Сәйфуллина Лидия Николаевна

Сәйфуллина Лидия Николаевна (22 март 1889 йыл25 апрель 1954 йыл) — рус яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, китапханасы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Лидия Сәйфуллина
рус. Лидия Николаевна Сейфуллина
Тыуған көнө

22 март 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Варламово

Вафат булған көнө

25 апрель 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (65 йәш)

Вафат булған урыны

РСФСР, Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

прозаик, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, китапханасы

Наградалары һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

 Сәйфуллина Лидия Николаевна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Лидия Николаевна Сәйфуллина 1889 йылдың 22 мартында Ырымбур губернаһы Варламово ауылында татар сығышлы священник ғаиләһендә тыуған.

1904 йылда Ырымбур епархия ҡатын-ҡыҙҙар училищеһын, ә 1905 йылда Омск 1-се гимназияһын тамамлай.

1906 йылдан Орск ҡатын-ҡыҙҙар 2 класлы училищеһында, 1907 йылдан Орск ҡала училищеһында уҡытыусы булып эшләй.

1909 йылдан Орск театры труппаһы составында Вильнюс, Владикавказ, Ташкент, Ырымбур ҡалаларында сығыш яһай. 1911 йылдан Орск өйәҙенең Аҡһаҡал, Ҡарайғыр утарҙары мәктәптәрендә уҡыта.

1915 йылдан Орск өйәҙенең Һамар утары китапханаһы мөдире булып эшләй. Революция осоронда был утар кешеләре араһында барған киҫкен синфи көрәште «Перегной» повесында һүрәтләй.

1917 йылда А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты эргәһендәге китапханасылар курстарын тамамлай.

1917 йылда Орск өйәҙенең 1-се крәҫтиән съезында делегат була, земствоһы гласныйы итеп һайлана.

1919 йылдан — Силәбе өйәҙе халыҡ мәғарифы бүлегендә, Силәбе губерна халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй.

1920 йылда Мәскәүҙә Юғары фәнни-педагогик курстарын тамамлай. 1921 йылдан Новосибирск ҡалаһында Себер дәүләт нәшриәтендә сәркәтип була, «Сибирские огни» журналын нигеҙләүҙә ҡатнаша.

1923 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. 1932 йылда РСФСР Совет яҙыусылары союзының ойоштороу комитеты составында була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарҙа әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, корреспондент булараҡ фронтта була.

1954 йылдың 25 апрелендә Мәскәү ҡалаһында вафат булған.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

«Правонарушители» (1922, башҡа телдәргә тәржемә ителә), «Перегной» (1923), «Виринея» (1924; 1925 йылда пьесаға үҙгәртелә, 1968 йылда экранлаштырыла) һәм башҡа повестарының авторы.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Правонарушители, 1922
  • Четыре главы, 1922
  • Перегной, 1923
  • Виринея, 1924
  • Собрание сочинений, 4 тт., изд. «Современные проблемы», М., 1924—1926 (выдержало 4 изд.);
  • Собр. сочин., 6 тт., Гиз — ГИХЛ, М. — Л., 1927—1931 (неск. изд.);
  • Встреча, Рассказы, Гиз, М. — Л., 1926;
  • Выхваль, «Новый мир»; 1929, № 1;
  • Губернатор, Комедия в 1 д., изд. «Современные проблемы», М., 1927;
  • Гибель, Рассказы, «ЗиФ», М. — Л., 1930;
  • Избранное, изд. Московского т-ва писателей, М., 1932;
  • Попутчики, Пьеса в 4 д., 9 карт., ГИХЛ, [М. — Л.], 1933;
  • Сейфуллина Л. и Правдухин В., Черный Яр, Пьеса в 4 д. и 10 карт., ГИХЛ, М. — Л., 1931;
  • Критика моей практики, Профиздат, М., 1934 (Мой творческий опыт рабочему автору);
  • Повести и рассказы, изд. Московского т-ва писателей, М., 1934.
  • О литературе. Статьи и воспоминания, 1958
  • Собрание сочинений: В 4 т. М., 1968—1969.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сәйфуллина Лидия Николаевна «Силәбе» энциклопедияһында
  • Лидия Сейфуллина / Под ред. Е. Никитиной. М., 1928;
  • Яновский Н. Лидия Сейфуллина. М., 1959;
  • Шмаков А. Художник и жизнь // Сейфуллина в воспоминаниях современников. М., 1961;
  • Шмаков А. Наше литературое вчера. Ч., 1962;
  • Дергачева Э. Сейфуллина на Урале // О писателях-земляках: Лит.-критич. ст. Ч., 1971;
  • Казаков А. Уральская Виринея // ЧР. 1989. 2 апр.

Статья основана на материалах Литературной энциклопедии 1929—1939.