Сөмбөлдөң етенсе йәйе

«Сөмбөлдөң етенсе йәйе» — 2002 йылғы Рәсәй кинофильмы. Фильмда Сталин репрессия машинаһының тирмән ташына эләккән һәм Башҡортостандың алыҫ мөйөштәренә ҡасып ҡотолорға мәжбүр булған НКВД лейтенанты ғаиләһенең яҙмышы тураһында һөйләнелә.

Сөмбөлдөң етенсе йәйе
Жанр фильм-драма[d]
Ил  Рәсәй
Әҫәр яҙылған тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 2002
Режиссёр Йосопов Булат Тимербай улы
Ролдәрҙә Бабич Рушанна Юрий ҡыҙы
Етештереүсе компания Башҡортостан
Оҙайлылыҡ 110 Минут

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе үҙгәртергә

1937 йыл. НКВД офицеры Ҡурамша Йәнбирҙин үҙенең ҡатыны совет власына ҡаршы пропаганда таратыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынасағын белеп ҡала. Ул ете йыл буйына, уларҙың тәүге осрашыу мәленән алып, үткәнен йәшереп йөрөүенә ҡарамаҫтан, Ҡурамша уны ярата һәм уның үткәненә шикләнмәй. Уларҙың ҡыҙы бар, һәм ул ҡаланан ҡасырға хәл итә. Ҡасҡындарҙың юлы төпкөлдә ятҡан ауылға төшә, унда Ҡурамшаның хәрби дуҫтары — Таһир һәм Әхәт йәшәй. Улар бергәләп совет власы өсөн көрәшкән булалар. Әммә ҡасҡындарға эҙләү иғлан ителгән була.

Ролдәрҙә үҙгәртергә

  • Рәсүл Ҡарабулатов — Ҡурамша
  • Рушанна Бабич — Фирҙәүес
  • Камилла Бикҡолова-Кусимова — Сөмбөл
  • Алмас Әмиров — Әхәт Ғәйфулин
  • Нәғим Нурғәлин — Таһир
  • Валерий Малюшин — Иван Петрович
  • Тәлғәт Йосопов — Самат
  • Гөлшат Ғайсина — Гөлсәриә
  • Айрат Мусин — Муллаян

Ижади төркөм үҙгәртергә

  • Сценарий авторы: Мәғәфүр Тимербулатов, Булат Йосопов
  • Режиссер: Булат Йосопов
  • Оператор-ҡуйыусы: Анатолий Лесников
  • Ҡуйыусы рәссам: Дмитрий Хильченко
  • Композитор: Урал Иҙелбаев
  • Продюсер: Рәис Исмәғилев

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Фестивалдәрҙә ҡатнашлығы һәм бүләктәре: 2002 йыл — 11-се Балтия һәм БДБ илдәре халыҡ-ара фестивале. «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы конкурстан тыш күрһәтелә. 2002 йыл — 8-се «Сталкер» халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау фестивале — «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы өсөн кино белгестәре һәм кино тәнкитселәре гильдияһы призы. 2003 йыл — 24-се Мәскәү Халыҡ-ара Кинофестивале — «Рәсәй төбәктәрендә кино» махсус программаһында «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы күрһәтелде. 2004 йыл — «Встречи в сибири» кинофестивалендә «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы күрһәтелде. 2004 йыл — «Кун десегей» Яҡутск кинофестивалендә, иң яҡшы фильм өсөн приз.

Һылтанмалар үҙгәртергә