Шафиитский мазхаб, с. 295—296
  8. Абу́ Абда́ллах Мухаммад ибн Идри́с аш-Ша́фии 2013 йыл 21 июнь архивланған. deprel.ru
  9. Конфессиональный состав населения России freereligion.ru
  10. Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — С. 251—252. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  11. Верования ногайцев. Кавказский узел. — «Ногайцы в основной своей массе — мусульмане-сунниты ханафитского толка». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  12. Мичигишев, Азиз Мусульмане Осетии. Islamdag.ru (31 август 2010). — «Здешние кумыки сунниты и в большинстве своём придерживаются ханафитского мазхаба, но есть и шафииты». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Ахль ас-Сунна ва'ль-Джамаа // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • [[]]. Сөнниҙәр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991.
  • Г.М. Керимов. Шариат. Закон жизни мусульман. — СПб: Диля, 2009. — 512 с. — ISBN 9785885035798.
  • Браницкий А. Г., Корнилов А. А. Религии региона. — Н. Новгород: ННГУ имени Н. И. Лобачевского, 2013. — 305 с.
  • Хишам Юсри аль-Араби. География правовых школ = جغرافية المذاهب الفقهية. — 1. — Каир: Дар аль-Басаир, 2005. — 93 с.
  • Мухаммад Абу Захра. История исламских мазхабов = تاريخ المذاهب الإسلامية. — Каир: Дар аль-фикр аль-Араби.