Сыбар ҡурҙай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Тарғай һымактар
Ғаилә: Ҡупшыҡайҙар
Төр: Сыбар ҡурҙай
Латинса исеме
Acrocephalus schoenobaenus
(Linnaeus, 1758)
ITIS 558428
NCBI 52609

Сыбар ҡурҙай, ҡамыш турғайы, ҡамыш сыпсығы[1]. (рус. Камышевка-барсучок, лат. Acrocephalus schoenobaenus) — турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 148384

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Турғайҙан бәләкәйерәк. Үлән һәм ҡамыш араларында осоп йөрөүсе бәләкәй генә ҡошсоҡ, һырты ерәнһыу сыбар. Ҡанат ҡауырһындарының ситтәре аҡһыл һары, уртаһы ҡара. Түбәһенән өс -буй ҡара һыҙыҡ үтә, ҡашы аҡ. Ҡорһағы һәм түше аҡһыл-ерән. Башҡа ҡурҙайҙарҙан ҡара һыҙыҡлы түбәһе менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы көслө генә: «шиҡ-шиҡ».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Сырылдап һайрай, башҡа ҡоштарҙың да тауышын сығара, һыуға яҡын ҡамышлыҡ, бейек үлән, тал араларында йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ҡамыш йәки үлән һабаҡтарында була. Ҡара һәм көрән таптар менән сыбарланған 4—5 бөртөк аҡ йомортҡа һала.

Таралыуы үҙгәртергә

Ул бөтә Европала тиерлек апрелдән октябргә тиклем осрай. Уның ҡышлау урындары Сахаранан көньяҡта. Осош ваҡыты һәм йүнәлеше тыумыштан булған һәләттәр менән билдәләнә. 6000 км самаһы төнгө осоу өсөн ҡош май запасы туплай.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Сыбар ҡурҙай бөжәктәр, үрмәкселәр, ваҡ моллюскылар һәм еләктәр менән туҡлана.

Үрсеүе үҙгәртергә

 
Йомортҡа, Висбаден музейы коллекцияһы

Енси яҡтан бер йылдан өлгөрә. Инкубацияның төп осоро май айынан июлгә тиклем. Ояһын ҡуйы үҫемлектәр араһында ҡора. Инә ҡош 4 — 6 йомортҡа һала. Йомортҡаларҙы икеһе лә алмашлап — 12-нән 14 көнгә тиклем баҫа. Йәш ҡоштар 10 — 12 көндән һуң үҙ аллы булып китә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 330. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.

Һылтанмалар үҙгәртергә