Сунь Аксельссон

швед яҙыусыһы, тәржемәсе һәм тәнҡитсе.

Миньон (Сунь) Вальгейде Аксельссон-Пипер (швед. Mignon Sun Walheide Axelsson Piper; 10 август 1935 йыл, Гётеборг, Швеция — 14 ғинуар 2011 йыл, Стокгольм, Швеция[5][6]) — швед яҙыусыһы, тәржемәсе һәм тәнҡитсе.

Сунь Аксельссон
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 10 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Оскар-Фредрик[d], Гётеборг[d], Гётеборг-Бохус[d], Швеция[1][2]
Вафат булған көнө 14 ғинуар 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[4][1][3] (75 йәш)
Вафат булған урыны Högalid Parish[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[1]
Яҙма әҫәрҙәр теле швед теле
Һөнәр төрө тәржемәсе, журналист, әҙәби тәнҡитсе, шағир, яҙыусы, сценарий яҙыусы, кинорежиссёр
Уҡыу йорто Стокгольм университеты[d]
Жанр шиғыр[d], роман, хикәйә һәм статья[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт estocolmo.se/sun/sun.html
Тасуирлау биттәре nordicwomensliterature.net/…
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Сунь Аксельссон Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Сунь ҡала баҡсасыһы Карл Эдвин һәм Миньон Аксельссон ғаиләһендә кинйә ҡыҙ була. Стокгольм университетын («әҙәбиәт тарихы» специальносы), тамамлағас, Стокгольм мәктәптәрендә уҡыта һәм BLM һәм Ord & Bild баҫмаларында журналист булып, шулай уҡ бер нисә көндөҙгө һәм киске гәзиттәрҙә — Expressen, Aftonbladet һәм Stockholms-Tidningen эшләй. Paletten һәм Chaplin баҫмаларында тәнҡитле мәҡәләләр баҫтыра.

Аксельссон күп ваҡытын Грецияла һәм Латин Америкаһы илдәрендә үткәрә. 1960 йылдарҙа ул Сантьяго университетында эшләй. Никанор Парра, менән яҡын мөнәсәбәттә, яҙыусылар Пабло Неруда, Хорхе Тейльер, Энрике Лин, Хорхе Эдвардс һәм Виолетта Парра менән дуҫ була. 1998 йылда Сунь Аксельссон чили мәҙәниәте адындағы ҡаҙаныштары өсөн чили хөкүмәтенән Габриэлы Мистраль исемендәге диплом ала.

Яҙыусы үҙенең тәьҫораттарын «Ут сәңгелдәге» һәм «Ауыҙҙағы таштар» әҫәрҙәрендә тапшыра, һуңғы китабын Ян Улоф Хедлунд псевдонимы аҫтында баҫтыра. Аксельссон Чилиҙағы 1973 йыл переворот шаһиты була һәм ул ваҡиғаларҙы «Чилиҙағы террор» йыйынтығында һүрәтләй.

Шиғриәт йыйынтыҡтары, прозаик әҫәрҙәре һәм бер нисә испан яҙыусыһы тәржемәләре баҫтырғандан һуң, 1978 йылда Аксельссон үҙен «Тормош тураһында хыял» исемле автобиографик романға арнай. Был — трилогияның тәүге өлөшө. Киләһе өлөштәре — «Баллы бүреләр» һәм «Йылдың төнгө ваҡыты».

Яҙыусы Федерико Гарсиа Лорка, Хорхе Луис Борхес, Гарольд Пинтер, Яннис Рицос, Октавио Пас, Хорхе Тейльер, Тереса Кальдерон, Томас Харрис, Серхио Бадилья Кастильо, Хуан Камерон, Серхио Инфанте һәм Карлос Хейвитс авторҙарының әҫәрҙәрен испан, француз, инглиз һәм грек теленән швед теленә тәржемә итә.

Сунь Аксельссон Швед радиоһында 1979, 1985, 1986, 1993 йылдарҙа «Йәй» (швед. Sommar) популяр программаһын алып бара. Шулай уҡ ул Швед телевидениеһында эшләй, бынан тыш, яҙыусылар Артур Лундквист һәм Пабло Неруда хаҡында документаль фильм төшөрә.

Яҙыусы бер нисә әҙәби премия ала. Ул бик күп шиғриәт фестивалдәрендә ҡатнаша — айырым алғанда, Рим, Лахти, Струг (Югославия) һәм Канада ҡалаларында.

Оҙаҡлы ауыр ауырыуҙан һуң 2011 йылдың 14 ғинуарында вафат була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә