Сәүҙә бинт Зәмғә (Сәүдә бинт Зәмғә)(ғәр. سودة بنت زمعة‎, ингл. Sawda bint Zamʿa) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең икенсе ҡатыны, уға Рәсүлебеҙ Хәҙисә р.ғ. вафатынан һуң, 53 йәшендә, Мәҙинәгә күскәс өйләнә.

Сәүҙә бинт Зәмғә
ғәр. سودة بنت زمعة‎
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 589
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 1 сентябрь 674
Вафат булған урыны Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Хәләл ефете ас-Сакран ибн Амр[d][1] һәм Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[1]
Һөнәр төрө Компаньонка
 Сәүҙә бинт Зәмғә Викимилектә

Мөхәммәт с.ғ.с менән ғаилә ҡороғанға тиклемге тормошо үҙгәртергә

Сәүдә Инәбеҙ тәүгеләрҙән булып Ислам ҡабул итеүселәрҙән. Эҙәрлекләүҙәргә сыҙамай, динен һаҡлар өсөн ул хәләл ефете Сакран ибн Әмир менән Хәбәшстанға (Эфиопияға) сығып киткән була. Бар мал-мөлкәте, йорттары Мәккәлә ҡала. Яңы урында Сакран ибн Әмир ауырып китә һәм кире ҡайтырға мәжбүр була. Ошонда ул вафат була, һәм Сәүдә биш балаһы менән тол ҡала. Ифрат ипле, алсаҡ, тоғро һәм диндар, ярайһы уҡ оло йәштәге (ул саҡта кеше ҡыҫҡа ғүмерле булыуын иҫтә тотоп) был ҡатын ниндәй һынауҙарға осраһа ла Исламдан сыҡмай, сабырлыҡ менән балаларын тәрбиәләй.

Мөхәммәт с.ғ.с менән ғаилә ҡороуы үҙгәртергә

Хәҙисә р.ғ. хәләл ефетенә Пәйғәмбәрлек иңгәненә 10 йыл тигәндә яҡты донъяны ҡалдырып киткәс, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Сәүдә бинт Зәмғә менән никахлана. Ул заман өсөн ҡатын ярайһы оло йәштә тип һанала. Сәүдә Рәсүл тиклем кешегә лайыҡлы ҡатын була алырына башта шикләнә. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм тол ҡатын йортона һоратырға үҙе килә. Ҡатындың береһенән-береһе вағыраҡ балаларын күреп, үҙ етемдәрен иҫенә төшөрөп, Пәйғәмбәребеҙ улар хаҡында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә алырға ҡарар итә.

Сәүдәнең атаһы ул ваҡытта әле мосолман булмаған. Әммә ҡыҙын Пәйғәмбәребеҙгә бирергә ризалашҡан, уның яҡшы яҡтарын күреп, ихтирам иткән.

Апаһы һоратылған саҡта хажда йөрөп ҡалған ҡустыһы Ғәбид уның кемгә кейәүгә сыҡҡанын белгәс, ризаһыҙлыҡ күрһәткән. Һуңғараҡ, мосолман булып киткәс, был хаҡта иҫкә төшөрөүҙәрен яратмаған, бик оялған һәм,

Сәүдә р.ғ алдағы бар ғүмерен хәләл ефетенә һәм балаларына хеҙмәт итеүгә бағышлай. Рәсүлдең ҡыҙҙары Фатима менән Өммөгөлсөмгә лә ул үҙ әсәләрендәй булырға тырыша, улар хаҡында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Ғәйшә р.ғ көндәш булып килгәс, уға ла ярарға тырыша, үҙенең нәүбәтен уға бирә.

Сәүдә р.ғ. ҡулында бер ваҡытта ла артыҡ мал тотмаған, килеп ингәнен гел мохтаждарға таратҡан. Туғандарын, яҡындарын өгөтләп, Һижрәгә тиклем үк әле Исламға индереп бөткән.

Мосолмандарға ҡаршы яуҙарҙа Сәүдә Инәбеҙ ҙә ҡатнашҡан: яугирҙәрҙең яраһын бәйләгән, һыу ташыған.

Хәләл ефете Бәхилләшеү хажына барғанда ул да бергә булған.

Сәүдә р.ғ. башҡаса хажға ла, үмрәгә лә бармай. Ул етмештән уҙып, хәҙрәти Ғүмәр хәлифә саҡта йән бирә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Али-заде А. Сауда бинт Зама (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8