Сөләймәнова Гүзәл Ғәли ҡыҙы

башҡорт балет бейеүсеһе

Сөләймәнова Гүзәл Ғәле ҡыҙы (25 февраль 1927 йыл — 14 апрель 1969 йыл) — башҡорт балет артисы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы.

Сөләймәнова Гүзәл Ғәли ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 апрель 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Уҡыу йорто А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Гүзәл Ғәли ҡыҙы Сөләймәнова 1927 йылдың 25 февралендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы Шәғәли ағай сығышы менән Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылынан, әсәһе Ғәбиҙә Ғиләжетдин ҡыҙы Ҡудашева Шишмә районы Келәш ауылынан..

1936 йылдан 1947 йылға тиклем Ленинград хореография училищеһында башҡорт бүлексәһендә белем ала. Н. А. Камаковала, М. Ф. Романовала уҡый.

Уҡыуҙы ваҡытлыса туҡтатып торған осорҙа 1941 йылда Өфө ҡалаһына ҡайта. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй башлай. Спектаклдәрҙә солист булараҡ сығыш яһай.

Һуғыш башланғас, Киев опера һәм балет театры Өфө ҡалаһына эвакуациялана. Киев опера һәм балет театры балеринаһы Антонина Васильева Гүзәл Ғәли ҡыҙы менән шөғөлләнә. Гүзәл өсөн «Коппелия» балетынан Сванильданың әхирәте партияһын әҙерләтә.

1943 йылда Сөләймәнова уҡыуын дауам итеү өсөн Пермь ҡалаһына китә, сөнки Ленинград хореография училищеһы менән Ленинград опера һәм балет театры Пермгә эвакуацияланған була.

1944 йылда Башҡорт автономияһының 25 йыллығында сығыш яһау өсөн Өфө ҡалаһына ҡайта. Юбилейға арнап ҡуйылған «Сыңрау торна» балетында сығыш яһай.

1947 йылда училищены тамамлай. Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә классик балет әҫәрҙәренән тыш, башҡорт балет әҫәрҙәрендә бейей. «Сыңрау торна»ла — Зәйтүнгөл, «Тау бөркөтө»ндә — Салауат Юлаевтың ҡатыны Әминә, «Ҡара йөҙҙәр»ҙә Ғәлимә партияһын башҡара.

Театр менән 18 илдә һәм СССР буйлап сығыш яһай.

1969 йылдың 14 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була, шунда ерләнә[1].

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре үҙгәртергә

1945 йылда «Баҡсаһарай фонтаны» балетында Мария партияһы уның дебюты була.

П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»ндә — Одетта-Одиллия, А.Ключаревтың «Тау әкиәте» балетында — Зарифа, Л. Степановтың «Сыңрау торна»һында — Зәйтүнгөл, Рейнгольд Глиэрҙың «Ҡыҙыл мәк» балетында — Тао-Хоа, Людвиг Минкустың «Дон-Кихот»нда — Китри, Н.Сабитовтың «Гөлнәзирә» балетында — Гөлнәзирә һәм «Тау бөркөтө»ндә — Әминә, Х.Заимов менән А.Чугаевтың «Ҡара йөҙҙәр» балетында Ғәлимә партияһын башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1953).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1955).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Саитов С. Танец ликующий. Уфа, 1968;
  • Жиленко Н. «О чём этих линий полёт, неужто он тоже не вечен?» //Гран-па башкирского балета. Уфа, 2007.
  • Башкирская энциклопедия. Уфа. Изд. Башкирская энциклопедия. 2007.

Хәтер үҙгәртергә

Өфө ҡалаһының Октябрь революцияһы урамындағы 9-сы йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һылтанма үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә