Сәлмәнов Салауат Рафиҡ улы

Сәлмәнов Салауат Рафиҡ улы (30 апрель 1952 йыл) — СССР һәм Рәсәй композиторы, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Композиторҙар союздары ағзаһы. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).

Сәлмәнов Салауат Рафиҡ улы
Тыуған

30 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Мәскәү

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор, педагог

Инструменттар

фортепиано

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008)

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты ҡарамағындағы материаль[1] булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы үҙгәртергә

Салауат Рафиҡ улы Сәлмәнов 1952 йылдың 30 апрелендә билдәле композитор Рафиҡ Вафа улы Сәлмәновтың ғаиләһендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Композитор Айһылыу Сәлмәнованың ағаһы.

Музыка мәктәбен, сәнғәт училищеһын тамамлағас, Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Музыкаль педагогик институтҡа уҡырға инә. Пейко Николай Иванович класында уҡый (Мәскәү). 1979 йылда уҡыуын тик юғары билдәләогә генә тамамлай.

1979—1988 йылдарҙа Учалы музыҡа учищеһында эшләй. Тап ошонда уның педагог һәм музыка белгесе булараҡ хеҙмәт юлы башлана.

1988 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыкаль мәктәп-лицейында эшләй.

1989 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында студенттарҙы музыка серҙәренә өйрәтә.

Композиторҙар класында махсус курс, музыковедтарҙа полифония, оркестровка һәм башҡа предметтар буйынса дәрестәр алып бара.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Төрлө музыкаль жанрҙарҙа күп әҫәр яҙған композитор. Уның көйҙәренә милли колорит хас. Хор өсөн яҙылған көйҙәре айырыуса иғтибарға лайыҡ: «Салауатҡа мәҙхиә» симфонияһы (2004), «Бәләкәй йылғаларға мәҙхиә» (1995), «Урал аръяғы йырҙары» (1996), «Энә терапияһы» (1996), «Төнгө йырҙар» (2003), «Көн һайын» (2005) һәм башҡа циклдар.

Симфоник оркестр өсөн триптихта (1979), Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарының оркестры өсөн фантазияла (2001), башҡорт шағирҙарының шиғырҙарына хор а сареllа өсөн «Салауатҡа мәҙхиә» вокаль симфонияһында, «Урманда иртә» («Утро в лесу», икеһе лә — 2005) симфоник картинаһында, Рәшит Шәкүр шиғырына «Уралымдың ағым һыуҙары» (1995) хор циклында, тауыш һәм симфоник оркестр өсөн «Зөлхизә» (1996), «Бейеш», "Таштугай ' халыҡ йырҙары эшкәртмәләрендә (икеһе лә — 2007) неофольклоризм эстетикаһына хас булған халыҡ музыкаһының ижади байлығы сағыла.

  • Т. С.Дәүләтбирҙина шиғырына «Төнгө йырҙар» (1998)
  • М. Ямалетдин шиғырына «Көн һайын» (1999) хор циклдары
  • Р. Т. Бикбаев, Р. Й.Ғарипов, Р. Ф. Мифтахов, Әхмәт-Хужа шиғырҙарына вокаль циклдар, романстар.
  • Камера-инструменталь ижадында оҙон көй, ҡобайыр, инструменталь көй жанр моделдәрен тергеҙә: полифоник сюиталар (1980, 1984), «Учалы күренештәре» («Учалинские зарисовки», 1985) циклы, фортепьяно өсөн «Ангиметон ладта биш фуга» («Пять фуг в ангиметонных ладах», 2009),
  • Башҡорт халыҡ көйҙәре темаларына ҡыллы квартет өсөн биш пьеса (1994), төрлө музыка ҡоралдары өсөн сонаталар.
  • Балалар музыкаһы әҫәрҙәре араһында фортепьяно өсөн 3 прелюдия;
  • Халыҡ һүҙҙәренә ҡатын-ҡыҙҙар (балалар) хоры өсөн «Бишек йырҙары» (2002)
  • «Теләктәр һәм арбауҙар» (2007)
  • «Әкиәт, уйын һәм түңәрәк көйҙәре» (2008) миниатюралар циклы, телеспектаклдәргә музыка, йырҙар һәм башҡалар.
  • Мәскәү гастроле өсөн Башҡор­тостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған «Дуҫ булайыҡ» спектакле Башҡортостан Республикаһы дәүләт ҡурсаҡ театры тарафынан иң яҡшы постановка булараҡ һайланып алына (2007).

Ярайһы уҡ ҙур өлөшөн балалар сәнғәтенә арнаған. Кескәй тамашасылар тарафынан уның «Ҡыйыу ҡуян» телеспектакле айырыуса йылы ҡабул ителә.

Уның балалар өсөн яҙылған етмешкә яҡын йыры, һикһәндән ашыу хор көйө бар. Фортепиано һәм башҡа музыкаль ҡоралдар өсөн яҙылған байтаҡ әҫәре балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль программаларында ҡулланыла, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә яңғырай һәм юғары урындар яулай.

Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Анна Разумова фортепиано буйынса республика конкурсында С. Сәлмәновтың «Импровизация» исемле пьесаһын башҡарып, беренсе премияға лайыҡ була.

Ш. Бикмөхәмәтов етәкселегендә башҡарылған хор циклы Финляндияла уҙған конкурс-фестивалдә 3-сө урынды яулай (2002).

Шул уҡ әҫәр Мәскәүҙә «Звучит Москва» исемле хор конкурсында башҡарыла (2003), ә «Әкиәттәр, уйындар, түңәрәк бейеүҙәр» исемле циклдың хорҙары Өфөлә, Волга буйы — Урал композиторҙарының фестивалендә яңғырай (2008).

Салауат Рафиҡ улы шулай уҡ халыҡтан яҙып алынған 150-нән ашыу йырҙы расшифровкалап, уларҙың нотаһын да тергеҙә, бер нисә фольклор йыйынтығының музыкаль мөхәррире лә була (һуңғы эштәренең береһе, мәҫәлән, «Башҡорт халҡының оҙон көйлө йырҙары» (2007).

С. Сәлмәнов 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының, 1999 йылдан Рәсәй Федерация­һының Композиторҙар союзы ағзаһы.

2008 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре» исеме бирелә.

Уҡыусылары үҙгәртергә

Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары һәм дипломанттары — 3.

Халыҡ-ара лауреаттары һәм дипломанттары — И.Ғөбәйҙуллина , Ф. Ибраһимов, Б. Исламов, Г. Баязитова.

Республика конкурстары лауреаттары — И. Губайдуллина, З. Исмагилова, А. Хамзин,Шәүрә Ғаббасова, Айҙар Хазин, Фәнил Ибраһимов, Урал Мөхәмәтйәров, И.Ғөбәйҙуллина һәм башҡалар.

Китаптары үҙгәртергә

  • Сысҡан көлә бесәйҙән: йырҙар. Өфө, 1996; Хор әҫәрҙәре. Өфө, 2007.
  • Күңелем ашҡына изгелек эшләргә: Ноталы-йырлы йыйынтыҡ / Төҙ., муз. ред.. —Өфө: РИЦ УГАИ, 2008.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Состав (.doc). Министерство культуры Республики Башкортостан. Дата обращения: 2 июль 2016. 2016 йыл 28 май архивланған.(рус.) (.doc). Министерство культуры Республики Башкортостан. 2 июль 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә