Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы

Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы (4 сентябрь 1950 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, агроном, иҡтисадсы, ғалим, иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыуҙы үҫтереүҙәге өлөшө» Почёт билдәһе менән бүләкләнгән.

Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы
Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы 39-сы бер мандатлы Төньяҡ-Көнсығыш һайлау округының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышы депутаты (2000 - 2007).
 
Тыуған: 4 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (73 йәш)
СССР, Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Ҡәҙер ауылы
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ғилми дәрәжәһе: иҡтисад фәндәре докторы
Профессияһы: агроном, иҡтисадсы, йәмәғәт эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Франис Әсҡәрйән улы Сәйфуллин 1950 йылдың 4 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Ҡәҙер ауылында тыуған, башҡорт, юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия бүлеген тамамлаған. Иҡтисад фәндәре докторы.

Хеҙмәт юлын 1967 йылда Дыуан районының Киров исемендәге колхозында колхозсы булып башлай.

1968—1970  — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1970—1975 — механизатор.

1975—1981  — Дыуан районы Киров исемендәге колхозының агрономы.

1981—1982 — Дыуан районы Рухтин ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе.

1982—1987 — Дыуан районы «Урал» колхозы рәйесе.

1987—1990  — КПСС-тың Дыуан район комитетының икенсе секретары.

1990—1993  — Дыуан район советы башҡарма комитеты рәйесе, Дыуан район хакимиәте башлығы.

1993—1995  — ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары.

1995—2000  — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры.

Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

2000—2007 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышы депутаты.

2008 йылда Башҡортостан Республикаһы 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, ауыл хужалығы, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу мәсьәләләре буйынса Комитет рәйесе.

2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Урынбаҫары

Бөтөн Рәсәй сәйәси «Берҙәм Рәсәй» партияһының фракция ағзаһы.

Өйләнгән, дүрт ҡыҙ атаһы.

Наградалары һәм дәрәжәһе үҙгәртергә

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә